Эстәлеккә күсергә

Кулдуркаев Яков Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кулдуркаев Яков Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 октябрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Лобаски[d], Ардатовский уезд[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 июль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Лобаски[d], Атяшевский район[d], Мордовская Автономная Советская Социалистическая Республика[d], РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Лобаски[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Эрзя теле
Һөнәр төрө шағир

Кулдуркаев Яков Яковлевич (22 октябрь 1894 йыл — 28 июль 1966 йыл) — эрзә шағиры һәм яҙыусыһы. «Эрьмезь» поэмаһының авторы.

Яков Яковлевич Кулдуркаев 1894 йылдың 22 октябрендә Лобаски ауылында (хәҙерге Мордва Республикаһы Атяшево районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

1903—1906 йылдарҙа ауылдағы башланғыс мәктәптә уҡый. 1912 йылда Саранск реаль училищеһын тамамлай. Себергә китә, Амур тимер юлында табелсе булып эшләй[2].

1915 йылда армияға алына, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, контузия ала. Һуңынан Граждандар һуғышында Ҡыҙыл армия составында ҡатнаша[3]. 1923 йылда Мәскәүҙә счетоводтар курсына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, счетовод, бухгалтер, ревизор булып эшләй[1].

1938 йылда халыҡ дошманы тип репрессиялана. Коми АССР-ындағы, Новгород һәм Жамбул өлкәләрендәге лагерҙарҙа ултыра. 1958 йылда аҡлана.

Яков Кулдуркаев 1966 йылдың 28 июлендә мәрхүм була, тыуған яғында Лобаски ауылында ерләнә.

Кулдуркаев үҙе әйтеүенсә, ижад менән 1910 йылда шөғөлләнә башлаған. Ижадынан үҫеүенә мордва халыҡ фольклоры, шулай уҡ яҙыусылар Ф. М. Чесноков, П. С. Глухов һәм А. М. Моро менән танышыу йоғонто яһай.

1928 йылда Кулдуркаев «Эрьмезь» поэмаһының тәүге бүлектәрен «Якстере теште» гәзитендә баҫтыра, ә 1935 йылда поэма тулы көйө баҫылып сыға. Поэмала мордва халҡының XIII быуаттағы үткәндәре һүрәтләнә.

Лагерҙан ҡайтҡас, Кулдуркаев әҫәрен камиллаштырыу эшенә тотона, ләкин тамамлап өлгөрмәй. Әҫәр 1980-се йылдарҙа ғына донъя күрә. Кулдуркаевтың балалар өсөн дә әҫәрҙәре бар: «Сенксь» («Селән») поэмаһы, «Андямо» хикәйәһе һ. б.

Шағирҙың тыуған яғында Лобаски ауылында урамға Кулдуркаев исеме бирелгән[4].

  1. 1,0 1,1 Кулдуркаев Яков Яковлевич. Библиотека Мордовской литературы. Дата обращения: 22 март 2017.
  2. «Эрьмезень» сёрмадыцянтень сюконямо: к 120-летию со дня рождения Я. Я. Кулдуркаева (ингл.). www.library.saransk.ru. Дата обращения: 8 март 2018. 2020 йыл 11 август архивланған.
  3. «Эрьмезень» сёрмадыцянтень сюконямо: к 120-летию со дня рождения Я. Я. Кулдуркаева. Национальная библиотека им. А.С. Пушкина Республики Мордовия. Дата обращения: 23 март 2017. 2020 йыл 11 август архивланған.
  4. Почтовый индекс улица Кулдуркаева
  • Писатели Мордовии : биографический справочник / сост.: Т. С. Баргова, Е. М. Голубчик. — Саранск : Мордов. кн. изд-во, 2004.