Конбаун

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конбаун
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1752
Административ үҙәк Шуэбо[d], Ава[d], Амарапура[d] һәм Мандалай[d]
Идара итеү формаһы монархия
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1885
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
 Конбаун Викимилектә

Конбаун (бирм. ကုန်းဘောင်ခေတ်) — 1752 йылдан алып 1885 йылға тиклем Бирма батшалығында хакимлыҡ иткән Бирма батшалары династияһы.

Баш ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батшалыҡтың баш ҡалаһы бер нисә тапҡыр күсенә. Баш ҡаланы тулыһынса филдәр ярҙамында күсерәләр.

  • Шуэбо (17581765)
  • Ава (ҡала) (1765—1783, 18231841)
  • Амарапура (Үлемһеҙ ҡала) (1783—1823, 1841—1860)
  • Мандалай (1860—1885)

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Династияның башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1752 йылда Бирманың Таунгу империяһы тулыһынса мондарҙың Тергеҙелгән Хантавади дәүләте һөжүме аҫтында ҡолай. Бирманың һуңғы хакимы мондарҙың Пегу баш ҡалаһына алып кителә, ә Бирма элитаһының юғары эшелоны мон хакимына буйһона.

Әммә тиҙҙән Бирма халҡы мон власы менән көрәшкә күтәрелә. Моксобо округы хакимы Маун Аун Зея үҙенә буйһонған 46 ауыл халҡын Моксобола төҙөлгән нығытмаға йыя, тирә-яҡтағы ауылдарҙы яндыра, ҡоҙоҡтар һәм шишмәләрҙе күмә, ағастарҙы ҡырҡа, ун километр радиустағы бөтә ултыртмаларҙы юҡҡа сығара, дошман армияһы һыйыныу һәм туҡланыу урыны таба алмаҫлыҡ итеп, Моксобоның тирә-яғын сүллеккә әйләндерә. Аун Зея мондарҙың Моксобоға һөжүмен кире ҡаға, шунан һуң уға бөтә илдән крәҫтиәндәр, һөнәрселәр, һалдаттар һәм элекке чиновниктар ағыла башлай. 1753 йылда Аун Зея үҙен Бирма хакимы тип иғлан итә һәм Алаунпхайҙың тәхет исемен ҡабул итә, ә Шуэбо тип үҙгәртелгән Моксобо яңы баш ҡалаға әүерелә. Һуңынан Алаунпхая Шуэбо янында мон наместнигы Талабанды еңә һәм үҙәк Бирмала мондарҙы союздаштарынан мәхрүм итеп, шандарҙы тар-мар итә.

1753 йыл аҙағында Алаунпхая Аваны ала, ә 1754 йылда, алдан Аванан алып төньяҡҡа ҡарай шан райондарын үҙ контроле аҫтына ҡуйып һәм ғәскәрҙәрҙе шан отрядтары менән тулыландырып, көньяҡҡа юл ала. 1755 йылдың февралендә ул бирмандар йәшәгән территорияны тулыһынса азат итә, ә 1757 йылда мондарҙың баш ҡалаһы Пегуны баҫып ала һәм емерә, шуның менән Бирманы берләштереү өсөн көрәште тамамлай. 1759 йылда Иравади дельтаһындағы мондарҙың ихтилалын баҫтыра һәм Манипурға еңеү походына сыға. Был кенәзлекте Бирманың вассал буйһоноуына ҡуя.

1759 йылдың ноябрендә Бирма ғәскәрҙәре бынан алты йыл элек инглиздәр баҫып алған Негрэ утрауына килеп төшә, инглиз гарнизонын ҡырып һала һәм Бирмаға утрауҙы кире ҡайтара. Британ Ост-һинд компанияһы Бассейнда шулай уҡ факторияһын бөтөрөргә һәм оҙаҡ йылдарға Бирма менән рәсми мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә мәжбүр була.

