Эстәлеккә күсергә

Устимова Клавдия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Клавдия Устимова битенән йүнәлтелде)
Устимова Клавдия Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Берёзовка[d], Арзамасский район[d]
Вафат булған көнө 13 август 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Берёзовка[d], Арзамасский район[d], Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Устимова Клавдия Ивановна (4 ғинуар 1926 йыл — 13 август 2009 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Горький өлкәһе Арзамас районының В. А. Новиков исемендәге совхоз -техникум һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).

Клавдия Ивановна Устимова 1926 йылдың 4 ғинуарында хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Арзамас районы Берёзовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда мәктәптең бишенсе синыфты тамамлай һәм колхозға эшкә урынлаша. Тәүҙә ат ҡарай, ә һуңынан Арзамас районының Берёзовка фермаһында һауынсы була.

Сирек быуат һөт-тауар фермаһында эшләй, районда даими алдынғы була, күп тапҡырҙар социалистик ярышта еңеп сыға. СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1972 йылда юғары һауым өсөн ВДНХ миҙалы менән бүләкләнә. Ул 15 һыйырҙың һәр береһенән йылына уртаса 4206 литр һөт һауып алыуға өлгәшә. 1974 йылда һәр һыйырҙан 5341 килограмм һөт һауып ала[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1975 йылдың 10 февралендәге Указы менән Клавдия Ивановна Устимоваға малсылыҡта ҙур күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Тыуған совхозында артабан эшләүен дауам итә.

2009 йылдың 13 августында вафат була. Арзамас зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Берёзовка ауылы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән[2].
  • Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.