Козлова Екатерина Ивановна
Козлова Екатерина Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1923 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 9 ғинуар 2013 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | профессор |
Эш урыны | Мәскәү дәүләт юридик университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт юридик университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Козлова Екатерина Ивановна (12 октябрь 1923 йыл — 9 ғинуар 2013 йыл) — юрист, СССР һәм Рәсәй ғалимы, дәүләт хоҡуғы буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (1974), О. Е. Кутафин исемендәге университетта дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире һәм профессоры; ике томлы «Государственное право Российской Федерации» дәреслегенең авторҙашы (1993)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатерина Ивановна Козлова 1923 йылдың октябрендә Мәскәүҙә тыуған. Уға ике йәш булғанда, Сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссариатында эшләгән атаһын яңы барлыҡҡа килгән Төркиәгә эшкә ебәрәләр; ғаилә Төркиәлә дүрт йыл йәшәй. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, 1941 йылда, Екатерина урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәү станоктар эшләү институтына уҡырға инә. 1942 йылда ул, бер төркөм студенттар составында урман әҙерләү эштәренә китә.
1943 йылда Козлова һөнәрен алмаштыра — ул Мәскәү юридик институтына уҡырға инә, 1947 йылда уны уңышлы тамамлай. Юғары белем алғандан һуң, ул юридик институттың аспирантураһына уҡырға инә, унда уның ғилми етәксеһе профессор Степан Кравчук була. Кравчуктың башҡа уҡыусылары араһында буласаҡ профессор Златопольский Давид (аспирантурала академик отпуск алған сағында) була. 1953 йылдың май айында Козлова «Городской Совет депутатов трудящихся» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. 1951 йылда уҡ ул Мәскәү юридик институтына ҡараған дәүләт хоҡуғы кафедраһында ассистент булып эшләй, кафедра менән — профессор Яков Уманский етәкселек итә.
Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының (Мәскәү юридик институты һәм МДУ-ның юридик факультеты берләштерелә), дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһында ассистент булып бер йыл эшләгәндән һуң, Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына (ВЮЗЯ; бөгөн — Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты) эшкә күсә. Ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҡалаһы Краснопресненский районының халыҡ судының халыҡ заседателе була.
Профессор Александр Махненко үлгәндән һуң, 1991 йылдан алып 1972 йылға тиклем, Е. И. Козлова ВЮЗИ дәүләт хоҡуғы кафедраһының мөдире була. 1974 йылда «Представительные органы как форма выражения воли советского народа» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, юридик фәндәр докторы булып китә. 1979—1989 йылдарҙа шулай уҡ Мәскәүҙең Бауман районы халыҡ депутаттары советының дүрт саҡырылыш депутаты була. 1993 йылда, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Козлова һәм Кутафин «Государственное право Российской Федерации» дәреслеген баҫтырып сығара — китап 2001 йыл өсөн мәғариф өлкәһендә РФ Президенты премияһына лайыҡ була.
Е. И. Козлова СССР Юғары уҡыу йорттары министрлығы методик советының дәүләт хоҡуғы секцияһы ағзаһы була; ул Рәсәй Юғары аттестация комиссияһының эксперт составына һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесе ҡарамағында ғилми-эксперт советына инә. Бынан тыш, РФ Дәүләт Думаһының хоҡуҡи идаралығы ҡарамағында ойошторолған ижтимағи консультатив советтың һәм Рәсәй Үҙәк һайлауҙар комиссияһы эргәһендә ойошторолған ғилми-методик советтың ағзаһы була. 1995 йылда көсөнә ингән «О гражданстве» федераль законды төҙөүҙә ҡатнаша, һәм РФ Конституция суды тарафынан эштәрҙе ҡарағанда күп тапҡыр эксперт роленды сығыш яһай.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Государственное право Российской Федерации» (1993) — в соавторстве с профессором Олегом Кутафиным; премия Президента РФ в области образования за 2001 год.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Фадеев В. И. Екатерина Ивановна Козлова: классик при жизни // Lex Russica. — 2016. — В. 3 (112). — ISSN 1729-5920.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.
- Памяти Екатерины Ивановны Козловой, профессора Московского государственного юридического университета имени О. Е. Кутафина (МГЮА) / В. И. Фадеев // Государственная власть и местное самоуправление. — 2013. — № 4. — С. 47—48 . — ISSN 1813—1247.
- Козлова, Екатерина Ивановна. Избранные труды : сборник статей, лекций, тезисов / М-во образования и науки Российской Федерации, Московский гос. юридический ун-т им. О. Е. Кутафина (МГЮА); сост., авт. вступ. ст. Комарова В. В. — Москва : Проспект, 2017. — 304 с.; 22 см; ISBN 978-5-392-23774-6 : 1000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Екатерина Ивановна Козлова (1923—2013) . НИУ ВШЭ. Дата обращения: 13 ноябрь 2019. 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.