Красников Николай Олегович
Красников Николай Олегович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 февраль 1985 (39 йәш) |
Тыуған урыны | Шадринск, Ҡурған өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спидвейный гонщик |
Уҡыу йорто | Шадринский государственный педагогический институт[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Красников Николай Олегович (4 февраль 1985 йыл) — боҙҙа мотоуҙышта сығыш яһаусы спортсы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Шәхси зачетта һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы, команда зачетында ун ике тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Олегович Красников 1985 йылдың 4 февралендә Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһында, мотокросс буйынса профессиональ тренер ғаиләһендә тыуған.
Атаһы етәкселегендә 11 йәштән алып мотокросс, 1998—1999 йылдың ҡышынан — Шадринск ҡалаһында боҙҙа мотоуҙыш менән шөғөлләнә. 1999—2000 йылдар миҙгелендә тәүге рәсми ярыштарҙа ҡатнаша, ул «Торпедо-ШААЗ» командаһы составында ил чемпионатында 5-се урын биләй. 2000 йылдың 16 декабрендә Николай Рәсәй команда чемпионатының беренсе этабында Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионы боҙонда тәүге тапҡыр Шадринск автоагрегат заводы командаһы өсөн сығыш яһай[1].
Киләһе 2000/01 миҙгелендә инде илдең юниорҙар чемпионатында еңеү яулай, ә боҙҙағы спидвей буйынса Рәсәй команда чемпионатында «Торпедо-ШААЗ» командаһы менән бронза призер була. 2001/02 миҙгелендә Өфөнөң «Башҡортостан» командаһына күсә, әлеге ваҡытта уның составында туғыҙ чемпион титулы яулаған, шул иҫәптән — алтауһы бер рәттән (2004—2008). Илдең шәхси чемпионатында ете тапҡыр чемпион титулы яулаған.
2003 йылда боҙҙағы спидвей буйынса Рәсәй шәхси чемпионатында тәүге тапҡыр призер була, Донъя шәхси чемпионаты циклында сығыш яһау хоҡуғы ала, унда тәү башлап сығыш яһау миҙгелендә 8-се була. Киләһе миҙгелдә инде спортсы донъяла өсөнсө була, ә 2005 йылдан башлап рекорд серияһы ҡуя — донъя шәхси чемпионатында 8 еңеү, шуның менән бергә бер рәттән (2005—2012). Айырыуса шул иғтибарға лайыҡ, 2006 һәм 2009 йылдарҙа Николай Красников чемпионаттың бөтә этаптарында ла еңеү яулай.
Параллель рәүештә донъя команда чемпионатында сығыш яһай һәм, Рәсәй йыйылма командаһы составында ун ике алтын миҙал яулай, шуларҙың 10 — бер рәттән (2004—2013 һәм 2015—2016).
2007 йылда Шадринск дәүләт педагогия институтын тамамлай[2].
2011 йыл миҙгеле аҙағында карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә. Спортсы, Өфө клубының ил чемпионатында позицияһын юғалтмаҫ өсөн генә ярыштарҙа сығыш яһауҙы дауам итәсәкмен тип белдерә[3]. Әммә, спортсы һуңынан аңлатыуынса, «[Башҡортостан] республикаһындағы сәйәси хәл-тороштар миңә быны эшләргә мөмкинлек бирмәне, һәм уҙған [2011-2012] миҙгелдәрҙе тулыһынса төшөрөп ҡалдырҙым»[4]. 2013 йыл миҙгелендә спортсы донъя шәхси чемпионатында сығыш яһамай, әммә донъя команда чемпионатында ҡатнаша. 2014 йыл миҙгелендә Рәсәй шәхси чемпионатында һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашмай, әммә 2015 йылда яңынан донъя команда чемпионатына һәм Рәсәй шәхси чемпионатына әйләнеп ҡайта, донъя шәхси чемпионаты этабында ҡатнаша. 2016 йылда шул уҡ хәл ҡабатлана.
Тренерҙары — Олег Красников, Владимир Белоногов (механик), Сергей Шутов.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Мотоспорт федерацияһы етәксеһе була[5], 2015 йылдың авгусында, республикала мотоспорт үҫешендә алға китеш булмау һәм «Ғ. Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәген» финанслау туҡтатылыу менән бәйле, отставкаға китә[6].
