Эстәлеккә күсергә

Головченко Константин Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Константин Головченко битенән йүнәлтелде)
Головченко Константин Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Вафат булған көнө 23 апрель 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Головченко Константин Александрович (16 август 1925 йыл — 23 апрель 2003 йыл) — сәхнә биҙәүсе (сценограф), рәссам. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1985). Рәссамдар союзы ағзаһы (1973). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Константин Александрович Головченко 1925 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Князев ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Князев ауылы) тыуған.

1950 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын (педагогтары П. М. Лебедев, А Э. Тюлькин) тамамлай.

Училищены тамамлағандан һуң 1964 йылға тиклем СССР драма театрҙарында рәссам булып эшләй (Чита, Севастополь, Хабаровск, Ирбит, Семипалатинск, Бийск ҡалаларында).

1964 йылдан алып Өфөлә йәшәй. 1967—1885 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй.

Головченко Константин Александрович Севастополь Ҡыҙыл Байраҡлы Ҡара диңгеҙ флоты театрында, Амурҙағы Благовещен ҡалаһында Амур өлкә театрында, Хабаровск крайы һәм йәш тамашасылар театрында, А. Н. Островский исемендәге Ирбит дәүләт театрында, Семипалатинск өлкәһе Абай исемендәге берләштерелгән ҡаҙаҡ һәм урыҫ драма театрында, Бийск драма театрында яҡынса 110 спектаклде биҙәй. 1964 йылдан һуң станокта башҡарылған һынлы сәнғәттә эшләй.

Рәссамдың картиналары Рәсәй Федерацияһының Художество фондында, Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, төбәк музейҙарында һаҡлана.

Пейзаждары: «Река Белая под Уфой», «Утро в нефтяном крае» (икеһе лә — 1978), «Хребты уральские» (1982), «Весна в Закарпатье» (1984), «Тюменский меридиан» (1991), «В степях Башкирии» (2000), «Херсонес» (2001), 5-се Удар армия ветерандарының портреттары серияһы (1974—77), триптих «5-й Ударной посвящается» (1985), «Вызываю огонь на себя» полотноһы (1986).

Константин Александрович Головченко — 1951 йылдан алып художество күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1972, 1976, 1992, 2002), Донецкта, Мәскәүҙә, Николаевта (1976), Херсонда, Кишиневта (1977), Стәрлетамаҡта (1982).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1985).
  • I дәрәжә (1945) һәм II дәрәжә (1985) Ватан һуғышы ордены.