Эстәлеккә күсергә

Киракосян Поль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поль Киракосян
әрм. Պոլ Կիրակոսյան
Тыуған:

1926({{padleft:1926|4|0}})

Тыуған урыны:

Иерусалим, Британский мандат в Палестине

Үлгән:

20 ноябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Үлгән урыны:

Бейрут, Ливан

Гражданлығы:

Ливан Ливан

Жанр:

художник-портретист, пейзажист

Сайт:

paulguiragossian.com

Киракосян Поль (әрм. Պոլ Կիրակոսյան), ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Гирагосян фамилияһы осрай[1] (1926 йыл, Иерусалим — 20 ноябрь 1993 йыл, Бейрут) — әрмән сығышлы Ливан рәссамы.

Төркиәләге геноцидтан иҫән ҡалғандар әрмән ҡасаҡтары ғаиләһендә тыуған. Бала саҡтан уҡ Пол һөргөн тормошоноң асылын белеп үҫә. Мәктәп-интернаттарҙа уҡый, ике улының киләсәген тәьмин итер өсөн эшләргә мәжбүр булған әсәһенән алыҫ йәшәргә мәжбүр була. 1940-сы йылдарҙа Яффаға күсә, унда 1944 йылдан 1945 йылға тиклем Яркон студияһына йөрөй. 1947 йылда ғаилә Ливанға китә.

1950-се йылдарҙа Киракосян бер нисә әрмән мәктәбендә һынлы сәнғәт уҡыта һәм иллюстратор булып эшләй башлай. Ҡәрҙәше Антуан менән ул кинофильмдарға плакаттар, постерҙар һәм китаптарға иллюстрациялар төшөрә башлай. Тиҙҙән ул күп кенә замандаштары менән таныша һәм Бейрутта һәм бөтә донъяла үҙенең эштәренең күргәҙмәһен ойоштора башлай. 1956 йылда ул конкурстарҙың береһендә еңеү яулай һәм Италия хөкүмәтенән Флоренция нәфис сәнғәт академияһында уҡыу өсөн стипендия ала. Флоренцияла ул бер нисә күргәҙмә, шул иҫәптән 1958 йылда «Даимилыҡ» күргәҙмәһен хәҙерге заман сәнғәте Галереяһында ойоштора.

1961 йылда Киракосян Бейрутҡа ҡайта[2], ә бер йылдан Париж мәктәбе оҫталары ательеһына Франция хөкүмәтенән икенсе стипендия ала һәм 1962 йылдың аҙағында Муфф галереяһында күргәҙмә ойоштора. 1960 йылдар уртаһында ул Ливандың һәм ғәрәп донъяһының билдәле рәссамы булып китә. 1970-се йылдарҙағы һуғышҡға ҡарамаҫтан, Ливанды яҡын күреүе көсәйә. 1989 йылда Киракосян Парижда ЮНЕСКО-ның вестибюлендә тағы бер күргәҙмә ойоштора. Парижда ул 1991 йылға тиклем ғаиләһе менән йәшәй, һуңынан, тарихта тәүгеләрҙән булып, ғәрәп донъяһы институтында шәхси күргәҙмәһен ойоштора.

Поль Киракосян 1993 йылдың 20 ноябрендә Бейрутта вафат була, үлер алдынан тағы ла бер картинаһын тамамлап өлгөрә. Ул үлер алдынан ҡыҙына, ниһайәт, иҫкеһен һәм яңыһын бер картинала берләштереп өлгөргәнен әйтә. Ғаилә картинаны «Хушлашыу» тип атай, һәм хәҙер ул ғаилә коллекцияһында ҡултамғаһыҙ һаҡлана. Уның эштәре Әрмәнстандың Милли галереяһында ла ҡуйыла[3].

Поль Киракосян бик күп портреттар, пейзаждар һәм төрлө темалар авторы булараҡ билдәле. Мәҫәлән, ул «Аракс портреты», «Таң атыуы», «Ҡала», «Әсә һәм яңы тыуған бала», «Ливан пейзажы», «Көтөү», «Ғаилә», «Ферма», «Ауыл ҡыҙы», «Һөйләшеү», «Баҫалҡы ғаилә», «Китап уҡыусы» һәм башҡа картиналар авторы[3]. Шулай уҡ Киракосяндың әрмәндәрҙең миграция тормошо һәм көнкүреше тураһында «Дейр эз-Зор», «Миграция», «Балаҫ оҫтаһы» картиналары бар. Был ғәҙәти ҡупшы һүрәттәр нәзәкәтле төҫтә.

1952 йылда Поль үҙенең уҡыусыһы Джульетта Хиндянға өйләнә. Уларҙың алты балаһы тыуа: беренсе улы Ара тыуғандан һуң үлә, һәм Поль уға бер нисә картинаһын арнай. Бөтә балалары ла һынлы сәнғәт өлкәһендә юғары белем ала, ләкин Эммануил, Жан-Поль һәм Мануэлла ғына, донъяла яңы рәссамдар династияһын булдырып, рәссам карьераһын дауам иткән. Уның мираҫын һаҡлау өсөн, 2011 йылдан Поль Киракосян фонды булдырыла.

  1. СNN о разоблачении подделок картин известного армянского художника (рус.)
  2. Ով ով է. Հայեր. Կենսագրական հանրագիտարան (билдәһеҙ). — Yerevan: Հայկական Հանրագիտարան, 2005.
  3. 3,0 3,1 Paul Guiragossian’s Work in the National Gallery of Armenia