Эстәлеккә күсергә

Кулагин Юрий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кулагин Юрий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Владимир өлкәһе
Ковров, Ковровский уезд[d], Владимир губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө психолог
Эш урыны фәнни-тикшеренеү институты[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ВДНХ-ның бронза миҙалы

Кулагин Юрий Александрович (19241987) — СССР ғалимы, психолог һәм дефектолог, психология фәндәре докторы (1968), профессор (1971), СССР педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1985).

Күп кенә ғилми хеҙмәттәр авторы, шуларҙың ҡайһы берҙәре сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡан.

Юрий Александрович Кулагин 1924 йылдың 6 июлендә Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда мәктәпте тамамлай, 1942 йылдың июленән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2], уны Көнсығыш Пруссияла тамамлай. Һуңынан совет-япон һуғышында ҡатнаша. Армиянан демобилизацияланғас, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм Пионерҙар йорто мөдире булып эшләй[3]. 1947 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультетының психология бүлегенә уҡырға инә, уны 1952 йылда отличие менән тамамлай. Ошо уҡ йылда дефектология институтының Ғилми-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡыуын дауам итә[4] (хәҙер Рәсәй Мәғариф академияһының коррекцион педагогика институты), уны тамамлау менән «Осязательное восприятие предметов слепыми детьми» темаһы буйынса ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].

Диссертация яҡлағандан һуң Ю.А.Кулагин Дефектология институтында ғилми хемәткәр һәм лаборатория мөдире булып эшләй. 1963 йылдан институттың ғилми секретары, ә 1968 йылдан ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ошо уҡ йылда ул «Восприятие средств наглядности учащимися школы слепых» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6]. 1986—1987 йылдарҙа Кулагин Дефектология институты директоры вазифаһын башҡара. 1985 йылдан СССР Педагогия фәндәре академияһының психология һәм йәш физиологияһы бүлеге академигы, 1978 йылдан ағза-корреспондент; 1986—1987 йылдарҙа академик-секретарь була.

Юрий Александрович «Дефектология» журналының беренсе баш мөхәррире, ә һуңынан редколлегия ағзаһы була, дефектология буйынса СССР Мәғариф министрлығының фәнни-методик советын етәкләй, СССР Юғары аттестация комитетының эксперт советында дефектология вәкиле була. Дефектология проблемалары буйынса бер нисә халыҡ-ара конгрестар, симпозиумдар һәм конференцияларҙың эшендә ҡатнаша[7].

Октябрь Революцияһы ордены, Халыҡтар Дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, шулай уҡ күп кенә хәрби миҙалдар[2] һәм СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы менән бүләкләнә (һуҡырҙар өсөн приборҙар булдырғаны өсөн)[3].

Ю.А.Кулагин 1987 йылдың 2 июлендә Мәскәүҙә вафат була.