Косенко Николай Васильевич (яҙыусы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай Васильевич Косенко
Файл:Николай-Косенко2.jpg
Николай Васильевич Косенко
Тыуған көнө:

23.05.1943

Тыуған урыны:

Воронеж өлкәһе Россошанский районы Криничное ауылы

Вафат булған көнө:

22.07.1993

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1982-1993

Йүнәлеше:

балалар әҙәбиәте

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Николай Васильевич Косенко (23 май, 1943 йыл (Воронеж өлкәһе, Россошанский районы Криничное ауылы) — 22 июль 1993 йыл, Дондағы Ростов) — рус совет яҙыусыһы , Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1991).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Васильевич Косенко 1943 йылдың 23 майында Воронеж өлкәһе, Россошанский районы Криничное ауылында тыуа. Буласаҡ яҙыусының бала сағы шул ауылда үтә, унда Косенко мәктәпте тамамлай. 1961 йылда ул Дондағы Ростовҡа китә. Мәктәптән һуң армияла хеҙмәт итә, артабан крансы, йөк ташыусы, электрик булып эшләй. 1977 йылда Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Н. В. Косенко «Дон» журналында, 1992 йылдан алып «Крестьянин» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. Косенконың «Редкие звезды» тигән тәүге китабы 1982 йылда баҫыла. Артабанғы «Среди добрых людей» китабында яҙыусы үҙенә бала сағынан уҡ таныш булған ауыл кешеләренең тормошон һүрәтләй.

Ул шулай уҡ ауылда йәйге каникулдарын үткәреүсе ҡала балалары тураһындағы «Каникулы в Апимондии» тигән повесын яҙа.

1991 йылда прозаик Н. В. Косенконы Рәсәй Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул итәләр.

Николай Васильевич Косенко 1993 йылдың 22 июлендә вафат була. Ул Дондағы Ростов ҡалаһының Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусының баҫылған әҫәрҙәре:

  • Редкие звезды. Повесть, рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1982.
  • Среди добрых людей. Повести и рассказы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1987.
  • Косенко, Н. Каникулы в Апимондии: три урока природы / Н. В. Косенко; худож. Н. Я. Бойко.- Ростов н/Д: Ростовское книжное изд-во, 1988. — 176 с.: ил. (Рассказы о профессии)
  • Холодное пламя заката. Повести и рассказы. М.: Современник, 1989.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мирошниченко, М. На виду у села / М.Мирошниченко // Шолоховское притяжение. — Ростов н/Д, 1991. — С.205-207.
  • Егоров, Н. Другая жизнь / Н.Егоров // Приазовский край. — 1993. — 28 окт.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Изолированная статья