Эстәлеккә күсергә

Картон Черноземье (яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Картон Черноземье
Тармаҡ Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү
Нигеҙләү датаһы 2009
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы частная компания[d]
Дөйөм килем 48 000 000 ₽ (2013)[1]
Чистая прибыль 420 000 (2013)[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Воронеж, Рәсәй
Рәсми сайт ruskarton.ru

«Картон Черноземье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһенә ҡараған Рәсәй шәхси компанияһы. 2009 йылда асылған, нигеҙҙә ҡағыҙҙан ҡатырға етештереүҙә, шулай уҡ пластикты һәм плёнканы ҡайтанан эшкәртеүҙә махсуслаша. Күберәк Воронеж, Ростов һәм Волгоград өлкәләрендә эш итә, төбәктең экологик хәүефһеҙлеге тармағындағы төп предприятие, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара социаль эшҡыуарлыҡ конкурстары лауреаты.

Компания 2009 йылда Воронеж өлкәһенең Семилуки ҡалаһында эшҡыуарҙар Игорь Забоев һәм Петр Бойков тарафынан нигеҙләнгән, быға тиклем улар төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнә, ләкин иҡтисади кризис арҡаһында эштән яҙа. «Семилукиҙа ул саҡта сүп-сар шул тиклем күп ине, бөтә ерҙә ел ҡағыҙҙарҙы осороп йөрөтә. Һәм беҙ шунда аҡса эшләп ҡарарға булдыҡ. Беҙгә пластик шешәләр йыйып тапшырыу иң отошлоһо булып тойолдо, ә ҡағыҙ һәм ҡатырға ул саҡта беҙҙең социаль бурысҡа әйләнде. Ҡаланы таҙартҡы килде»[2].

Улар ҡуртымға бина ала, йөк машинаһы һатып ала, һигеҙ эшсе яллай (шул иҫәптән ике инвалидты) һәм ИП теркәтә. Беренсе йылды уҡ улар 240 тонна макулатура (18 тоннаһын ҡаланың ике мәктәбе уҡыусылары йыя), 60 тонна пластик шешә, 120 тонна быяла тапшыра. Йөк машинаһы, көн һайын ҡаланың сүп-сар майҙандарына дүрт — алты рейс яһап, эшкәртерлек бөтә сүпте йыя.

2010 йылда эшҡыуарҙар «Картон Черноземье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен теркәтә һәм производствоны Семилуки районының Девица ауылына күсерә, бынан тыш компания күршеләге Хохольский районын һәм бөтөн Воронежды үҙләштерә башлай. Воронеж өлкәһенең хакимиәте фирманы экология өлкәһендәге иң яҡшы стартап тип таба һәм уға 300 мең һумлыҡ грант бүләк итә, ошо аҡсаға икенсел сеймалды тығыҙлау өсөн пресс һатып алына[2].

2012 йыл йомғаҡтары буйынса, компанияның әйләнеше 12 миллион һумға етә, ә саф табыш 110 мең һум була. Семилуки хакимиәте проектты социаль әһәмиәтле тип таба һәм предприятиеға һатыу итеү иғлан итеп тормайынса ҡала эсендә ер участкаһы бүлә. Компания «Рәсәйҙә йәштәр бизнесы» программаһында ҡатнаша һәм Лондонда Prince’s Youth Business International абруйлы халыҡ-ара конкурсында «Экология буйынса йыл эшҡыуары» номинацияһында еңә. Принц Чарльз идеяһы буйынса ойошторолған конкурста донъяның 35 иленән меңдәрсә дәғүәсе ҡатнаша.

2013 йылда «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалары фондының Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарҙар конкурсында еңеү яулай һәм өс йылға бирелгән 4 миллион 250 мең һумлыҡ процентһыҙ заёмға эйә була. Был аҡсаға Финляндияла сүп-сар өсөн махсус контейнерҙар һәм уларҙы хеҙмәтләндерә торған машина һатып алына. Һәр контейнер күләме буйынса стандарт ҙурлыҡтағы өс бакка тиң ныҡлы тоҡтан ғибәрәт, тоҡ махсус соҡорға урынлаштырылған, ер өҫтөнә уның люк менән ҡапланған ауыҙы ғына сығып тора. Был инновацион технология икенсел сеймал йыйыуҙы уңайлаштыра һәм, йорт алдында теҙелеп ултырған иҫке йәмһеҙ бактарҙан ҡотолоп, контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу мөмкинлеген бирә. Артабан BioFinn тигән фин компанияһы менән Семилуки утҡа сыҙамлы әйберҙәр заводы территорияһында ошондай сүп контейнерҙары сығарыу цехы асыла — ҡорамалдар һатып алыуға 10 миллион һум инвестиция һалына[3][4][5].

2013 йылда әйләнештә 48 миллион һум була, саф табыш 420 мең һумға етә.[4]

Пётр Бойков менән Игорь Забоев эшҡыуарҙарҙың төп халыҡ-ара Entrepreneur of the Year Awards конкурсының Рәсәйҙәге этабында «Экология һәм сәләмәтлек» номинацияһында еңә, март айында Дубайҙа уҙған Youth Business International халыҡ-ара конкурсының финалына үтә. 2015 йылдың мартында, Воронеж өлкәһенең бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге төп компания булараҡ, «Картон Черноземье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте IX Петербург Бәләкәй һәм урта бизнес партнериатының экспонентташы булды һәм губернатор Алексей Гордеев етәкселек иткән делегация составына инде[6]. Майҙа Пётр Бойков Мәскәүгә Бөтә Рәсәй Социаль эшҡыуарҙар слётына саҡырыу алды, унда «Беҙҙең осорҙа икенсел сеймалды айырып йыйыуҙың көнүҙәклеге» тигән темаға телмәр менән сығыш яһаны[7]. Бынан тыш, Пётр Бойков менән Игорь Забоев, «Картон Черноземье» йәмғиәтен нигеҙләүселәр булараҡ, «Яҡшылыҡ импульсы» Бөтә Рәсәй премияһының «Социаль эшҡыуарлыҡ үҫешенә индергән шәхси өлөш өсөн» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды[8].