1760 йылда Алаунпхая Сиамға баҫып алыу походы ойоштора. Әммә Аютия иленең баш ҡалаһын ҡамағанда яралана (йәки ауырып китә), сигенә башлай һәм кире ҡайтҡанда вафат була.

Наудонджи[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анаунпайяның улы Наудонджи күп һанлы фетнәләрҙе баҫтырып, берләшкән Бирмала үҙәк власын нығыта

Схинбьюшин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анаунпайя икенсе улы — Схинбьюшин, ул 1763 —1767 йылдарҙа тәхет яулай һәм Сиамды буйһондора. Сиамды тулыһынса ҡыйратылыуҙан башланып киткән бирма-ҡытай һуғыштары ҡотҡара. Схинбьюшин Бирманы һаҡлау өсөн Сиамдан ғәскәрҙәрен ҡайтарып алырға мәжбүр була, бының менән сиам полководецы Пья Таксин файҙалана, ул халыҡты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкә күтәрә һәм Сиамдың үҙәк өлөшөн бирмандарҙан азат итә.

Цин Ҡытайы менән тыныслыҡ урынлаштырылғандан һәм 1773 йылда ғәҙәттән тыш ҡанһыҙлыҡ менән мондар ихтилалы баҫтырылғандан һуң Схинбьюшин 1775 йылда ҡабаттан Сиамға ҡаршы үҙенең ғәскәрҙәрен йүнәлтә. Сиамда урынлашҡан армияның ауыр хәле тураһында мәғлүмәттәр көньяҡ Бирмалағы мондарҙы тағы ла бирмандар власына ҡаршы сығырға мәжбүр итә. Ихтилал аяуһыҙ баҫтырылғандан һуң меңәрләгән мондар Сиамға ҡаса һәм сиамлыларҙың Бирмаға ҡаршы көрәшенә ҡушыла.

Сингу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Схинбьюшин вафат булғандан һуң, 1776 йылда тәхеткә уның тыныслыҡ һөйөүсе улы Сингу ултыртыла. Яңы хаким Сиамдан ғәскәрҙәрен кире ала һәм һарай һәм дини хәстәрҙәргә сума. Был оппозицияның көсәйеүенә килтерә, ул тәхеткә үҙенең кешеһен ултыртырға һәм хәрби табыш килтергән баҫып алыу походтарын башларға ниәтләй. Сингу һарай түңкәрелеше һөҙөмтәһендә ҡолатыла.

Тибо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бодопайя — Анаунпайяның тағы бер улы — Сиамға яңы походтар башлай, 1785 йылда Бирмаға Араҡанды берләштерә һәм шань кенәзлектәре өҫтөнән Бирма контролен нығыта. Әммә Сиамға ҡаршы һуғыштар Бирманың еңелеүе менән тамамлана, ул XVIII быуат аҙағында Сиамдың яңы короле Рама I власын таныған лаос райондары өҫтөндә сюзеренитетын да юғалта.

Араканды яулап алғандан һуң, күп кенә аракандар, Бирма властарының ассимиляторлыҡ сәйәсәтенән ҡасып, Бенгалияның сик буйы райондарының аҙ халыҡлы территорияһына, Ост-Һинд компанияһы биләмәһенә ҡаса, унда Британия властары ризалығы менән Читтагонг һәм Дакка дистрикттарына күсенә. Ҡасаҡтар Бөйөк Британия биләмәһен Араканға баҫып инеү һәм талау өсөн база итеп ҡуллана башлай, уның халҡын бирмандар власына ҡаршы ихтилалға күтәрә. Бирма Калькуттала Британия властарынан Бирма территорияһына рейдтар ваҡытында ҡылған енәйәттәрн өсөн фетнә башлыҡтарын биреүҙе талап итә. Бирма дәүләтенең Аракан мәсьәләһен хәл итеү менән ҡыҙыҡһыныуын Британия яғы баҫым факторы булараҡ ҡуллана башлай.

