Крупняков Сергей Аркадьевич
Крупняков Сергей Аркадьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 апрель 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Бөгөлмә ҡалаһы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Атаһы | Аркадий Крупняков[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, драматург, журналист |
Уҡыу йорто | Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты |
Крупнякóв Серге́й Арка́дьевич (6 апрель 1950 йыл, Бөгөлмә, Татар АССР-ы, СССР) — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, драматург, журналист, Рәсәй һәм Украинаның милли Яҙыусылар берлеге ағзаһы. СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Мари АССР-ының халыҡ яҙыусыһы, МАССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты А. С. Крупняковтың улы (1919—1994).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серге́й Арка́дьевич Крупнякóв 1950 йылдың 6 апрелендә Татар АССР-ының Бөгөлмә ҡалаһында тыуа. 1965 йылда Белогорск ҡалаһында (Ҡырым) мәктәп тамамлай, ғаиләһе менән Йошкар-Олаға килә һәм Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны «инглиз теле, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[1].
Демобилизацияланғандан һуң Йошкар-Олаға ҡайта, «Сельская новь» һәм «Марийская правда» гәзиттәрендә хәбәрсе, Мари АССР-ының Республика рус драма театрының әҙәби бүлеге мөдире булып эшләй[1].
1986 йылда Украина АССР-ының Севастополь ҡалаһына күскәндән һуң ҡаланың балалар-үҫмерҙәр киностудияһына етәкселек итә[1].
Әлеге ваҡытта Севастополь ҡалаһында йәшәй. «Гикия» каравеллаһында — үҙенсәлекле караптағы тетарҙа диңгеҙҙә йөҙә. Был идея 15 йыл «Гикия» яхтаһында шкипер сифатында эшләү һөҙөмтәһендә тыуа. Шулай итеп «Гикия. Героиня Херсонеса», «Девочка и пират», «Зимний переход» («Мои пиратские похождения» серияһынан) пьесалары тыуа. Бард йырҙары менән ҡыҙыҡһына, карапта бард-үҙәк — бард йырҙарын яратыусылар, автор йырҙары концерттары өсөн майҙансыҡ булдыра. Севастополдең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансығы булған бәхәс клубын ойоштора һәм алып бара. Шулай уҡ шарап етештереү һәм боронғо грек амфорҙарын етештереү менән шөғөлләнә[2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Крупняков Аркадий Степанович, билдәле СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Мари АССР-ының халыҡ яҙыусыһы, МАССР-ҙың дәүләт премиһы лауреаты[3].
Әсәһе — Елизавета Михайловна Крупнякова (ҡыҙ фамилияһы — Царегородцева).
Өйләнгән, ҡатыны — Валентина Викторовна, ҡыҙы — Дарья.
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түбәндә — С. А. Крупняковтың төп әҫәрҙәренең исемлеге[4]:
- «Зимний переход» — повесть («Графская пристань» сайты)
- «Когда проснутся боги» — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фантастик повесть
- «Дети Тари» — балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фантастик повесть
- «Гикия» — пьеса
- «Ботик» — балалар өсөн пьеса
- «Птица счастье и птица совесть» — балалар өсөн пьеса
- «Девочка и пират» — балалар өсөн пьеса
- «Морской Орёл» — Рус Тавридаһы өсөн яңы әкиәттәр
- «Калхас» — тарихи роман
- «По следам Листригонов» — автобиографик повесть
- «Гикия. Жизнь и подвиги последних амазонок Тавриды» — тарихи роман
Баҫылған төп әҫәрҙәре[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крупняков А., Крупняков С. Амазонки. — М.: «Уникум», 1996. — 864 с.
- Крупняков С. Амазонки Таврийские. — М.: «Уникум», 1996.
- Крупняков С. Крылья Киприды. — М.: «Вече», 2007. — 320 с.
- Крупняков С. Крылья Киприды. — М., 2016. — 280 с.
- Крупняков С. Морской орёл. Новые сказки Русской Тавриды. — М., 2016. — 140 с.
- Крупняков С. По следам Листригонов [Электронный ресурс] // Графская пристань, Севастополь. — URL:http://grafskaya.com/?p=4344.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Биография . krupnyakovsergey.narod.ru. Дата обращения: 20 март 2021.
- ↑ Увлечения . krupnyakovsergey.narod.ru. Дата обращения: 24 март 2021.
- ↑ Сергей Крупняков, писатель: «Я счастлив, что Крым вернулся в Россию» . Свежие новости Марий Эл и Йошкар-Олы – Ваш новый день. Дата обращения: 20 март 2021. 2021 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Творчество . krupnyakovsergey.narod.ru. Дата обращения: 24 март 2021.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КРУПНЯКОВ СЕРГЕЙ. Биография
- Электронная библиотека Rulit.ru. Крупняков Сергей Аркадьевич
- КНИГОГИД. Сергей Крупняков
- Газета «Ваш Новый День». Сергей Крупняков, писатель: «Я счастлив, что Крым вернулся в Россию» 2021 йыл 23 декабрь архивланған.
- Газета «Марийская правда». Век Крупнякова: интервью с сыном знаменитого писателя
- Телеканал МЭТР. Интервью с писателем, журналистом и сыном писателя А. Крупнякова Сергеем Крупняковым
- Национальный музей Республики Марий Эл им. Т. Евсеева. Состоялась творческая встреча с писателем С. А. Крупняковым 2021 йыл 23 декабрь архивланған.