Әлеге ваҡытта «Картон Черноземье» Воронежда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ҡатырға, макулатура, ПВХ, ПВД, ПНД плёнкалары һатып алыу, сорттарға айырыу һәм эшкәртеү эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Теләһә ҡайһы милек төрөнә ҡараған магазиндарҙан, супермаркеттарҙан, айырым кешеләрҙән эшкәртеүгә ҡатырға ҡаптар һатып алына. Компания ай һайын 1500 тонна ҡағыҙ ҡалдыҡтары, 120 тонна плёнка, 60 тонна пластик эшкәртә[9].

Предприятиеға сеймалды X5 Retail Group, «Роснефть», Воронеж өлкәһендәге «Сбербанк», РЖД, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларынан «Русский аппетит» һәм «Макдональдс» кеүек эре компаниялар бирә. Эшкәртелгән материалдарҙы алыусы төп предприятиелар — Украиналағы Киев ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты, Пензалағы «Маяк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Дондағы Ростовтағы «Ҡағыҙ фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Волгоградтағы «Снежинка» ПК-һы, Svenska Cellulosa Aktiebolaget’тың Тула филиалы, Эстония һәм Финляндиялағы ҡағыҙ комбинаттары. 2016—2019 йылдарҙа предприятиены икенсел сеймалдан ҡулланыуға әҙер продукция етештереүсе тулы циклға күсереп модернизациялау планлаштырыла[4].

«Картон Черноземье» етәкселәре халыҡ араһында сүпте айырып йыйыу концепцияһын аңлатыу буйынса әүҙем эш алып бара, алға киткән илдәрҙә ул тормош нормаһы һаналһа ла, Рәсәйҙә таралыу тапмаған. Улар экомәҙәни үҫеш планын төҙөгән, атап әйткәндә, мәктәптәрҙә лекциялар, макулатура йыйыу акциялары үткәрелә, төбәктең коммерцияға ҡарамаған экологик ойошмалары менән хеҙмәттәшлек юлға һалынған, шул иҫәптән «Экологик сәйәсәт үҙәге» Воронеж төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән бәйләнеш урынлаштырылған, уның менән берлектә территорияларҙы таҙартыу һәм йыйыштырыу саралары ойошторола. Контейнер майҙансыҡтарында махсус уҡытылған кешеләр — ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыусылар — дежурҙа тора, улар шулай уҡ ҡала халҡына аңлатыу эше лә алып бара[10][11][12].

«Эксперт» журналы күҙәтеүселәре фекеренсә, «Картон Черноземье» предприятиеһын үҫтереү планы бик уңышлы төҙөлгән, ул социаль һөҙөмтәне лә, иҡтисади тотороҡлолоҡто ла берләштерә: «Өлкәлә яңы эш урындары, икенсел сеймалды йыйыу мәҙәниәтен формалаштырыу, экологик хәлде яҡшыртыу — һәм шул уҡ ваҡытта бизнес күләмен, тимәк, табышлылыҡты ла, үҫтереү»[4].

  1. 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20150607155905/http://www.nb-fund.ru/files/pages/00014/expert.pdf
  2. 2,0 2,1 Татьяна Ткачева. Деньги из картона. Антикризисный бизнес воронежских предпринимателей получил мировое признание. Российская газета (24 февраль 2015). Дата обращения: 3 май 2015.
  3. Олег Мухин. На площадке СОЗ появится производство мусорных баков. Коммерсантъ (6 март 2014). Дата обращения: 3 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Валентина Петрова. Картонная коробка: вторая жизнь // Эксперт. — 2014. — № 26. — С. 32-34.
  5. Алексей Новицкий. Переработкой вторсырья в Семилукском районе займётся совместное российско-финское предприятие. Воронеж Сегодня (5 март 2014). Дата обращения: 3 май 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  6. Делегация Воронежской области в Северной столице. Агентство по инновациям и развитию (25 март 2015). Дата обращения: 3 май 2015. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  7. Всероссийский Слет социальных предпринимателей. Лаборатория социального предпринимательства. Дата обращения: 3 май 2015. 2015 йыл 30 май архивланған.
  8. В Москве наградили лауреатов четвертой ежегодной Премии «Импульс добра». Импульс добра (21 май 2015). Дата обращения: 3 май 2015.
  9. Алексей Гордеев встретился с участниками программы «Молодёжный бизнес России». Управление по взаимодействию со СМИ и административной работе правительства Воронежской области (19 март 2015). Дата обращения: 3 май 2015.(недоступная ссылка)
  10. Борьба с мусором приобретает международный статус. Труд (6 сентябрь 2012). Дата обращения: 3 май 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
  11. Георгий Писков. Пётр Бойков, учредитель ООО «Картон Черноземье», в новой программе «КорпорациЯ» на телеканале «ПРО Бизнес». Ассоциация независимых директоров (8 апрель 2015). Дата обращения: 3 май 2015.
  12. ВРОО «Центр экологической политики» принял участие в акции «Весенняя неделя добра». Центр экологической политики (24 апрель 2015). Дата обращения: 3 май 2015.