Кублицкая Раиса Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кублицкая Раиса Владимировна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Беларусь
Тыуған көнө 10 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Колышки[d], Лиозненский район[d], Витебский округ[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө июнь 2021 (93 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Беларусь
Биләгән вазифаһы Список депутатов Верховного Совета Белорусской ССР (1967–1970)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Раиса Владимировна Кублицкая (10 апрель 1928 йыл) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Белорус ССР-ы Витебск өлкәһенең Лиозненский районындағы Калинин исемендәге колхоздың звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). БССР Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Раиса Владимировна Кублицкая 1928 йылда Колышки ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1943 йылдың октябрендә Лиозненский районы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң үҙ ирке менән хәрби госпиталгә китә. Һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамамлай. 1947 йылдан урта мәктәптең һигеҙенсе класын тамамлау менән, Лиозненский районының Калинин исемендәге колхозға эшкә төшә. Етенселек звеноһы башлығы итеп тәғәйенләнә.

Раиса Кублицкая етәкселегендәге звено йыл һайын 9 йыллыҡ ваҡытында етен үҫтереү буйынса планды арттырып үтәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 12 декабрендәге указы менән Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән уңыштары һәм туғыҙынсы биш йыллыҡта күрһәткән хеҙмәт батырлығы һәм игенселек һәм малсылыҡ продукттарын дәүләткә һатыу буйынса ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙәге уңыштары өсөн Раиса Владимировна Кублицкаяға Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Белорус ССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1967—1971).

1983 йылда пенсияға сыға. Минск ҡалаһында йәшәй.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда Лиознола Дан аллеяһы асыла, унда Кублицкая Раисаның портреты менән стела урынлашҡан[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В Лиозно на Аллее Славы увековечили имена знаменитых земляков 2016 йыл 30 декабрь архивланған.
  2. Звание "Почётный житель Фрунзенского района" впервые присвоено трём минчанам 2020 йыл 10 апрель архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аддзельны, П. Цяпло сэрцаў людскіх: [пра Героя Сацыялістынай працы Р. У. Кубліцкую] /П.Аддзельны // Віцебскі рабочы. — 1977. — № 50. — 12 сакавіка.
  • Героі Працы: [пра Героя Сацыялістынай працы Р. У. Кубліцкую] //Памяць: Гіст.-дакум. хроніка Лёзненскага раёна. — Мн.: БелЭн, 1992. — С.568.
  • Петров,В. Вырастает в поле лён… [О Герое Социалистическог Труда Кублицкой Р. В.] /В.Петров //Знаменосцы трудовой славы. — Мн.: Беларусь, 1984. — С.181-184.
  • Церлюкевич,А. Мастер высоких урожаев: Р. В. Кублицкая /А.Церлюкевич // Сельская газета. — 1976. — № 76. — 3 апреля.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кублицкая Раиса Владимировна. «Герои страны» сайты.