Козельцева Елена Борисовна
Козельцева Елена Борисовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 22 май 1914 |
Вафат булған көнө | 2010 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт тимер юл университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Козельцева Елена Борисовна (ҡыҙ фамилияһы Листова; 22 май 1914 йыл — 25 май 2010 йыл[1]) — Дәүләт именлеге органдары полковнигы, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында именлек органдары яғынан өлкән куратор (1948—1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Борисовна Козельцева 1914 йылдың 22 майында Иваново ҡалаһында тыуған. Әсәһен иртә юғалта, Воронежда өләсәһе менән йәшәй[2][3], атаһы Маяковский исемендәге театрҙа актёр булып эшләй. Үҙ йәшенә йыл өҫтәп, эшкә китә. Авиация заводында фрезерлаусы булып эшләй. 9 кеше араһынан Мәскәүгә уҡыу өсөн һайлап алына. 1939 йылда Елена Борисовна Мәскәү инженерҙар транспортының эксплуатация институтында «Паровоз хужалығы» факультетын «Ҡорамалдар һәм төҙөлөш механизацияһы» һөнәре буйынса тамамлай[4][5]. Уҡытыусы Штанге һәм академик В.Н. Образцовтың уҡыусыһы. Бүлеү буйынса Юл бәйләнеше халыҡ комиссариатына эләгә. Машинист хоҡуғына имтихан бирә, «өлкән инженер» вазифаһына тәғәйенләнә[6].
Именлек органдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Е. Б. Козельцеваның үҙенең хәтирәләре буйынса, ул ун туғыҙ йәшендә китаптар уҡып[2], хеҙмәттәшлек итеү тәҡдиме менән эске эштәр халыҡ комиссариаты бүлегенә мөрәжәғәт итә, һәм кеше етмәгән бүлеккә алына[6], ләкин рәсми мәғлүмәттәр буйынса 1939 йылда, йәғни 25 йәштә штаттағы хеҙмәткәр булып алына. 1939—1941 йылдарҙа комиссар П.Н.Кубаткин етәкселеге аҫтында Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһенең НКВД Идаралығында эшләй. 1941—1942 йылдарҙа — генерал Л.М.Доваторҙың кавалерия корпусының айырым бүлегендә оперуполномоченный[7]. 1942—1943 йылдарҙа партизандар хәрәкәтенең Белорус штабында. Бөтә һуғыш дауамында күп тапҡыр фронт һыҙығын аша сыға һәм немец ғәскәрҙәре тылында эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1943—1948 йылдарҙа — Үҙәк аэрогидродинамик институтта куратор[8], әммә Козельцева хәтирәләре буйынса, ул һуғыштың аҙағында чекистар мәктәбен ойоштороу буйынса НКГБ Үҙәк аппаратында була. Бындай мәктәптәрҙе асыуҙа Белоруссия, Балтик буйында (мәҫәлән, Литва) һәм СССР-ҙың башҡа райондарында була. Литвала «урман туғандарының» мәктәпкә һөжүм итеүе шаһиты була. Көнбайыш Украинала эшләй.
Мәскәү дәүләт университеты кураторы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылдан Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты кураторы. Ул подполковник дәрәжәһендә була, ә Мәскәү дәүләт университетында уның вазифаһы ректорҙың «штаттан референты» тип атала[6]. Ысынында уның әһәмиәте МДУ иерархияһында ҙур була, шуға ла ҡайһы бер хәтирәләрҙә уны «проректор» тип осраҡлы атамайҙар[9].
1965 йылдың 5 декабрендә Пушкин майҙанында партия вәкилдәре танып ҡалған демонстрацияға килеүсе айырым студенттар эргәһенә килә һәм уларға кисекмәҫтән майҙанды ҡалдырырға тәҡдим итә (үҙен Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультеты хеҙмәткәре тип таныта). Демонстрациянан һуң уның айырым ҡатнашыусылары — Э. Молчанов, Д. Зубарев, О. Воробьев менән «профилактик әңгәмә» алып бара (һуңғыһы әңгәмәнән һуң Сербский исемендәге суд психиатрия институтына тикшереүгә ҡуйыла)[10].
