Кривичтар
Кривичтар | |
Кривичтар Викимилектә |
Кривичтар (бор.-урыҫ. криви́чи) — көнсығыш-славян ҡәбиләһенең союзы[1][2], улар VIII—X быуатта Көнбайыш Двина, Днепр һәм Волга йылғалары башында барлыҡҡа килә
Игенселек, малсылыҡ, һөнәрселек менән шөғөлләнәләр. Төп ҡалалары: Смоленск, Полоцк, Изборск. IX быуаттан — боронғо Рус дәүләте составында. Фараздарҙың береһе буйынса, боронғо рус халыҡтары составына инә. XI—XII быуаттарҙа кривичтар биләмәһе Смоленск һәм Полоцк кенәзлегенә, төньяҡ-көнбайыш өлөшө Новгород биләмәһенә инә. «Повесть временных лет» йылъяҙмаларында кривичтарҙың үҙҙәренең сығышын полочаниндарҙан ала тип күрһәтелә:
От сихъ же [полочан] и кривичи, иже сѣдять на верхъ Волгы, и на вѣрхъ Двины и на вѣрхъ Днѣпра, ихъже и городъ есть Смолѣнескъ; туда бо сѣдять кривичи (Повесть временных лет) |
Этнонимы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Кривич» атамаһы төрлө тикшеренеүселәр тарафынан төрлөсә аңлатыла. Бер версия буйынса, ҡала исеме славян-кривичтарҙың нигеҙ һалыусыһы Криванан, кривой-кәкре һүҙенән килеп сыҡҡан[3]. Икенсе версия буйынса — балттарҙың тәүге руханийы Криве-Кривейте исеменән, «кровные» (ҡан буйынса яҡынлыҡ), «кривой» (кеше тураһында, тау-ташлы урын)[4].
Кривичтар төркөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривичтарҙы псков һәм полоцк-смоленск төркөмгә бүлергә була. Шулай уҡ кривичтар Пелопоннес ярымутарыунда, XIV быуаттың грек «Хроника Мореи» яҙмаһында[5] славяндарҙың бер ҡәбиләһе булараҡ телгә алына[6].
Кривичтарҙың полоцк-смоленск мәҙәниәтендә славян биҙәүестәре менән бер рәттән балт төрөнөң элементтары бар.
Полоцк кривичтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Полочаниндар — IX быуатта хәҙерге Витебск өлкәһе территорияһында, Белоруссияның Минск өлкәһе төньяғында ултырыусы кривичтарҙың өлөшө.
Псков кривичтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тверь кривичтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Смоленск кривичтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трубачев Балкандағы смоленск халҡын кривичтарҙың көнсығыш славян тармағы менән бәйләй[7].
Пелопонес кривичтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трубачев Грециялағы Пелопонесста Kryvitsani топонимының бында ҡасандыр кривич төркөмө йәшәгәнлеге барлығы тураһында хәбәр итә, тип иҫәпләй[8].
Йәшәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривичтар иң эре көнсығыш славян ҡәбиләләре берләшмәләренең береһе булып тора. Улар Белоруссияның төньяғын ғына түгел, шулай уҡ Двина һәм Днепр буйы райондарын, Псковщина һәм Смоленщинаны, шулай уҡ хәҙерге Тверь һәм Мәскәү өлкәһенең көнбайыш өлөштәрен биләй.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барлыҡҡа килеүе тураһында фараздар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривичтарҙың славян ата-бабаларының килеп сығышы тураһында ике ҡараш бар. Беренсеһе уларҙың ата-бабалар ерен Карпат төбәге менән, икенсеһе төньяҡ Польша территорияһы менән бәйләй. Шул уҡ ваҡытта кривичтарҙың башта Псковщинаға (VI быуат: Псковтың оҙон ҡурғандар мәҙәниәте), Понеманье аша килеүе аныҡлана[9]), ә һуңғараҡ бер өлөшө көньяҡҡа күсенә һәм Смоленщина һәм көнсығыш Белоруссияла ултыра)[10].
Карпат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе гипотеза файҙаһына кривичтарҙың, башлыса — Белоруссия территорияһында йәшәгән VI—VII быуаттарҙа Днепр үренән килеүсе аҡ хорваттар, сербтар һәм хорутандар ҡәбиләләренән (древлянин, полянин (днепр) һәм дреговичтар менән бер рәттән) полочаниндарҙың килеп сығыуына күрһәткән йылъяҙмалар һөйләй[11][12][13].
Польшаның төньяғы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе гипотеза хәҙерге тел белгестәре эштәренә нигеҙләнә. Атап әйткәндә, В.Н.Топоровтың сағыштырма анализы кривич диалектының төньяҡ-көнбайыш славян диалекты төркөмөнә ҡарауын күрһәтә[14].
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривич ҡәбиләһе теле диалект яҡтан бүлгеләнгән һәм бөтә башҡа һуңғы славян диалекттарына ҡаршы тора. Кривич ҡәбилә теле бүленә:
- Псков диалекты;
- Боронғо Новгород диалекты;
- Смоленск диалекты;
- Волга диалекты;
- Полоцк диалекты;
- Көнбайыш диалекты.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривичтарҙың ҡәберҙәренең айырым һыҙаты оҙон ҡурғандар — вал рәүешле тупраҡ өйөмдәре. Барлыҡ оҙон ҡурғаннарҙа мәйетте яндырыу йолаһы буйынса ҡәберлектәр бар. Кривичтарҙың ҡурған мәҙәниәте Днепр буйы синхрон славян мәҙәниәтенән айырыла. Кривичтарҙың башҡа артефакттары булып бронза сикә балдаҡтары, быяла мунсаҡтар, бысаҡтар, һөңгө баштары, ураҡтар, керамика тора. Кривичтар йәшәгән урында бағана конструкциялы өйҙәр, торлаҡ уртаһында иҙәнгә батырып эшләнгән усаҡтар менән ултыраҡтар өҫтөнлөк итә[15].
Антропология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривичтар өсөн оҙон кәүҙә, долихокефалия, тар йөҙ, сығып торған танау, — валдай тибына хас [16], һәм, дөйөм алғанда, нордик раса менән характерлана. В.В.Бунак 1932 йылда кривичтарҙың төньяҡ төр вәкиле булараҡ аллемандар менән, ә көнсығыш кривичтарҙың сублапоноид халҡы менән оҡшашлығы тураһында һығымтаға килә[17].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Славяндар хәҙерге Белоруссияның тик иң көньяғында, Припять йылғаһы бассейнында ойошоп йәшәгән. Был ваҡытта славяндарҙың балт биләмәләренң үтеп инеүе күҙәтелә
VIII—IX быуаттарҙа славян халыҡтарының балт ерҙәрендә күпләп йәшәүе башлана
Белоруссия территорияһында өс көнсығыш славян ҡәбиләһе — кривичтар, радимичтар һәм дреговичтар йәшәй[4].
Төньяҡ кривичтар Русь Новгородын булдырыу башында тора[18]. Көнбайыш кривичтар Полоцкты төҙөй, ә көньяҡ кривичтар — Смоленскты (Гнездовый)улар бөтәһе боронғо Рус дәүләте составында була.
Бөтә төбәктәрҙә кривичтар варягтар менән тығыҙ бәйләнештә була. Византия императоры Константин VII Багрянородный кривичтарҙың кәмә эшләүен һөйләй, уларға ултырып урыҫтарҙың Царьградҡа барыуын әйтә
Киевт Русе барлыҡҡа килгәндән һуң кривичтар Волга- Ока йылғалары араһында славян колонизацияланыуын башлай (хәҙерге Тверь, Владимир, Новгород, Рязань, Ярославль һәм Новгород өлкәһе[19], төньяҡта Мәскәү, шулай уҡ Вологодчина[20]) , мөмкин булған ерҙә ассимиляцияға дусар була, бәлки, ә урындағы фин ҡәбиләләрен ҡыҫырыҡлап сығара.
Кривичтарҙың көньяҡ-көнбайыш, Полоцк тармағы шулай уҡ полочанин тип атала. Дреговичтар, радимичтар һәм ҡайһы бер балтик ҡәбиләләре менән бергә кривичтарҙың был тармағы белорус этносының нигеҙе булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пушкина Т. А. Кривичи // Отечественная история: История России с древнейших времен до 1917 года. Энциклопедия // Глав. ред. В. Л. Янин. — М.: Большая российская энциклопедия, 2000. — Т. 3. — С. 154.
- ↑ Алексеев С. В. Славянская Европа V—VI веков. — М.: Вече, 2005. — С. 167.
- ↑ Этимология слова кривичи. ΛΓΩ. Дата обращения: 4 февраля 2020.
- ↑ 4,0 4,1 Славянизация балтов.(недоступная ссылка)
- ↑ Χρονικόν του Μορέως
- ↑ О. Н. Трубачёв. Ранние славянские этнонимы
- ↑ Трубачев О. Н. Ранние славянские этнонимы — свидетели миграции славян // Вопр. языкознания. 1974. № 6. С. 52-53
- ↑ Трубачев О. Н. Ранние славянские этнонимы — свидетели миграции славян // Вопросы языкознания. 1974. № 6. С. 52-53
- ↑ Подробнее см.: Седов В. В. Этногенез ранних славян (рус.) // Вестник Российской Академии Наук : журнал. — 2003. — Т. 73. — № 7. — С. 594—605. Архивировано из первоисточника 16 ғинуар 2014.
- ↑ Подробнее см.: Седов В. В. Формирование смоленско-полоцких кривичей // Древнерусская народность. — М.: Языки русской культуры, 1999. — С. 140—145. — 312 с.
- ↑ Белорусы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Соловьев С. М., История России с древнейших времен.
- ↑ ЛѢТОПИСЬ ПО ЛАВРЕНТЬЕВСКОМУ СПИСКУ
- ↑ Топоров В. Значение белорусского ареала в этногенетических исследованиях (рус.) // Славяне: адзінства і мнагастайнасць: Міжнародная канферэнцыя (Мінск, 24 – 27 мая 1990 г.): Тэзісы дакладаў i паведамленняў. Секцыя 2. Этнагенез славян : журнал. — 1990. — С. 87—90.
- ↑ К истории градообразования на территории Древней Руси, VI — первая половина XI века / М. А. Сагайдак (при участии В. В. Мурашевой, В. Я. Петрухина) // История русского искусства: в 22 т. ; отв. ред. А. И. Комеч. — М.: Сев. паломник, 2007. — Т. 1: Искусство Киевской Руси. — С. 81-108.
- ↑ Векслер А.Г., Рабинович М.Г., Шеляпина Н.С. М.М. Герасимов и история Москвы (работы по восстановлению облика древних жителей Московского края и русских царей) // Антропологическая реконструкция и проблемы палеоэтнографии.. — Сборник памяти М.М. Герасимова.. — М., 1973.
- ↑ Алексеева Т. И. Этногенез восточных славян. — М.: МГУ, 1973 — C.4
- ↑ А. Манаков. Этнические процессы и ЭКЗ на северо-западе Русской равнины до XIII в. // Геокультурное пространство северо-запада Русской равнины: динамика, структура, иерархия.. — Псков: Центр «Возрождение», 2002. — 300 с.
- ↑ [mirslovarei.com/content_beo/Krivichi-7523.html Кривичи]
- ↑ Гончарова Н. Н. Новые антропологические данные к вопросу о колонизации Русского Севера
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дермант А. [history.wikireading.ru/374113 Кривичи (историко-этногенетический очерк)] // Предыстория беларусов с древнейших времен до XIII века / Составление, перевод, научное редактирование А. Е. Тараса — Минск: Харвест, 2010. — С. 211—241.
- Жих М. И. К вопросу об этнической принадлежности кривичей // Вестник Липецкого государственного педагогического университета. Серия гуманитарные науки.. — 2013. — № 1 (8). — С. 8—17.
- Мачинский Д. А. Миграция славян в I тыс. н.э. (по письменным источникам с привлечением данных археологии). — М., 1981. — С. 39—51.
- Седов В. В. Длинные курганы кривичей / В. В. Седов. — Москва, 1974, С. 36-41.
- Седов В. В. Кривичи // Советская археология. — 1960. — № 1.
- Штыхаў Г. В. Крывічы : па матэрыялах раскопак курганоў ў паўночнай Беларусі / Г. В. Штыхаў. — Мінск. 1992.
- Штыхов Г. В. Формирование Полоцких Кривичей / Г. В. Штыхов // Iš baltų kultūros istorijos. — Vilnius: Diemedis, 2000. — С. 209—218.
- Шмидт Е. А. Кривичи Смоленского Поднепровья и Подвинья (в свете археологических данных) / Шмидт Е. А. — Смоленск, 2012.