Эстәлеккә күсергә

Куно фон Клебельсберг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Клебельсберг, Куно фон битенән йүнәлтелде)
Куно фон Клебельсберг
нем. Kuno von Klebelsberg
нем. Kuno von Klebelsberg
 
Тыуған: 13 ноябрь 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Печика[d], Арад[d], Румыния
Үлгән: 12 октябрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (56 йәш)
Будапешт, Венгрия короллеге
Ерләнгән: Кафедральный собор Сегеда[d][2]
Исеме: мадьярса  Klebelsberg Kuno Imre Aurél Ferenc
Партия: National Party of Work[d], Christian National Party[d][3] һәм Партия «Единство»[d][4]

Куно фон Клебельсберг (1875 йылдың 13 ноябрендә  Печикта тыуған – 1932 йылдың 12 октябрендә Будапешта вафат булған) ― граф, венгр сәйәсмәне, эске эштәр министры һәм һуғыш йылдарында Венгрия короллеге мәҙәниәт министры. 

Клебельсберг  Австро-Венгрияның (хәҙер ― Печик, Арад жудецы, Румыния) Мадьярпечик ҡалаһында тыуған. Беренсе донъя һуғышы аҙағындағы Трианон килешеүенә ҡул ҡуйылғас башланған граждандар һуғышы  Венгрияны кризис хәлендә ҡалдыра. 1921 йылда Клебельсберг эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә  һәм бер йыл шунда эшләй. Бынан һуң, 1922—1931 йылдарҙа, мәҙәниәт министры вазифаһында бөтә Венгрия өсөн мәғарифҡа ҡағылышлы күп төрлө реформалар үткәрә. Клебельсберг  ауыл ерендә башланғыс мәктәптәр төҙөтә,  күп университеттарҙы модернизациялауҙың һәм, сит илдәр менән мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарҙа хәбәрләшеп тороу өсөн,  "Унгарикум Коллегиум"ын барлыҡҡа килтереүҙең инициаторы була.

Клебельсберг, шулай уҡ, студенттарға стипендиялар түләп уҡытыуҙы тормошҡа ашырыуы менән дан ала.

Клебельсберг, венгр этник мәҙәниәтен элекке Австро-венгрия монархияһының (сербтар, словактар, румындар, йәһүдтәр һ. б.) аҙ һанлы башҡа халыҡтарҙыҡынан өҫтөн ҡуйыу идеологияһын алға һөрөүсе булараҡ, дөйөм алғанда, бәхәсле шәхес тип һанала. Трианон килешеүенән һуң, Клебельсбергтың идеяларына һәм уның мәғрифәтселек реформаларына таянып  идара иткән Миклош Хорти  осоро реваншистик кәйефтәргә һәм территориаль дәғүәләшеүҙәргә килтерә. Антисемист Клебельсберг венгр йәһүдтәрен 1918-се һәм 1919-сы йылдарҙағы буржуаз-либераль һәм коммунистик революцияларҙа ҡатнашыуҙа, ошо сәбәпле, трианон килешеү буйынса, территорияль юғалтыуҙарҙа ғәйепләп сыға. Мәҫәлән, 1924 йылда йәһүдтәрҙән "Бөйөк Венгрия"ны (Бөйөк Һунғар илен) кире ҡайтарыуҙы талап итә. Уның урынына  университеттарҙа уҡыусыларға Европала   1920-се йылдар[5] башында индерелгән квотаны (Numerus clausus системаһы) алып ташларға  вәғәҙә бирә. 

1939 йылда, министрҙың вафатынан һуң  бер-нисә йыл үткәс, Будапешта уның хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыла. Икенсе донъя һуғышы осоронда скульптур композиция емерелә , әммә 2000 йылдарҙа ул яңынан тергеҙелә[6].