Эстәлеккә күсергә

Кеше биологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡайһы бер ғалимдар кеше биологияһы йөкмәткеһенә антропология өлкәһенә ҡараған бөтә һорауҙарҙы ла тиерлек индерә.

Ысынбарлыҡта был термин аҫтында антропологияның кеше организмындағы физиологик, генетик һәм биохимик процестарға бәйле бүлеге күҙ уңында тотола.

Кеше биологияһы әлеге ваҡытта биология фәне арсеналында булған бөтә ысулдарҙы, ҡаҙаныштарҙы, фәнни факттарҙы һәм асыштарҙы, биотехник ҡоролмаларҙы файҙаланып эш итә.

Кеше организмының төҙөлөшөндәге, үҫешендәге үҙенсәлектәрҙе өйрәнә.Өйрәнеү обьектына ҡандағы гемоглобин, ҡан төркөмдәре, игеҙәктәр тәбиғәте инеп китә.

Шулай уҡ, кеше төҙөлөшө менән уның физиологик, химик үҙенсәлектәре, тән төҙөлөшө менән сир төрҙәре араһындағы бәйләнеш өйрәнелә.

Ҡәҙимге билдәләрҙең нәҫел буйынса күсеүе, популяция генетикаһы, расалар эсендә изоляция һәм метисация күренештәре кеше биологияһының иғтибар үҙәген биләй.

Туҡланыуҙың, климаттың, тупраҡ һәм һыу составының кеше морфологияһына йоғонтоһо, кешенең төрлө мөхит шарттарына яраҡлашыу һәләтен өйрәнеү ҙә бик мөһим проблемаларҙан һанала.

Кеше биологияһы медицина фәненең теоретик нигеҙе булып тора.

Кешенең иң беренсе ихтыяжы — ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу. Ауырымау, физик яҡтан ғәрип булмау — кеше бәхетенең, шәхестең төрлө яҡлап үҫешенең, тулы тормош менән йәшәүҙең иң кәрәкле шарты ул.

Бер үк ваҡытта кешеләрҙең һаулығы — ул халыҡ байлығы, йәмғиәт үҫешенең иң мөһим шарты. Һау кеше уҡый, эшләй, армияла хеҙмәт итә, спорт менән шөғөлләнә ала.

Күп кешеләр организм физик һәм психик сәләмәтлектең ниндәй ҙур резервтарына эйә булғанын, күп йылдар буйы актив һәм бәхетле йәшәү өсөн, был резервтарҙы нисек һаҡларға, үҫтерергә һәм файҙаланырға икәнен белмәйҙәр.

Һаулығыңды һаҡлау өсөн, үҙ организмыңды, унда барған процестарҙы, ауырыуҙарҙы булдырмау шарттарын өйрәнергә кәрәк. Быларҙы белергә анатомия, физиология һәм гигиена фәндәре ярҙам итә.

Анатомия — организмдың һәм уның ағзаларының төҙөлөшө менән формаһын өйрәнеүсе фән.

Физиология — бер бөтөн организмдың, уның айырым ағзаларының һәм уларҙың системаларының тереклек функцияларын өйрәнеүсе фән.

Гигиена — кешенең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу тураһындағы фән.

Был өс фән үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Анатомия, физиология, гигиена һәм ҡайһы бер башҡа фәндәр хәҙерге заман медицинаһының нигеҙҙәрен тәшкил итә.

Кеше организмының төҙөлөшөн һәм функцияларын өйрәнеп, был фәндәр, бер-береһенә ныҡ таянып, ауырыуҙарҙы булдырмау һәм уларҙы дауалау эшендә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшәләр.

Беҙҙең көндәрҙә хирургия бик ҙур уңыштарға иреште. Хирург бысағы хәҙер аҙ ғына зарарланыуы ла кешенең бик тиҙ үлеүенә сәбәп булған ағзаларға — йөрәккә, баш мейеһенә үтеп инә. Хирургия, яман ауырыуҙарҙан интеккән тиҫтәләрсә мең кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалып, уларҙы яңынан хеҙмәткә, ижади эшкә һәләтле итә.


һәр кеше үҙ организмының төҙөлөшө һәм функциялары менән таныш булырға тейеш. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың сәләмәтлеге байтаҡ дәрәжәлә гигиена ҡағиҙәләрен аңлы рәүештә үтәүгә бәйләнгән.

Шәхес һәм йәмәғәт гигиенаһының фәнгә нигеҙләнгән ҡағиҙәләрен белеү ҙур әһәмиәткә эйә. Гигиена ҡағиҙәләрен практикала ҡулланып, һәр кем үҙ организмын нығыта, уны сыныҡтыра, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай ала. Был иһә төрлө хеҙмәткә һәләтле, сәләмәт һәм физик яҡтан ныҡ кеше булырға ярҙам итә.

Чума, холера, ҡара сәсәк кеүек йоғошло ауырыуҙар эпидемиялары күп быуаттар буйына тотҡарһыҙ киң таралып килде. Күп ауылдарҙың, ҡалаларҙың һәм хатта тотош илдәрҙең барлыҡ халҡын һәләк итте.

Хәҙер медицина эпидемияларҙы булдырмауҙың көслө тәьҫир итеүсе сараларын таба. Бында уға микробиология һәм вирусология фәндәре ярҙамға килә. Уларҙың ҡаҙаныштары күп кенә йоғошло ауырыуҙарҙы тыуҙырыусы, ябай күҙ менән күреп булмаған микробтарҙы табырға мөмкинлек бирҙе.

Кешеләрҙең мәйетен ярып ҡарау анатомдарға кеше тәненең һәм уның ағзаларының төҙөлөшөн ентекләп өйрәнергә мөмкинлек бирҙе.

Кешенең тән төҙөлөшөн умыртҡалы хайуандарҙың тән төҙөлөшө менән сағыштырып, ғалимдәр улар араһында ҙур оҡшашлыҡ булыуын күрҙеләр. Был иһә физиологтарға, кеше ағзаларының функцияларын аныҡлаусы тәжрибәләр үткәреү өсөн, хайуандарҙы файҙаланырға мөмкинлек бирҙе.

Ҡайһы бер физиологик күҙәтеүҙәрҙе кешеләрҙең организмендә лә алып барып була. Мәҫәлән, ғалимдәр хайуандарҙың һәм кешенең ҡайһы бер ағзаларында биотоктар тип аталыусы бик көсһөҙ электр токтарының өҙлөкһөҙ рәүештә барлыҡҡа килеп тороуын белделәр.

Был токтар ағзаларҙың торошона ҡарап үҙгәрәләр: уларҙың сағыштырма тынлыҡ хәлендәге характере ағзалар эшләгән ваҡыттағы характеренән айырылып тора.

Биотоктарҙы махсус, бик һиҙгер аппараттар ярҙамында тоталар һәм яҙып алалар. Тикшеренеүҙең был методы кешенең ҡайһы бер ағзаларының функцияларын өйрәнеүгә ярҙам итеү менән бергә уның ҡайһы бер ауырыуҙарын аныҡларға мөмкинлек бирә.

Йөрәк биотоктарын яҙып алыу — электрокардиограмма(ЭКГ) врачтарға йыш ҡына был ағзаның ауырыуын асыҡларға мөмкинлек бирә.

Мейе биотоктарын яҙып алыу — энцефалограмма(ЭЭГ) ярҙамында мейенең эшмәкәрлеге, уның әүҙемлеген, булыуы мөмкин булған патологияларҙы, аномалияларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә.