Квят Даниил Вячеславович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Квят Даниил Вячеславович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Italy.svg Италия[2]
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Дании́л Вячесла́вович Квят
Патроним или матроним для человека Вячеслав[d]
Ҡушамат The Torpedo
Тыуған көнө 26 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][3] (28 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы[1]
Сожитель Kelly Piquet[d][4][5]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө автогонщик, пилот Формулы-1
Спорт командаһы ағзаһы Скудерия Торо Россо[d]
Ҡултамға
Спорт төрө Автоспорт
Ҡатнашыусы 2011 Formula Renault 2.0 NEC season[d]
Число сыгранных матчей/спортивных стартов 110[6] һәм 114[6]
Еңгән матчтар/уйындар һаны 0[6]
Турнир таблицаһындағы мәрәйҙәр 202[6]
Бейеклеге/буйы 175 сантиметр
Рәсми сайт en.kvyat.com
Победа Formule Renault 2.0 Alps[d] һәм GP3[d]
Фолловерҙар һаны 303 037
Номер поул-позиции 0[6]
Podium finishes 3[6]
Commons-logo.svg Квят Даниил Вячеславович Викимилектә
Квят трибунаһына күренеш, 2015 йыл

Квят Даниил Вячеславович (26 апрель 1994 йыл) — Рәсәй автоуҙышсыһы. 2014-2017 йылдарҙа «Формула-1» уҙыштарында сығыш яһаусы. GP3 автоуҙыш серияһы еңеүсеһе (2013).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даниил Вячеславович Квят 1994 йылдың 26 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Вячеслав Квят[7] (1958 йылғы) — бизнесмен, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың элекке депутаты[8][9][10], Рәсәй тормош партияһы республика филиалының элекке етәксеһе;[11] әсәһе — Зөлфиә (1972 йылда тыуған)[12][13].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йыл аҙағында Квяттың «Формулы-1»ҙең өс тапҡыр чемпионы Нельсон Пикеның ҡыҙы Келли Пике (7.12.1988; әсәһе — Нельсон Пикеның икенсе ҡатыны, голланд моделе Сильвия Тамсма) менән осраша башлауы беленә[14].

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге аҙымдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Квяттың бала сағы Өфөлә үтә; мәктәптә уҡыған сағында теннис менән шөғөлләнә, мәктәп ярыштарында еңеүсе була. Мәскәүгә күсеп барғас, картинг үҙәгенә эләгә һәм картала трасса буйлап үтеп ҡарарға теләй, был шөғөл уға бик оҡшап ҡала. Шул мәлдән ул автоспорт менән мауыға, йыш ҡына автодромда шөғөлләнә. Күп тә үтмәй Квятты тренерҙарға беркетәләр, һәм ул етди ярыштарҙа ҡатнаша башлай. 2005 йылда картинг буйынса (класс Мини) Сочи ҡалаһының Раштыуа Кубогы ярыштарында еңә. Шул уҡ йылда Рәсәйҙең картинг буйынса чемпионатында (класс Ракет) сығыш яһай, унда 12-се урынды биләй. 2006 йылда Мәскәү чемпионатында (Ракет) 13-сө була. Артабан MiniKart итальян чемпионаттарында ҡатнаша башлай, һөҙөмтөлә Римға күсеп китә[13][15].

Эре концерндарҙың йәш пилоттарға ярҙам итеү буйынса төрлө программалары талантлы үҫмер уҫышсыны тиҙ арала күреп ҡала, һәм 2009 йылдан уның карьераһының үҫешенә «Лукойл» нефть концерны ярҙам итә башлай, ә 2010 йылда Квят «Red Bull Junior Team» проекты менән контрактҡа ҡул ҡуя.[16] Атап үтелгән компаниялар менән хеҙмәттәшлек Квят командаһына бер нисә йылға алдан карьераһының финансланыуын тәьмин итеү мөмкинлеген бирә һәм шул уҡ 2010 йылда, картинг уҙыштарында бер нисә һиҙелерлек уңышҡа өлгәшкәндән һуң, ул асыҡ тәгәрмәсле машиналарҙа уҙышыуҙа үҙен һынап ҡарарға ҡарар итә. Дебют миҙгеле өсөн бер юлы бер нисә кесе үҫмерҙәр серияһы һайлана — Квят Формула-БМВ һәм ике литрлы класлы Формула-Рено техникаһында Европала һәм Азияла утыҙҙан ашыу стартта уҙыша, бында ла билдәле бер уңыштарға өлгәшә.

