Эстәлеккә күсергә

Косилов Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косилов Николай Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Косилов Николай Иванович (7 ғинуар 1937 йыл — 18 июль 2009 йыл) — ғалим-инженер-механик, уйлап табыусы, юғары мәктәп эшмәкәре. 2005—2009 йылдарҙа Силәбе агроинженерҙар университеты проректоры. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1998) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2007) кавалеры.

Николай Иванович Косилов 1937 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Чайковка ауылында тыуған. Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм жлектрләшетереү техникумын (бишле билдәләре менән 1956 йылда) һәм Силәбеауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын (1961) тамамлаған. 1961—1964 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинаты һөт-йәшелсә совхозының баш инженеры булып эшләй.

1964 йылдан Силәбе агроинженерҙар университетында (1992 тиклем ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтында): аспирант, ассистент, доцент (1972), 1971—72 йылдарҙа һәм 2005 йылдан башлап урып-йыйыу машиналары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан алып квалификация күтәреү факультеты директоры, профессор, 2005 йылдан — проректор. 1969 йылда кандидатлыҡ, 1990 йылда докторлылыҡ диссертацияларын яҡлай. Профессор (1991).

Косилов ҡатнашлығында иген урып-йыйыу комбайндары менән ике фазала һуғыу, орлоҡ игенен фракциялап эшкәртеү технологиялары һ.б. уйлап табыла.

250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 57 уйлап табыу авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре иген һәм башҡа культураларҙы урып-йыйыу, йыйып алынған игенде эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы машиналары эшләү һәм модернизациялауға арналған.

Ауыр һәм оҙайлы ауырыуҙан һуң 2009 йылдың 18 июлендә вафат була.

  • Зерноуборочные комбайны: Моногр. М., 1986;
  • Совершенствование технологии уборки и послеуборочной обработки урожая зерновых, зернобобовых и крупяных культур в условиях Урала: Учеб. пособие. Ч., 1995;
  • Современные зерноуборочные комбайны: Учеб. пособие. Ч., 1998. Соавт.: В. В. Бледных, В. Е. Рогоза и др.;
  • Состояние и тенденции развития современных кормоуборочных комбайнов: Учеб. пособие. Ч., 1998. Соавт.: В. В. Бледных, В. М. Урайкин;
  • Зерноуборочные комбайны двухфазного обмолота. М., 1999.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994).
  • II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә.
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002)