Британия Һиндостаны генерал-губернаторы Бирма һарайына бер нисә илселек ебәрә. 1795 йылда Майкл Саймс миссияһының эше һөҙөмтәһендә Британия сауҙаһын күҙәтеү өсөн Рангунда Британия резидентын ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөлә, әммә Бөйөк Британия менән Бирманың үҙ-ара бәйләнештәрендә ысын сик проблемаһына әйләнгән Аракан мәсьәләһен көйләп булмай.

1798 йылда абруйлы Аракан феодалдарының береһе — Нга Тан Де Бенгалияға күп һанлы яҡлылары менән ҡаса, һәм унан Араканға һөжүм яһай башлай. Мах Бандула етәкселегендәге Бирма ғәскәрҙәре сик буйы һыҙатына яҡынлаша, Бенгалия территорияһына күсеү һәм Нга Тан Дены әсирлеккә алыу ҡурҡынысы янай. 1802 йылда Майкл Саймс йәнә Бирмаға ебәрелә һәм инглиз-бирма мөнәсәбәттәрендәге көсөргәнешлекте бер аҙ кәметә ала. Әммә 1811 йылда Чинбьян — Нга Тан Деның улы Британия территорияһында байтаҡ ғәскәр йыя, сик аша сыға һәм штурм менән Аракандың баш ҡалаһы Мьяу-Уны баҫып ала. Үҙен бойондороҡһоҙ хаким тип иғлан итеп, ул ярҙам һорап инглиздәргә мөрәжәғәт итә. Бирма ғәскәрҙәре Аракандан Чинбьянды ҡыуып сығара, әммә 1815 йылда үҙенең вафатына тиклем ул Бирма властарына ҡаршы көрәшә, инглиздәр ярҙамында уның территорияһына даими рейдтар яһай.

1817 йылда Бодопайя Ассамдағы Ахом дәүләтендә үҙ-ара низағтарға ҡыҫыла. Бирма армияһы был кенәзлеккә баҫып инә, һәм 1821 йылда полководец Маха Бандула Ассам тәхетенә Бирма кешеһен ултырта.

Баджидо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баджидо 1819 йылда тәхеткә ултыра. Шул уҡ йылда бирмандар Манипур раджаһын Баджидоның тәхеткә ултырыу тантанаһына барманы тип ғәйепләп, уны ҡолата һәм Манипур кенәзлеге тәхетенә яңы раджаны ултырта. 1824 йылда Бирма армияһы Качар кенәзлегенә бәреп инә, унда Манипурҙың ҡолатылған раджаһы төпләнгән була. Качарға раджаны манипурҙарҙан һаҡлау һылтауы менән Британия отряды ла юллана. Качар раджаһы һәм күрше Джайнтия кенәзе (шулай уҡ бирмандар оккупациялаған) үҙҙәрен Британ Ост-Һинд компанияһының вассалдары тип таный. 1824 йылдың мартында беренсе инглиз-бирма һуғышы башлана.

Ҡытайға уңышлы ҡаршы торған, Сиамды еңгән, шан һәм һинд кенәздәрен буйһондорған Бирманың көслө Һинд-Ҡытай дәүләтенә әйләнеүенән күҙе тонған Бирма һарайы яҡынлашып килгән хәүеф-хәтәрҙең ҙурлығын күҙ алдына ла килтерә алмай. Ике фронтта еңелеүгә дусар булып, 1825 йылдың аҙағында Баджидо солох һөйләшеүҙәрен башларға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә төҙөлгән Яндабо килешеүе Бирманы Британия колонияһына әйләндереүгә башланғыс һала.