Аралашыу даирәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Борисовна Козельцева Мәскәү ғалимдары мөхитендә киң аралашыу даирәһенә эйә була. Үҙенең ҡыҫҡа хәтирәләрендә академик М. В. Келдыш, И. Г. Петровский, Р. В. Хохлов, А Н. Тихонов, И. М. Гельфанд, П. С. Александров, А Н. Белозерский, А А. Саимарский, О. А. Олейникты, мөхбир ағза А. П. Капицаны, декан Я Н. Засурский, профессор О. А. Ахманов һәм Э. А. Бабаянды телгә ала[6].
Беренсе сиратта И Г. Петровский, М. В. Келдыш, А Н. Тихонов һәм Р. В. Хохловты телгә алып, Козельцева былай тип яҙа: «Был кешеләр КГБ-ның еткереп тороусылары һәм агенттары ғына түгел, улар ғалим һәм юғары кимәлдәге тәрбиәселәр булды»[6].
Шуның менән бергә Е.Б.Козельцеваның аралашыу даирәһе совет фәне элитаһы менән генә сикләнеп ҡалмай. Мәҫәлән, тип хәтерләй продюсер Александр Чепарухин, шул уҡ ваҡытта «хипарь» һәм университет дискотекаларын ойоштороусы уның тыуған көнөнә сәскә букеты һәм һуҡмыш иптәше менән килә ала һәм генерал В.М.Чебриков[11] менән йөҙгә-йөҙ осраша ала ине, тип хәтерләй.
Эш алымдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡайһы саҡ шул уҡ Бобковта һап-һау ирҙәр маҡтана: бына йәнәһе беҙҙең вузда шунса ҡулға алыуҙар булды. Ә мин әйтәм: кемде ҡулға алаһығыҙ? Малайҙарҙымы? Нимә менән ғорурланаһығыҙ?[2]»
Е. Б. Козельцева үҙенең төп ысулы иҫкәртеү икәнен бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Е.Б.Козельцева һүҙҙәре буйынса Мәскәү дәүләт университетында 25 йыл өлкән куратор вазифаһы ваҡытында һыҙымдарҙың күсермәһен алып сит ил кешеһенә аҡсаға һатырға маташыусы бер физикты ғына ул ҡулға ала[2], икенсе бер мәҡәләһендә ул быны физика факультеты студенты була, уны аэропортта сит ил паспорты менән төшөрөп алалар, тип һөйләй[6].
Е. Б. Козельцева үҙенең ваҡытында бер нисә студент ҡыуыла тип иҫәпләй, «уларҙың береһе Ленин тәғлимәтен ревизиялай, икенсеһе шулай уҡ шундай нәмә менән шөғөлләнә.... Әммә был инде мин биргән нәмә түгел. Улар менән партия органдары шөғөлләнә, һәм шунан һуң инде уларҙың ҡыуылыуын бер кемдә туҡтата алмаҫ ине»[6]. Әгәр ҙә инде Краснопевцев төркөмө эше тураһында һүҙ бара тип фаразлаһаҡ (МДУ-ла Сталиндың вафатынан һуң иң шау-шыулы сәйәси эш), 1957 йылдың 14 авгусында тәүҙә 9 кеше ҡулға алына, ә һуңынан ҡыуыла, уларҙың күпселеге теге йәки был дәрәжәлә Мәскәү дәүләт университетының тарих факультеты менән бәйле була[12].
Отставкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Отставка алдынан бер өлгәшмәүсе, химия факультеты студенты, илдең бер партия етәкселәренең ейәне менән әңгәмәлә һаҡһыҙлыҡ ебәрә: «иғтибарға ал, олатайың мәңгелек түгел, һинең үҙеңә тормошта юл ярырға тура килә, яҡшы белгес булырға кәрәк»[2]. Бынан һуң, Е.Б. Козельцева һүҙҙәре буйынса, 1980 йылдың 1 февралендә[6] полковник дәрәжәһендә отставкаға ебәрелә. Тышҡы бәйләнештәр буйынса проректор урынбаҫары вазифаһына инә, һуңғараҡ журналистика факультетында эшләй.
