Эстәлеккә күсергә

Кове Даур Вадимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кове Даур Вадимович
абх. Даур Вадим-иԥа Ақаҩба
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Абхазия Республикаһы
Тыуған көнө 15 март 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Сухум, Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Министерство иностранных дел Республики Абхазия[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Орден Дружбы

Кове Даур Вадимович (абх. Даур Вадим-иҧа Ақаҩба; 15 март 1979 йыл) — Абхазия Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы; Республиканың Министрҙар кабинеты аппараты начальнигы (2010); Абхазияның сит ил эштәре министры (2016).

Даур Вадимович Кове 1979 йылдың 15 мартында Сухум ҡалаһында тыуа.

1995 йылда Башҡортостан Республикаһында Абхазия вәкиллеге башлығы референты вазифаһына алына.

2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм Абхазия Республикаһы Президенты указы менән Башҡортостан Республикаһында Абхазия Республикаһы вәкиллеге башлығы вазифаһына тәғәйенләнә.

2005 йылда Абхазия Республикаһының Сит ил эштәре министрлығына халыҡ-ара бүлек начальнигы вазифаһына ҡабул ителә.

2006 йылда Абхазия Республикаһы сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.

Социология проблемалары һәм ҡасаҡтар мәсьәләләре буйынса төрлө конференцияларҙа ҡатнаша. Сочи килешеүе сиктәрендә ҡасаҡтарҙы ҡайтарыу мәсьәләләре һәм Грузин-абхаз Координация советы сиктәрендә эстә күсеп йөрөүселәр һәм ҡасаҡтар проблемалары буйынса эшсе төркөмдәр составында ҡатнаша.

2010 йылдың 9 сентябрендә Абхазия Президенты указы менән Министрҙар Кабинеты аппараты начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә[1]. Абхазия Республикаһы президенты ҡарамағындағы «сәйәси репрессия ҡорбандарын реабилитациялау буйынса» комиссия ағзаһы.

2016 йылдың 4 октябрендә Абхазия президенты Даур Ковены сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуя[2], икенсе көнөндә Рауль Хаджимба министрлыҡ коллективын яңы министр менән таныштыра[3].

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.