Генерал-майор Арчибальд Кэмпбель (Campbell) етәкселегендәге 11000 европалы һәм һинд һалдаты Иравади буйлап үргә йөҙөп китә һәм 1824 йылдың 11 майында Рангун гаванен һәм шунан һуң бер нисә башҡа тораҡ пункттарҙы ала; ммә Ассамдан алға китергә тейешле ҡоро ер көстәре бирмандарҙың ҡыйыу башлығы Маха-Бандулынан бер нисә тапҡыр еңелә.

Һуғыштан бөлгөнлөккә төшкән ил ҙур контрибуция түләргә мәжбүр була. Уның 5 миллион рупий күләмендәге беренсе яртыһын түләү халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра, ә алдағы йылдарҙа контрибуцияның икенсе яртыһына аҡса йыйырға кәрәк була. Бөйөк Британия менән Бирманың контрибуция түләү сроктары һәм илдең төньяҡ-көнбайышындағы сик буйы проблемалары буйынса конфликттары инглиз властарының ризаһыҙлығын тыуҙыра, улар 1820-се йылдар аҙағына Авала бирман һарайы янындағы рәсми вәкилен тәғәйенләргә ҡарар итә.

Бөйөк Британияның үҫә барыусы экспансияһы шарттарында хаким Баджидо башлығында Бирмалағы идара итеүсе ҡатламдың күпселек өлөшө юғалып ҡала; күптәр Бирманың һуғышта еңелеүенең осраҡлы булыуына, илдең тиҙ тергеҙелеүе тураһында төрлө юрауҙарға ышана, инглиздәр Бирмаға Тенассеримды кире ҡайтарырҙар һәм резидентлыҡты юҡ итерҙәр тип уйлай. Баш ҡала бюрократияһының һәм чиновниктарҙың икенсе өлөшө (Май Ну — Баджидо ҡатыны һәм уның туғандары етәкселегендә) инглиз резидентын ҡыуып сығарыу һәм Бирманы тышҡы донъянан изоляциялау ҡатмарлы хәлде хәл итеүҙең иң яҡшы ысулы тип иҫәпләй. Алдан күрә белеүсән Бирма чиновниктары принц Таравади тирәләй төркөмләшә; улар донъялағы хәлде белергә теләй, Европа фәненең ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһына, илдә үҙгәрештәр кәрәклеген аңлай.

Әле башланған сикләнгән реформалар идара итеү класында ҡаршылыҡтарҙы киҫкенләштереп, 1837 йылда асыҡ конфликтҡа сәбәпсе була. Контрибуция буйынса түләүҙәр өсөн аҡсаның күп өлөшөн дәүләткә тапшырған һәм ғәмәлдә ауырыу Баджидо мәлендә ренент советын етәкләгән Минтаджи (Май Нуның ағаһы), илдә власты баҫып алырға тырыша. Әммә Бирма крәҫтиәндәре һәм армияның бер өлөшө принц Таравадиҙы яҡлап сыға. 1837 йылдың 9 апрелендә ул Баджидоның ҡолатылыуы тураһында иғлан итә.

Тараведи[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тараведи идара итеү осоронда илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса саралар ярайһы уҡ киңәйтелә. Армия Европа ҡоралы менән ҡайтанан ҡоралландырыла, уны Европа инструкторҙары өйрәтә башлай, Рангун нығытыла. Таравади тәхеткә ултырғас та Яндабо килешеүен һәм Аракан һәм Тенассерим провинцияларының Британия аннексияһын танымауы тураһында иғлан итә. Ул Британия резиденты Г. Берниҙың эшмәкәрлеген юҡҡа сығара, 1840 йылда ул ҡайтарыла, шуның арҡаһында яҡтарҙың дипломатик мөнәсәбәттәре өҙөлә.

Паган Мин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1846 йылда Бирма хакимы булып Паган Мин тора, уның ваҡытында 1851—1852 йылдарҙа икенсе инглиз-бирма һуғышы була. 1852 йылдың 20 декабрендә Көньяҡ Бирманы аннексиялау һәм уны һиндостандағы инглиз биләмәләренә ҡушыу тураһында декларацияға ҡул ҡуйыла.

