Эстәлеккә күсергә

Килем һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Килем һарайы
Нигеҙләү датаһы 1848
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Бүздәк районы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]

Килем һарайы — XIX быуат архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Килем ауылында урынлашҡан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килем һарайы 1848 йылда Бүздәк районының Килем ауылында төҙөлә. Килем ауылына 1723 йылда нигеҙ һалына. XVIII быуаттан был алпауыт Тәвкилевтарҙың нәҫелдән килгән имениеһы була. Ауылда иҫтәлекле урын булып Тәвкилевтарҙың аҡсаһына төҙөлгән мәсет тора. Мәсет ике ҡатлы, таштан төҙөлгән. Мәсет менән йәнәш Килем һарайы урынлашҡан. Ул XIX быуат архитектураһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Авторы билдәһеҙ. һарай ҙа да Тәвкилевтәр усадьбаһының бер өлөшө булып торған. Һарай‑усадьба комплексына шулай уҡ мәсет һәм Килем һарайынан тыш, үрге һәм түбәнге парк, емеш-еләк баҡсаһы ингән. Бөтә комплекс өс гектар майҙанды биләгән. 1861 йылғы реформанан һуң, Тәвкилевтарҙың барлыҡ биләмәләре туғандары араһында бүленә. Килем коллективлашыу, күп һанлы үҙгәртеп ҡороуҙар кисерә. Усадьба ашлыҡ амбары һәм милек склады буларак файҙаланыла. Уның бер өлөшө 1922 йылда ете йыллыҡ мәктәпкә бирелә.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай көнсығыш стилистикаһы мотивтары ҡулланылған классицизм стилендәге ҡоролма (ҡара: Архитектура стиле). Ап-аҡ һарай әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Аҡ бина ҙур булмаған ҡалҡыулыҡта урынлашып, түбәндә һуҙылып киткән ауыл өйҙәрен яҡтыртып торған һымаҡ. Ҡоролма үҙенең архитектураһы менән таң ҡалдыра. Ул планында симметриялы ике ҡатлы аҡ таш бина, үрге парк эсендә урынлашҡан һәм көнсығыш фасады урам яғына, көнбайышы — йылғаға ҡарай. Килем һарайы мөйөштәре бейек манара менән нығытылған, кәрниз аҫтындағы горизонталь сығынтылар бинаның периметры буйлап һылап эшләнгән биҙәктәр менән, ҙур аркалы тәҙрәләренең өҫкө өлөшө төрлө төҫтәге быялалар менән биҙәлгән була. Көнсығыш фасады симметриялы композициянан ғибәрәт: өҫкө яғы аттика һәм башняны имитациялаусы бағаналар менән биҙәлгән, улар стенаның бөтә бейеклеге буйлап һуҙыла һәм ҡыҫҡа баҫҡыслы инеү урынын айырып күрһәтә. Ошолай уҡ биҙәлгән көнбайыш фасадының аттикаһы ҡатмарлыраҡ, шулай уҡ башняға оҡшатып эшләнгән 6 ҡырлы 4 бағаналы балконы бар. Икенсе ҡаттың стеналары, түшәмдәре арабескалар һәм геометрик орнамент, вестибюль стеналары һәм уның өҫтөндәге бүлмәләр түңәрәк һәм 8 ҡырлы төҫлө медальондар менән биҙәлгән. Күп кенә бүлмәләрҙә иҙәнгә паркет түшәлгән була; залдарҙың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан һәм кафель менән ҡапланған өсмөйөш формаһындағы мейестәр интерьерҙы биҙәү элементтарының береһе булып торған. Интерьерҙарҙы биҙәгән ваҡытта бик күп келәм, шаршау һәм таҫтамал ҡулланылған; йыһаздары башлыса бәрхәт менән тышланған. 1848 йылдан алып һарайҙа Тәвкилевтәр, 1903 йылда — С. С.Йәнтүрин йәшәгән. XX быуат башында һарай Сәйетгәрәй Тәвкилевтың кейәүе Сәлимгәрәй Йәнтуринға күсә[2]. 1918 йылда — бина буш тора, 1924—96 йылдарҙа бында урта мәктәп урынлаша. 2000 йылдан алып Р. И. Кирайдт проекты буйынса Килем һарайында яңыртыу эштәре алып барыла[1].

1992 йылда усадьба һәм мәсет биналары архитектура ҡомартҡылары булараҡ дәүләт һаҡлауына алына һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫы объекттары исемлегенә индерелә, 1995 йылда федераль әһәмиәттәге тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелә[3]. Башҡортостан өсөн Килем һарайы, һис шикһеҙ, уникаль иҫтәлекле урын булып тора: беренсенән, Башҡортостан территорияһы тарихи яҡтан традицион һарайҙар төҙөлөшө урыны булып тормай, шуға күрә әлеге архитектура объекты айырыусы ҡиммәтле. Икенсенән, Башҡортостанда, Көнбайыш һәм көнсығыш сигендә төҙөлгән классик стилистика мотивтары менән классик стилде үҙ эсенә алған бындай архитектура формаларының барлыҡҡа килеүе бик һирәк, уникаль, шуға ла ҡарамаҫтан, логик күренеш булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]