Эстәлеккә күсергә

Колемасова Анастасия Дмитриевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колемасова Анастасия Дмитриевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Пенза өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 май 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Пенза өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Колемасова Анастасия Дмитриева (23 ноябрь 1923 йыл — 13 май 2012 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Пенза өлкәһе Земетчинский районындағы СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығына ҡараған «Заметчинский» шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхоздың звеньевойы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Анастасия Дмитриевна Колемасова 1923 йылда Пенза өлкәһе Заметчинский районының Үрге Матчерка ауылында тыуа.

Башланғыс белемле. Бик иртә эшләй башлай. 1941 йылда Заметчинский шәкәр заводының шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе совхозға эшкә килә. Ул эшсе, сусҡа ҡараусы, звеньевой ҙа булып эшләй. Һәр эшендә ҙур теләк менән эшләй һәм егәрлелек күрһәтә. 1947 йылда уның етәкселегендәге арыш үҫтереүсе звеноһы 9 гектар майҙандың һәр бер гектарынан уртаса 43,42 центнер уңыш ала.

1948 йылдың 18 майында СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм игендән рекордлы уңыш алғаны өсөн Анастасия Дмитриева Колемасоваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Анастасия Дмитриевна совхоз яңынан ойошторолғандан һуң Заметчинский районының Урицкий совхозына эшләргә күсә. Һуңғараҡ пенсияға сыға.

Метчерка ауылында йәшәй. 2012 йылдың 13 майында вафат була, ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пенза кешеләре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙары. Пенза, 1988.