Миндон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1853 йылдың февралендә власҡа Миндон килә, ул һуғышты тиҙ арала тамамлау яҡлы була, илдең яртыһының аннексияһын танымай, һәм инглиздәргә килешеүгә түгел, хәрби хәрәкәттәр тамамланыуын ике яҡтың да өндәшмәй генә таныуҙарына ризалашырға тура килә. Әммә һуғыш партизандар хәрәкәте формаһында дауам итә, һәм инглиздәр уны 1862 йылдан һуң ғына баҫтыра ала.

Миндон осоронда хакимлыҡ иткән синыфтың күпселеге илдең ижтимағи-сәйәси ҡоролошон етди үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген аңлай. 1860-сы йылдарҙа хеҙмәт өсөн ер бүлеү туҡтатыла, ә принцтар һәм чиновниктар айлыҡ эш хаҡына күсерелә. Провинцияларға аныҡ бүленеш үткәрелә, был уларҙы провинциаль аппараттың унификацияланған штаты булған ысын территориаль берәмектәргә әйләндерә. Суд системаһы реформаһы, һалым реформаһы, хәрби система реформаһы тормошҡа ашырыла. 1855 йылда Амарапурҙа дары етештереү заводы асыла, уның өсөн сеймалды шан кенәзлектәренән килтерәләр; шул уҡ ваҡытта мылтыҡтар сығарыу буйынса завод эшләй башлай. Миндон Үрге Бирмала аҙыҡ-түлек үҙаллылығын яҡлап алып ҡалырға һәм дөгө менән тәьмин итеүгә күсергә маташа, әммә уны тулыһынса эшләй алмайҙар, һәм дөгөнө Британия Бирмаһынан алып ҡайтырға тура килә. Бюджетты баланслау өсөн минераль сеймалға дәүләт монополияһы сәйәсәтен дауам итергә, шулай уҡ экспорт-импорт хаҡтарын билдәләргә һәм таможня пошлиналары индерергә тура килә. 1870 йылда беренсе телеграф линияһы төҙөлә, ул Мандалай менән Рангунды бәйләй, ә 1874 йылда баш ҡалала бирман телендә беренсе гәзит сыға башлай.

Миндон Британия властары менән яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тырыша, һәм инглиздәргә күп кенә ташламаларға бара. Ул бары тик Түбәнге Бирманы баҫып алыуҙы танымай. Ул оҙаҡ ваҡыт Лондонда королева Виктория хөкүмәте менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыуға иҫәп тота, әммә инглиздәр Бирманан бөтә илселектәрҙе Британия һиндостанының генерал-губернаторына ебәрә, шулай итеп, Бирма суверенлы дәүләт булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бирма хөкүмәте тарафынан ауыр ҡабул ителгән был кәмһеткес хәлде еңеп сығырға тырышып, Миндон Бирма хакимдарынан беренсе булып үҙенең илселәрен Көнбайыш илдәренә ебәрә.

