Эстәлеккә күсергә

Ким Римма Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ким Римма Ивановна
Тыуған ваҡыты:

1 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны:

Үрге Чирчик районы, Ташкент өлкәһе, Үзбәк ССР-ы, СССР

Һөнәре:

йырсы, Ҡалып:Балет артисткаһы, балетмейстер, педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан

Театр:

Дәүләт академия корея музыкаль комедияһы театры

Наградалары:
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»
Ҡаҙағстан Республикаһының халыҡ артисы (1995)
Ҡаҙаҡ ССР-ның атҡаҙанған артисы (1982)

Ким Римма Ивановна (1 ғинуар 1946 йыл)— корея сығышлы совет һәм Ҡаҙағстан бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Ҡаҙағстандың халыҡ артисы (1995), Ҡаҙаҡ ССР-ның атҡаҙанған артисы (1982).

Дәүләт корея музыкаль комедияһы театрының баш балетмейстры (1968—2008). «Бидульги» (Голубки) ансамблен ойоштора һәм етәкләй (1968 йылдан)

1946 йыл 1 ғинуарында Үзбәк ССР-ы, Ташкент өлкәһе, Үрге Чирчик районы, Политотдел колхозында тыуған.

1964 йылда Ташкент хореография училищеһын тамамлағандан һуң, Үзбәк ССР-ның «Бахор» Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә ебәрелә.

1968 йылда Ҡаҙағстан балеринаһы, Ҡаҙаҡ ССР-ның халыҡ артискаһы Лидия Демьяновна Чернышева Ҡаҙаҡ ССР-ның Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә саҡыра[1].

1983 йылда А.В Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтының балетмейстер бүлеген тамамлай. Һөнәре буйынса — ҡуйыусы режиссер.

1968 йылдан 2008 йылға тиклем (Алма-Ата);[2]ҡалаһында, Дәүләт академия корея музыкаль комедия театрының баш балетмейстры, балет солисткаһы.

1988 йылда «Бидульги» Корея бейеү ансамблен ойоштора һәм уның художество етәксеһе була. Ансамбль союздаш республикаларҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһай.

Римма Ким Дәүләт корея театры коллективы менән Корея, КНДР, Ҡытай, Япония, Рәсәй, АҠШ һәм башҡа күп кенә сит илдәрҙә гастролдәрҙә була[3].

Театрҙың төрлө постановкаларында 50-нән ашыу бейеү ҡуя һәм 50-нән ашыу бейеү партияһын башҡара.

Ҡуйыу эштәре: хореограф-ҡуйыусы булараҡ

Дәүләт академия корея музыкаль комедия театры:

  • «Чун Хян исемле ҡыҙ тураһында хикәйәт» спектакле
  • «Сим Чён исемле ҡыҙ тураһында хикәйәт» спектакле
  • «Ғинуар айы тураһында хикәйәт» спектакле
  • «Ҡуян тураһында хикәйәт» спектакле
  • «Пучечум» (Веерҙар менән бейеү)
  • «Согочум» (Сого барабаны менән бейеү)
  • «Букчум» (Бук барабаны менән бейеү)
  • «Кхальчум» (Бысаҡ менән бейеү)
  • «Хамбальчум» (Хамбаль ҡыңғырауҙары менән бейеү)
  • «Муданчум» (Шамандар бейеүе)
  • «Сальпхури» (Шарф менән бейеү)
  • «Испан халҡының бейеүе» һәм башҡа бейеүҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей миҙалы (1970)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ның атҡаҙанған артисы — бейеү сәнғәтендәге ҡаҙаныштары өсөн (1982)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советының Почет грамотаһы (1986)
  • Хеҙмәт ветераны миҙалы (1992)
  • Ҡаҙаҡ CCР-ның мәҙәниәт Министрлығының Почет грамотаһы (1992)
  • Ҡаҙағстандың халыҡ артисы — юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығы һәм милли бейеү сәнғәтендә күренекле хеҙмәте өсөн (1995)
  • Корея Республикаһы президенты Ким Де Чжунаның Рәхмәт хаты (2001)
  • Ҡаҙағстан халҡы ассамблеяһының почет грамотаһы (2001)
  • Республикаһы президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт стипендияһы (2020)
  1. Научное издание «ИСТОРИЯ И КУЛЬТУРА КОРЕЙЦЕВ КАЗАХСТАНА». Алматы, 30 июля 1995 года
  2. Справочная энциклопедия «Кто есть кто в Казахстане». Алматы, 2011 года. ISBN 978-601-278-473-2
  3. Казахская культура. Энциклопедический справочник. Алматы: «Аруна Ltd». ЖШС, 2005 ISBN 9965-26-095-8