Эстәлеккә күсергә

Косово виләйәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово виләйәте
Нигеҙләү датаһы 1877
Дәүләт  Ғосман империяһы
Административ үҙәк Скопье
Халыҡ һаны 1 602 949 кеше (1911)
Сиктәш Босния виләйәте[d] һәм Салоник виләйәте[d]
Алмаштырылған Сербия короллеге
Алыштырған Short-lived Ottoman provinces[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1913
Урынлашыу картаһы
 Косово виләйәте Викимилектә

Косово виләйәте (ғосман. ولايت قوصوه, Vilâyet-i Kosova‎;[1] төр. Kosova Vilayeti; алб. Vilajeti i Kosovës; макед. Косовски вилает, серб-хорв. Kosovski vilaet; сер. Косовски вилајет) — Балҡан ярымутрауында Ғосман империяһы провинцияһы, ул Косово территорияһын һәм Македонияның байтаҡ өлөшөн үҙ составына ала. Санжак — серб-черногор төбәге, 1878 йылдан алып 1909 йылға тиклем Австро-Венгрия оккупацияһы аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ формаль рәүештә виләйәт составына ингән[2]. Ускюб (Сколье) административ үҙәк һәм провинцияның иң эре ҡалаһы булып иҫәпләнә, унда 32 000 кеше йәшәй. Ҙурлығы буйынса икенсе ҡала — Приштина, унда 30 000 кеше йәшәй.

Виләйәткә биш санжак инә:

  • Скоп — Скопье, Куманово, Качаник, Штип, Кратово һәм Кочани ҡалалары инә
  • Призрен — Призрен һәм Тетово ҡалалры инә
  • Печ — Печ, Джаковица, Гусинье, Беране һәм Трговиште ҡалалары инә
  • Приштин — Приштина, Косовска-Митровица, Вучитрн, Гниляне һәм Прешево ҡалалары инә
  • Новипазар — Нови-Пазар, Сьеница, Колашин, Нова-Варош һәм Приеполье ҡалалары инә

Албан милли хәрәкәте тарафынан Косово виләйәте бойондороҡһоҙ албан дәүләте өлгөһө булараҡ ҡарала. Тап уның территорияһында Призрен лигаһы ойошторола.

Беренсе Балҡан һуғышынан һуң виләйәт Сербия, Черногория һәм Албания араһында бүленеп алына.

  1. Salname-yi Vilâyet-i Kosova («Yearbook of the Vilayet of Kosovo»), Kosova vilâyet matbaası, Kosova [Serbia], 1318 [1900]. in the website of Hathi Trust Digital Libray.
  2. Anderson, Frank Maloy and Amos Shartle Hershey, The Austrian occupation of Novibazar, Handbook for diplomatic history of Europe, Asia and Africa 2016 йыл 23 апрель архивланған.