1873—1874 йылдар аҙағында инглиз хакимлығын танымаған һуғышсан кара халҡы йәшәгән урман өлкәһе сиктәре буйынса етди тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килә. Англияға ҡарата дәүләттең вассалы булған Манипур һәм Бирма араһындағы сикте анығыраҡ билдәләү өсөн, бәхәсле өлкәгә географик тикшереү үткәрелә. Бирма араһындағы сикте анығыраҡ билдәләү өсөн Манипур англияға ҡарата вассал булған дәүләт бәхәсле өлкәне географик тикшереү үткәрә. Оҙайлы бәхәстәрҙән һуң король ниһайәт бирешә, һәм 1875 йылдың 21 июнендә инглиз талаптары рухында төҙөлгән килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Тибо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миндон 1878 йылдың октябрендә, күп һанлы улдары араһында тәхет өсөн алыштың булыуынан ҡурҡып, вариҫ тәғәйенләмәйенсә, вафат була. Властың мираҫы тирәләй интригалар Бирмала уның ауырыуы ваҡытында уҡ башлана. Заговор һөҙөмтәһендә тәхет вариҫы итеп уның кесе улы Тибо Мин тәғәйенләнә.1879 йыл башында, илдән ҡасып өлгөрмәгән һәм тәхеткә дәғүә итеүсе булараҡ хәүефле булған, Тибоның туғандары юҡ ителә. Батша ғаиләһенән һәм уларҙың яҡындарынан 80-гә яҡын кешеһе, шул иҫәптән Миндондың 8 ағаһы, уның 48 улынан 31 һәм 62 ҡыҙынан 9 кеше үлтерелә. Һөҙөмтәлә Бирма элитаһының реформатор төркөмө ғәмәлдә юҡҡа сыға.

1879 йылда күмәк язалауҙар Тибоға ҡаршы һәм Бирма анексияһы (йәки уны протекторатҡа әйләндереү) файҙаһына Британия йәмәғәтселек фекерен уятыу өсөн яҡшы сәбәп булып тора. 1879 йылдың октябрендә инглиздәр Бирма менән мөнәсәбәттәрҙе өҙә; улар кисекмәҫтән Бирмаға һөжүм итеүҙән инглиз-афған һуғышындағы һәм Көньяҡ Африкалағы бураларға ҡаршы көрәштәге ауырлыҡтар арҡаһында ғына баш тарта. Әммә Тибоға ҡаршы даими провокациялар Бирма тәхетенә дәғүәселәрҙең сығыштарын ойоштороу юлы менән дауам итә (1878 йылғы түңкәрелеш ваҡытында Британия территорияһына ҡасып өлгөргәндәр иҫәбенән).

Бирма Бөйөк Британия менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләргә теләүен дауам итә һәм дуҫтарса миссиялар ебәрә, шулай уҡ инглиз экспансияһына ҡаршы тороу һәм үҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау өсөн Рәсәй, Франция һәм башҡа европа державалары менән тиң хоҡуҡлы мөнәсәбәттәр урынлаштырырға тырыша, әммә барыһы ла һөҙөмтәһеҙ була.

1885 йылдың октябрендә Бирма Юғары Хлудо советы инглиз ағас әҙерләү компанияһына ағас сығарыуға квоталарҙы ике тапҡырға арттырғаны өсөн штраф һала. Инглиздәр бында "Британия сауҙаһы мәнфәғәттәрен ҡыҫырыҡлауҙы" күрә. Британия Бирмаһының юғары комиссары ультиматумды күрһәтә һәм бирмандарҙың ил суверенитетын бөтөрөүгә ризалыҡ биреүҙән баш тартҡандан һуң өсөнсө инглиз-бирман һуғышы башлана. 1885 йылдың 2 декабрендә Тибо формаль рәүештә тәхеттән баш тарта, ә 1886 йылдың 1 ғинуарында Бирма аннексиялана һәм хәҙер инглиз королеваһы биләмәләренең бер өлөшө булып тора тип иғлан ителә.

Хакимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конбаун династияһы
Идара итеү осоро Хаким
17521760 Алаунпайя (У Аун Зея)
1760—1763 Наундоджи
1763—1776 Схинбьюшин
1776—1782 Сингу Мин
1782 Маун Маун
1782—1819 Бодопайя
1819—1838 Баджидо
1838—1846 Таравади
1846—1853 Паган Мин
1853—1878 Миндон
1878—1885 Тибо
1879—1885 Супалаят (королева)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Thant Myint-U, The Making of Modern Burma, ISBN 0-521-79914-7
  • «История Востока» (в 6 т.). Т.IV «Восток в новое время (конец XVIII — начало XX вв.)», книга 1 — Москва: издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2004. ISBN 5-02-018387-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]