Боҙҙа мотоуҙышта ҡатнашыуҙан тыш, мотокросстарҙа һәм ҡаргиҙәрҙә кросстарҙа ҡатнаша.
Гран-при донъя серияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сезон | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | Урын | Баллдар |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2003 | Саранск 18 |
Саранск 16 |
Ассен 13 |
Ассен 5 |
Берлин 13 |
Берлин 10 |
8 | 75 | ||||
2004 | Саранск 16 |
Саранск - |
Өфө 16 |
Өфө 20 |
Ассен 25 |
Ассен 14 |
Берлин 25 |
Берлин 16 |
3 | 132 | ||
2005 | Саранск 25 |
Саранск 25 |
Ассен 20 |
Ассен 16 |
Берлин 18 |
Берлин 20 |
1 | 124 | ||||
2006 | Саранск 25 |
Саранск 25 |
Ассен 25 |
Ассен 25 |
1 | 100 | ||||||
2007 | Өфө 20 |
Өфө 18 |
Ассен 20 |
Ассен 25 |
Берлин 18 |
Берлин 25 |
1 | 126 | ||||
2008 | Саранск 25 |
Саранск 25 |
Ассен 25 |
Ассен 25 |
Берлин 10 |
Берлин 14 |
1 | 124 | ||||
2009 | Красногорск 25 |
Красногорск 25 |
Өфө 25 |
Өфө 25 |
Берлин 25 |
Берлин 25 |
Ассен 25 |
Ассен 25 |
1 | 200 | ||
2010 | Тольятти 25 |
Тольятти 25 |
Саранск 16 |
Саранск 25 |
Инсбрук 25 |
Ассен 25 |
Ассен 25 |
Берлин 25 |
Берлин 20 |
1 | 211 | |
2011 | Красногорск 25 |
Красногорск 25 |
Тольятти 18 |
Тольятти 20 |
Ассен 20 |
Ассен 18 |
Инцель 25 |
Инцель 25 |
1 | 176 | ||
2012 | Красногорск 18 |
Красногорск 18 |
Өфө 17 |
Өфө 21 |
Ассен 18 |
Ассен 19 |
Уппсала 21 |
Уппсала 16 |
1 | 148 | ||
2015 | Красногорск 21 |
Красногорск 20 |
Тольятти - |
Тольятти - |
Алма-Ата - |
Алма-Ата - |
Ассен - |
Ассен - |
Инцелль - |
Инцелль - |
13 | 41 |
2016 | Красногорск 18 |
Красногорск 15 |
Алма-Ата - |
Алма-Ата - |
Берлин - |
Берлин - |
Ассен - |
Ассен - |
Инцелль - |
Инцелль - |
13 | 33 |
2017 | Тольятти - |
Тольятти - |
Шадринск 13 |
Шадринск 15 |
Алма-Ата - |
Алма-Ата - |
Берлин - |
Берлин - |
Херенвен - |
Херенвен - |
15 | 28 |
Рәсәйҙә ҡаҙаныштары.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫмерҙәр ярышында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ололар ярышында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Халыҡ-ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Юлаев ордены, 2004
- Халыҡ-ара класслы Рәсәй спорты мастеры, 2003
- Рәсәйҙең боҙҙа мотоуҙыш буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, 2008
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Олег Николаевич; әсәһе — Ирина Александровна[7]. Николай Олеговичтың улы бар[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КРАСНИКОВ НИКОЛАЙ ОЛЕГОВИЧ. 2018 йыл 1 май архивланған.
- ↑ КРАСНИКОВ Николай Олегович.(недоступная ссылка)
- ↑ Николай Красников завершает карьеру гонщика
- ↑ Николай Красников завершил карьеру
- ↑ Николай Красников возглавил Федерацию мотоспорта республики
- ↑ Президент Мотофедерации Башкирии Николай Красников подал в отставку
- ↑ Многократный чемпион мира по мотогонкам на льду Николай Красников: «Мотоциклами я заинтересовался в шесть лет»
- ↑ Гонщик Красников Николай Олегович: биография, достижения и интересные факты.