Эстәлеккә күсергә

Кривая (Чир ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кривая
Характеристика
Оҙонлоғо 56 км
Бассейн 509 км²
Һыу ағымы
Тамағы Чир
 · Урынлашыуы йылға тамағынан 221 км өҫтәрәк
 · Координаталар 49°13′05″ с. ш. 41°51′33″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Чир → Дон → Азов диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Волгоград өлкәһе,Ростов өлкәһе
Район Серафимович районы, Шолохов районы, Боков районы
РДҺР 05010300812107000009702
Кривая (Чир ҡушылдығы) (Ростов өлкәһе)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Кривая — Рәсәйҙең Волгоград һәм Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы Чир йылғаһының ҡушылдығы. Чир йылғаһы тамағынан 221 км өҫтәрәк уң яғынан килеп ҡоя. Йылға оҙонлоғо 56 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 509 км2.

Йылға Волгоград өлкәһендәге Серафимович районының Ягодное (Еләкле) утары янында башлана. Волгоград һәм Ростов өлкәһе сиге буйынса аҫҡа табан аға. Ростов өлкәһендә Шолохов районы Криушинский утарынан көнсығыштараҡ , унан — Волгоград өлкәһе Серафимович районының Рубашка утарынан көнбайыштараҡ аға һәм Ростов өлкәһе Боков районының Дубовый (Имәнле) утары янынан ағып үтә. Артабан Ростов өлкәһе Горбатов утарынан көнсығыштараҡ, Белавин һәм Астахов утарҙары аша үтеп, уларҙан көньяҡ-көнбайыштараҡ күл хасил итә. Һуңынан Дуленков утарын үткәс, ул Боковская станицаһынан көнсығыштараҡ Чир йылғаһына ҡоя.

Боков районында Кривая йылғаһы "Обливская ст.— Совет ст. — Боков ст. — Ҡарғын ст.— Боков ст. — Белавин утары — Имәнле утары " автомобиль юлын киҫеп үтә. Йылға аша йәйәүлеләр йөрөү өсөн тротуарлы ҙур күпер һалынған[1].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса йылға Дон һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Чир йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[2].