Бер йылдан һуң Квят испан уҙышсыһы Сайнс менән Төньяҡ Европа кубогы һәм дөйөм Европа чемпионатында осраша, унда улар титул өсөн үҙ-ара сәмле көрәш алып бара, ләкин ике ярышта ла испан уҙышсыһы еңә. Кесе беренселектә Квят егерме старттың етеһендә еңеү яулай һәм һөҙөмтәлә икенсе урынға сыға, ә өлкәндәр беренселегендә ике ярышта ғына (бөтәһе ун дүрт ярыш була) уға уңыш йылмая һәм өсөнсө урын яулай — уны ла, Сайнсты ла Йозеф Кауфмандың тәрбиәселәренән Робин Фряйнс уҙып китә.

«Формула-1»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Квят тәүге Гран-приҙарынан уҡ ҡаршы уҙышсы менән ярышырлыҡ һөҙөмтәләр күрһәтә, уға уҙыштарҙа аварияларҙан тайшаныу һәм машинаға һаҡсыл ҡараш хас, шуға ла тәүге дүрт стартта финишҡа барып етеүгә өлгәшә.

2016 йыл миҙгеленең бишенсе этабынан — «Торо Россо» командаһы составында, ул "Ред Булл"данкүсерелә[17]. 2018 йылдан «Scuderia Ferrari» коллективы өсөн сығыш яһай башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Driver Database (ингл.)
  2. Гонщики, которые выступали под флагами разных стран - Поворот не туда - Блоги - Sports.ru
  3. Daniil Kvyat // As (исп.)Madrid: Grupo PRISA, 1967.
  4. https://extra.globo.com/esporte/familia-piquet-retorna-formula-1-daniil-kvyat-assume-namoro-com-filha-de-tricampeao-20763222.html
  5. https://f1-insider.com/en/formula-1-news-only-two-pilots-are-like-james-hunt-2020/
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 (unspecified title)
  7. Геллер, Пётр. Квят: карьера, шлем, напарник и другие факты (билдәһеҙ). чемпионат.com (13 марта 2014). Дата обращения: 27 апреля 2014. 2017 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
  8. Профиль Вячеслава Квята на сайте ГСКРБ (билдәһеҙ). Дата обращения: 27 апреля 2014.
  9. Соболев, Илья. Квят выводит "Формулу" (билдәһеҙ). Российская газета (31 октября 2012). Дата обращения: 27 апреля 2014.
  10. Крупным политиком в Башкирии станет авторитетный предприниматель (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). mkset.ru (23 ноября 2006). Дата обращения: 27 апреля 2014. Архивировано 27 апрель 2014 года. 2014 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
  11. Владимирова, Александра. Квят: металлист и сын депутата Курултая (билдәһеҙ). Спорт-Экспресс (27 июля 2015). Дата обращения: 27 июля 2015.
  12. Даниил Квят: биография, родители и личная жизнь. star-town.ru. Дата обращения: 28 апрель 2016. 2016 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
  13. 13,0 13,1 Даниил Квят: статистика в Формуле 1, подробная биография. f1report.ru. Дата обращения: 28 апрель 2016.
  14. Красота дня: бразильская девушка Даниила Квята 2017 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
  15. Даниил Квят: биография, карьера, статистика выступлений. auto.vercity.ru. Дата обращения: 6 май 2016.
  16. Кабановский, Александр. Даниил Квят – гонщик молодёжной программы Red Bull (билдәһеҙ). f1news.ru (4 декабрь 2009). Дата обращения: 5 июль 2011. Архивировано 12 август 2012 года.
  17. В Red Bull подтвердили смену состава. www.f1news.ru. Дата обращения: 5 май 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]