Эстәлеккә күсергә

Козлов Виктор Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виктор Васильевич Козлов
Файл:В. В. Козлов.jpg
Тыуған көнө

3 июль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Вафат булған көнө

17 декабрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (97 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

директор Новосибирского электровакуумного завода (1968—1987)

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1986
Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
ВДНХ алтын миҙалы Серебряная медаль ВДНХ

Козлов Виктор Васильевич (3 июль 1919 йыл17 декабрь 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1968—1987 йылдарҙа Новосибирск электровакуум заводы директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986), РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты (1971-1975).

1919 йылдың 3 июлендә Гамбург (Германия) янындағы Ниодсен ҡалаһында тыуған, рус хәрби әсирҙәр Василий Козлов һәм немка Эльза Придцелдең улы. 1920 йылда ата-әсәһе менән Рәсәйгә күскән.

Мәскәү хәрби-авиация училищеһын тамамлаған (1937-1939, тиҙ сығарылыш), 51-се алыҫ бомбардировка авиация полкында хеҙмәт иткән. Көнбайыш Украинаны, Көнбайыш Белоруссия, Молдавияны азат итеүҙә ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың октябренә тиклем фронтта була. Һуңынан (әсәһе немка булыу сәбәпле) төҙөлөш батальонында танкыға ҡаршы соҡор яһауҙа хеҙмәт итә. 1943 йылда 16-сы һауа армияһында 16- сы разведка полкында штурман урынбаҫары вазифаһына билдәләнә.

1946 йылда РККА-нан китә һәм Новосибирск геодезия, аэрофотосъемка һәм картография институтында директор урынбаҫары вазифаһына ҡабул ителә. Һуңынан РСФСР-ҙың йылға флоты министрлығының «Восток» баш идаралығында бәйләнеш урынлаштырыу начальнигы итеп билдәләнә.

1950-1963 йылдарҙа 617-се Новосибирск электровакуум заводында ОКБ машина төҙөү начальнигы, завком рәйесе, цех начальнигы булып эшләй. Ситтән тороп бөтә союз финанс-иҡтисади институтын (1961) юғары билдәләр менән тамамлай.

1963 -1968 йылдарҙа Новосибирск радиодеталь заводының беренсе директоры.

1968-1987 йылдарҙа Новосибирск электроваккум заводы директоры була. Уның етәкселеге осоронда йыллыҡ етештереү күләме 12-16 %-ҡа арта.

РСФСР Юғары Советы депутаты (1971-1975).

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986). Өс Ленин ордены, Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, ике II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар менән (шул иҫәптән «өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы, ВДНХ-ның алтын һәм көмөш миҙалы) бүләкләнә.

2016 йылдың 17 декабрендә Новосибирскиҙә вафат була.