Кононова Мария Михайловна
Кононова Мария Михайловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 август 1898 или 1898[1] |
Тыуған урыны | Ырымбур, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 февраль 1979 или 1979[1] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, педолог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | тупраҡ тураһында фән[d] һәм тупраҡты өйрәнеү[d][2] |
Эш урыны |
В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институты[d] Үзбәкстан милли университеты[d] |
Уҡыу йорто | Воронеж дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кононова Мария Михайловна (18 август 1898 йыл, Ырымбур — 20 февраль 1979 йыл, Мәскәү) — СССР ғалимы, тупраҡтың органик матдәһен өйрәнеү өлкәһендә белгес. Биология фәндәре докторы, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1968).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай. 1917—1918 йылдарҙа Воронеж ауыл хужалығы институтында уҡый, 1921—1925 йылдарҙа Урта Азия университетының физика-математика факультетында биология бүлегендә, 1925—1928 йылдарҙа — аспирантурала микробиология һәм үҫемлектәр физиологияһы кафедраһында эшләй.
1926 йылдан 1932 йылға тиклем Аҡ-Ҡаваҡ тәжрибә станцияһында микробиолог.
1932 йылдан В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында эшләй. 1945—1976 йылдарҙа тупраҡ биохимияһы лабораторияһы мөдире.
1935 йылда диссертация яҡламайынса ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә. 1943 йылда «Органическое вещество почв сухих степей Заволжья и процессы превращения его в условиях орошаемого земледелия» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1946 йылдан алып — биохимия профессоры.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Монографиялары
- «Проблема почвенного гумуса и современные задачи его изучения» (1951), 1952 йылда уның өсөн В. В. Докучаев исемендәге премияға лайыҡ була.
- «Органическое вещество почвы. Его природа, свойства и методы изучения» (1963).
1968 йылда был китаптары өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә. Монографиялары Англияла (1961, 1966), ГДР-ҙа (1958), Польшала (1955, 1968), Японияла (1963, 1976), Ҡытайҙа (1956) баҫылып сыға.
1975 йылда «Гумус естественных и освоенных почв» китабы баҫылып сыға.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1953)
- СССР дәүләт премияһы (1968)
- В. В. Докучаев исемендәге премия (1952)
- миҙалдар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Женщины-почвоведы
- Мария Михайловна Кононова: (К 70-летию со дня рождения и 43-летию научной и общественной деятельности. Почвоведение, 1968, № 8.
- Д. С. Орлов. Химия почв.
- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1029166366 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Kononova, Marija Michajlovna // Чешская национальная авторитетная база данных