Кузьмин Василий Фёдорович
Кузьмин Василий Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1907 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 12 октябрь 1943 |
Вафат булған урыны | Кагарлыкский район[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танковые войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Василий Федорович Кузьмин (1907-1943) — Воронеж фронты 40-сы армия 10-сы танк корпусының 183-сө танк бригадаһы атыусыһы, сержант, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Федорович Кузьмин 1907 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
Тулы булмаған урта белемле. «Өфө» станцияһында поезд бригадиры була, Крекингзаводын төҙөүҙә ҡатнаша, Өфө нефть эшкәртеү заводының 2-се участкаһының табелсыһы булып эшләй. 1940 йылда Баҡы ҡалаһында хеҙмәт итә.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Сержант Кузьмин В.Ф. 1943 йылдың 24 сентябрендә Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә
1943 йылдың 12 октябрендәге алыштарҙың береһендә ҡыйыу танкист батырҙарса һәләк була[1]. Киев өлкәһенең Кагарлык районы Ржищев ҡасабаһында ерләнә
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 183-сө танк бригадаһының танк атыусыһы (10-сы танк корпусы, 40-се армия, Воронеж фронты) сержант Кузьмин 1943 йылдың 24 сентябрендә Монастырек утары янында экипаж составында Днепр йылғаһын яулай. Плацдармда алыш ваҡытында бер нисә ут нөктәһен һәм дошмандың күп тере көстәрен юҡ итә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән «командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» сержант Кузьмин Василий Федоровичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се урта мәктәбе бинаһына Геройҙың барельефы менән мемориаль таҡтаһы ҡуйыла
2005 йылдың 9 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Г.К.Жуков исемендәге скверҙа Советтар Союзы Геройы В.Ф.Кузьминдың бюсын асыу тантанаһы үтә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ҡояш» биҫтәһендә Советтар Союзы Геройы Василий Федорович Кузьмин исемендәге урам бар[3] .
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (23.10.1943)[2].
- Ленин ордены.
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1943)[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ 2,0 2,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 708, л. 3).
- ↑ Улица имени Кузьмина Василия Федоровича » Информационный портал Стерлитамака - новости и события Стерлитамака, история Стерлитамака, справочная Стерлитамака, прогноз пог … Дата обращения: 16 март 2013. 2014 йыл 7 октябрь архивланған.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1393, л. 2, 46, 47).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1907 йылда тыуғандар
- Стәрлетамаҡта тыуғандар
- 12 октябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостанда тыуғандар