Ғүмере аҙағында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле ғалимдар менән аралашыу тураһында ҡыҫҡа хәтирәләр авторы[6]. 2010 йылда 97-се йәшендә вафат була [1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оләсәһе — Альма Яновна, милләте буйынса латыш, Козельцева ғаиләһе менән йәшәй[6].
- Атаһы — Борис Алексеевич Листов, атаһы яғынан инәһе — Татьяна Алексеевна Владич
- Ҡыҙы — Марина Викторовна Листова, (29 декабрь 1940)
- Ире — Лев Васильевич Козельцев, курсташы[13]
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]18 орден һәм миҙал менән бүләкләнә[15], шул иҫәптән:
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены[16],
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1952 г.)[6],
- Октябрь Революцияһы ордены (1977 г.)[6],
- Ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[16],
- "Хәрби хеҙмәте өсөн" миҙалы[16],
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы[6].
- Ике тапҡыр СССР Дәүләт именлеге комитетының почётлы хеҙмәткәре[6].
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1960 — Баҡса ҡулсаһы[6]
- 1970 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының баш бинаһы, «И» корпусы, 77-се фатир.[17]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козельцева Е. Б. О Келдыше, Петровском, Тихонове, Хохлове и других…// Новости разведки и контрразведки (Москва), N 009—010 27.5.2004 2014 йыл 17 май архивланған.
- Клуб Ветеранов органов Госбезопасности " Козельцева Е. Б. 2014 йыл 21 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Москва изнутри Александр Чепарухин о МГУ . Дата обращения: 16 май 2014. Архивировано 17 май 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Г. В. Кузнецов. Журфак и Лубянка // Наш дом на Моховой. с. 217—222 2014 йыл 21 май архивланған.
- ↑ Исправлено потомками. В источнике ошибочно сказано, что рано потеряла отца Г. В. Кузнецов. Журфак и Лубянка // Наш дом на Моховой. с. 217—222 2014 йыл 21 май архивланған..
- ↑ Выпускники МИИТа т. 1. 1901—1966, Москва. 2006. с. 99 № 10380 2016 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Согласно тексту интервью: Г. В. Кузнецов. Журфак и Лубянка // Наш дом на Моховой. с. 217—222 2014 йыл 21 май архивланған.: Козельцева-Листова окончила механический факультет Московского электротехнического института инженеров транспорта 19-ти лет, то есть в 1933 году (В названии института при расшифровке интервью допущена ошибка — Московский электротехнический институт инженеров железнодорожного транспорта. С 1931 по 1933 год железнодорожный институт назывался — Московский эксплуатационный институт инженеров железнодорожного транспорта)
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 Козельцева Е. Б. О Келдыше, Петровском, Тихонове, Хохлове и других…// Новости разведки и контрразведки (Москва), N 009—010 27.5.2004 2014 йыл 17 май архивланған.
- ↑ В источнике ошибочно А. Доватора Предисловие к воспоминаниям Е. Б. Козельцевой // Новости разведки и контрразведки (Москва), N009-010 27.5.2004 2014 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Предисловие к воспоминаниям Е. Б. Козельцевой // Новости разведки и контрразведки (Москва), N009-010 27.5.2004 2014 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Марианна Максимовская: «Плох тот журналист, кто не чувствует общественных настроений»
- ↑ Свободные люди в несвободной стране
- ↑ Чебриков, Виктор Михайлович
- ↑ Сергеев В. Н. «Университетское дело»: формирование оппозиционных взглядов группы Л. Краснопевцева — Л. Ренделя.
- ↑ Выпускники МИИТа т. 1. 1901—1966, Москва. 2006. с. 99 № 10370 2016 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ Михаил Козельцев, 58 лет, г. Москва . Дата обращения: 17 май 2014. Архивировано 16 февраль 2015 года. 2015 йыл 16 февраль архивланған.
- ↑ Судя по фотографии (1965—1975 г?) на стенде участников войны на 9-м этаже Главного здания МГУ
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Козельцева Елена Борисовна (по «Победителям» — 27.06.1914 г. р.)
- ↑ Мгу Гл.здание Корп."и" — список жильцов и телефонов
- 22 майҙа тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәрҙәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 25 майҙа вафат булғандар