Коломейцев Николай Васильевич
Николай Васильевич Коломейцев | |
Тыуған: |
1 сентябрь 1956 (68 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Весёловский районы, Проциков утары |
Гражданлығы: | |
Партия: | |
Эшмәкәрлек төрө: |
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты |
Персональный сайт | |
Николай Васильевич Коломейцев Викимилектә |
Никола́й Васи́льевич Коломе́йцев (1 сентябрь 1956 йыл) — Рәсәйҙең сәйәси эшмәкәре. КПРФ фракцияһынан икенсе (1995—1999), өсөнсө (1999—2003), бишенсе (2007—2011), алтынсы (2011—2016) һәм етенсе (2016 йылдан) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. КПРФ-тың Ростов өлкә комитеты һәм Ҡырым республика комитетының беренсе секретарые[1], КПРФ Үҙәк Комитетының Президиумы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 йылдың 1 сентябрендә Ростов өлкәһенең Весёловский районы Проциков утарында тыуған. Сальский ауыл хужалығы техникумын, Ростов ауыл хужалығы машиналар төҙөү институтын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай, унан Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте янындағы халыҡ хужалығы академияһында «менеджер-иҡтисадсы» һөнәре буйынса уҡый.
Карпат яны Хәрби округта хеҙмәт итә. Хәҙерге ваҡытта — запастағы капитан.
1977 йылдан алып «Ростсельмаш» комбайн төҙөү заводында эшләй: слесарь-һынаусы, инженер-технолог, мастер, механик, цех етәксеһе урынбаҫары, цех етәксеһе. КПСС-тың Ростов ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт, социаль-иҡтисади бүлектәренең инструкторы була. «Микротехника» Фәнни производство берекмәһендә производство етәксеһе булып эшләй.
1994 йылда Ростов өлкәһенең Закондар сығарыу йыйыны депутаты булып һайлана.
2000 йылдың декабрендә һәм 2004 йылдың декабрендә Дондағы Ростов мэры посына тауышҡа ҡуйыла, ике осраҡта ла эшләп йөрөүсе мэр Чернышёв Михаил Анатольевичтан ҡала икенсе урынды биләй.
1997 йылдың июнендә Ростов өлкәһенең 145-се Пролетарский бер мандатлы һайлау округы буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһына депутат булып һайлана, ә 1999 йылдың декабрендә киренән һайлана. 2003 йылдың декабрендә үҙенең округында һайлауҙарҙа еңелә. Администрация башлығы урынбаҫары — Ростов өлкәһе Администрацияһының эштәр менән идара итеүсеһе, Чернышёв Михаил Анатольевичтың ҡатыны Степанова Зоя Михайловна 3000-гә күберәк тауыш йыйып, һайлауҙа еңеп сыға. Коломейцев фекере буйынса Һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеү осраҡтары була, ошо сәбәпле, судҡа Һайлау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ләкин суд һайлауҙы закон талаптарына ярашлы үткән тип таный. 2007 йылдың декабрендә Коломейцев КПРФ-тың федераль исемлеге составында яңынан Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. Дәүләт Думаһының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса Комитет ағзаһы була. 2011 йылдың 4 декабрендә КПРФ-тан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. 2016 йылдың сентябрендә КПРФ партия исемлеге буйынса VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана (33-сө төбәк төркөмөндә № 1, Ростов өлкәһе)[2]
2015 йылдың 5 авгусында Ростов өлкәһенең губернаторына кандидат булып теркәлә. Һайлауҙарҙа 11,67 % тауыш йыйып, ғәмәлдәге губернаторҙан еңелә. «Советская Россия» гәзитенең мөхәррирҙәр ҡоро ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә индергән ҙур хеҙмәте һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2013 йылдың 12 июне)[3]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Персональный сайт 2018 йыл 30 апрель архивланған.
- Персональная страница на сайте КПРФ
- Профиль депутата VII созыва, VI созыва, V созыва, III созыва, II созыва на сайте Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации
- 1 сентябрҙә тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Рәсәй Федерацияһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары