Эстәлеккә күсергә

Криптовалюта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Криптовалюта
Нигеҙләү датаһы 2009
Рәсем
Рыночная капитализация 850 350 059 131 $ (12 декабрь 2022)[1]
Нигеҙендә эшләнгән Блокчейн, Криптография, одноранговая сеть[d], алгоритм консенсуса[d] һәм распределённый реестр[d]
Һештег crypto һәм cryptocurrency
EntitySchema для класса Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Криптовалюта Викимилектә

Криптовалюта — цифрлы валютаның бер төрө, уны эшләү һәм контролләү криптография ысулдарына таяна[2][3][4][5]. Ҡағиҙә булараҡ, криптовалюталарҙы хисапҡа алыу үҙәкләштерелмәй[6]. Бындай системаларҙың эш итеүе блокчейн, йүнәлешле циклһыҙ граф, консенсуслы реестр (ledger) һәм башҡа технологияларға нигеҙләнә[7]. Транзакциялар тураһындағы мәғлүмәт ғәҙәттә шифрланмай һәм асыҡ булып тора.

Термин 2011 йылда «Forbes» журналында Биткойн системаһы тураһында «Crypto currency» (Криптографик валюта) мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң нығына[8]. Биткойн авторы үҙе, башҡалар кеүек үк, «электрон ҡулаҡса» (ингл. electronic cashelectronic cash) тигән терминды ҡуллана.

Ҡайһы берҙә яңы криптовалюта башҡа криптовалютанан параметрҙарын үҙгәрткән тармаҡ (форк) рәүешендә үҫеп сыға.

Төрлө криптовалюталарҙың эмиссияһы майнинг, форжинг йәки ICO аша тормошҡа ашырыла.

Криптовалюталарҙың иҡтисади асылы һәм юридик статусы тураһында бәхәстәр туҡтамай. Төрлө илдәрҙә криптовалюталар түләү сараһы, үҙенсәлекле тауар тип ҡарала, әйләнештә сикләүҙәр ҙә булыуы мөмкин (мәҫәлән, банк учреждениеларына улар менән операциялар үткәреү тыйыла).


Криптовалюталарҙың төп үҙенсәлеге — тышҡы йәки эске хакимдың бөтөнләй булмауы. Шунлыҡтан банктар, һалым, суд һәм башҡа дәүләт йәки хосуси органдар түләү системаһында ҡатнашыусыларҙың транзакцияларына бер ниндәй ҙә йоғонто яһай алмай. Ебәрелгән криптовалюталарҙы кире ҡайтарып булмай — транзакцияны бер кем дә кире ҡаға, бикләй, мәжбүри үткәрә йә уның буйынса дәғүә белдерә алмай[9][10][11]. Әммә килешмәлә ҡатнашыусылар үҙ ихтыяры буйынса криптовалюталарын залог рәүешендә ваҡытлыса бикләй[12][13] йә килешмәне тамамлау/баш тартыу өсөн бөтә (йә ирекле өҫтәмә) яҡтарҙың ризалығы кәрәклеген билдәләй ала[14].

Криптовалюталар технологияһы селтәрҙәге эш-ғәмәлдәренең дөрөҫлөгө гарантияланған һәм сит операцияларҙың хаҡ булыуын раҫлай алған ышаныҡлы узелдың булмауына нигеҙләнә. Тәү башлап был мәсьәлә «Биткойн» системаһында операциялар тарихы реестрына үҙгәрештәр индереүҙе ҡатмарлаштырыу иҫәбенә хәл ителә. Мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн транзакциялар блоктарға берләшә, уларҙан өҙлөкһөҙ сынйыр (блокчейн) хасил була. Өҙлөкһөҙлөк нумерация менән генә түгел, ағымдағы блокҡа элгәрге блоктың хеш-суммаһын индереү менән дә тәьмин ителә, шул сәбәпле бөтә элгәрге блоктарҙағы хештарҙы үҙгәртмәй тороп, блоктағы мәғлүмәтте үҙгәртеп булмай. Бөтә хештар билдәле талаптарға яуап бирә, был талаптарҙы үтәү күп ваҡыт талап итә йә бик ҡиммәткә төшә. Иң оҙон сынйыр ғына дөрөҫ тип һанала. Төрлө криптовалюталарҙа сираттағы блокты төҙөү хоҡуғына билдәле бер эште башҡарған (Proof-of-work), иҫәбендә күпмелер аҡсаһы булған (Proof-of-stake), ниндәйҙер ресурстарҙы биргән (Proof-of-space) кеше генә эйә була, йәки тикшереүе еңел, башҡарыуы йә ялған күсермәһен эшләүе ауыр булған башҡа берәй процедура нигеҙ итеп алына.

Ҡағиҙә булараҡ, эшкәртмәселәр криптовалюталарҙа дөйөм эмиссия күләменең юғарғы сиген билдәләй[15][16]. Әммә ҡайһы бер криптовалюталарҙа, мәҫәлән, PPCoin[en][17], Novacoin, Sifcoin һәм башҡаларҙа, дөйөм эмиссия күләменең нығытылған юғарғы сиге юҡ, һәм эмиссия ла, демиссия ла (һәр транзакцияла билдәле бер сумманы мотлаҡ юҡ итеү юлы менән) мөмкин.

Криптовалюталарҙың күбеһе псевдоним ҡулланыуҙы тәьмин итә — бөтә адрестар араһында бөтә транзакциялар асыҡ, әммә адрестар хужалары тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә өҫтәмә мәғлүмәт билдәле булһа, хужаның да шәхесе асыҡлана ала. ZeroCash’та псевдоним алыу мөмкинлеген анонимлыҡҡа алмаштырып була[18][19][20][21].

Конфиденциаль түләүҙәр өсөн криптография 1990 йылда Дэвид Чомдың DigiCash[en] системаһында ҡулланыла башлай, уның компанияһы 1998 йылда банкротлана[22]. Был түләү системаһы үҙәкләштерелгән була.

«Криптовалюта» термины тәүләп «Биткойн» түләү системаһы барлыҡҡа килгәс ҡулланыла башлай. Был системаны 2009 йылда Сатоси Накамото тигән кешеме, кешеләр төркөмөмө[23] эшләй. Артабан уның форктары (тармаҡтары) барлыҡҡа килә: Namecoin (.bit домен зонаһы эсендә теркәлеү өсөн үҙәкләштерелмәгән DNS), Litecoin (scrypt хешлауын ҡуллана), PPCoin (proof-of-work/proof-of-stake ҡатнаш механизмын ҡуллана, эмиссия күләменең юғарғы сиге ҡуйылмаған), Novacoin (PPCoin'ға оҡшаш, әммә scrypt ҡуллана) һәм башҡалар.

2013 йылдың июленә тиклем бөтә криптовалюталарҙың программа тәьминәте (Ripple’нан тыш) «Биткойн» системаһының асыҡ сығанаҡ кодына нигеҙләнә. 2013 йылдың июленән криптовалютанан тыш башҡа төрлө инфраструктуралар (биржа сауҙаһы, магазиндар, мессенджерҙар һ.б.) менән дә эш иткән платформалар барлыҡҡа килә. Бындай криптоплатформалар: BitShares, Mastercoin, Nxt һ. б.[24].

Альткойн (ингл. Altcoin, alternative coin) тип Биткойндан һуң барлыҡҡа килгән бөтә криптовалюталар атап йөрөтөлә[25][26].

Беренсе альткоиндар 2011 йылда барлыҡҡа килә: Litecoin һәм Namecoin. Уларҙы эшләүселәр Биткойнға хас күп кенә проблемаларҙы хәл итергә (мәҫәлән, Litecoin ҙур тиҙлекле транзакцияларға эйә[27]) йә блокчейн технологияһын башҡа өлкәләрҙә ҡулланырға тырыша (Namecoin альтернатив тамыр DNS-серверҙары төҙөү өсөн эшләнә).

Күп альткойндар Биткойнға оҡшаш, Биткойндыҡы кеүек үк ҡорамалдар менән эшләтелә[28].

2015 йылға ҡарата 400-ләп альткойн «үле» була, уларҙың хаҡы нуль кимәлендә ҡала[29].

  1. https://web.archive.org/web/20221211121847/https://coinmarketcap.com/
  2. Мащенко П. Л., Пилипенко М. О. Технология Блокчейн и ее практическое применение // Наука, техника, образование. — Олимп, 2017. — № 32. — С. 61—64.
  3. Хажиахметова Е. Ш. Криптовалюта - деньги XXI века // Новая наука: от идеи к результату. — Агентство международных исследований, 2016. — № 11—2. — С. 177—179.
  4. Пещеров А. И. Понятие и место криптовалюты в системе денежных средств // Юридическая мысль. — 2016. — Т. 95. — № 3. — С. 130—138.
  5. Щербик Е. Е. Феномен криптовалют: опыт системного описания // Концепт. — 2017.
  6. Рисс В. И. К вопросу о коллективных валютах или частных деньгах // Экономика, управление, и право: инновационное решение проблем. — 2017. — С. 21—23.
  7. Алексей Лагутенков Криптовалюты. Правила применения // Наука и жизнь. — 2018. — № 2. — С. 22—26.
  8. Crypto Currency // Forbes
  9. Bitcoin: A Peer-to-Peer Electronic Cash System, 2008, с. 11
  10. Crypto currency, Forbes, 26-05-2013
  11. Here’s why Bitcoin is the future of money, cnet, 26-05-2013
  12. Oleg Andreev — Contracts without trust or third parties
  13. Биткойн — это гораздо больше, чем просто денежные переводы / Хабрахабр, 13 декабря 2013 — перевод Oleg Andreev. Contracts without trust or third parties, August 14 2013{{подст:не АИ}}
  14. Обратимые транзакции в Bitcoin
  15. Краткий обзор криптовалют
  16. How Cryptocurrencies Could Upend Banks' Monetary Role, American Banker, 26-05-2013
  17. Secure & Sustainable Cryptocoin 2013 йыл 5 август архивланған.
  18. 'Zerocoin' Add-on For Bitcoin Could Make It Truly Anonymous And Untraceable, Forbes, 26-05-2013
  19. Zerocoin: Anonymous Distributed E-Cash from Bitcoin 2013 йыл 2 июнь архивланған., The Johns Hopkins University Department of Computer Science, 26-05-2013
  20. zerocoin.org, 26-05-2013
  21. This is Huge: Gold 2.0 — Can code and competition build a better Bitcoin? 2013 йыл 3 май архивланған., New Bitcoin World, 26-05-2013
  22. Дэвид Чом: «Цифровая наличность заменит бумажную!» — Журнал «Компьютерра»
  23. Bitcoin developer chats about regulation, open source, and the elusive Satoshi Nakamoto, PCWorld, 26-05-2013
  24. Kharpal, Arjun. All you need to know about the top 5 cryptocurrencies, CNBC (14 декабрь 2017). 14 декабрь 2017 тикшерелгән.
  25. Первые после биткоина: какие еще криптовалюты интересуют инвесторов
  26. What is Altcoin?
  27. Новые криптовалюты: как в них инвестировать и почему им нужен правовой статус?
  28. Altcoin
  29. [1] 2018 йыл 2 февраль архивланған.