Эстәлеккә күсергә

Чесноков Фёдор Маркелович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чесноков Фёдор Маркелович
эрзя Фёдор Маркелович Чесновковонь
рус. Фёдор Маркелович Чесноков
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 май 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Пылково[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (42 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, РСФСР, СССР
Үлем сәбәбе пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d]
Һөнәр төрө әҙәби тәнҡитсе, прозаик, драматург
Уҡыу йорто Ҡыҙыл профессура институты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1938
Направление социалистик реализм[d]

Чесноков Фёдор Маркелович (7 май 1896 йыл — 25 май 1938 йыл) — моҡша совет яҙыусыһы, новелласы, драматург, әҙәбиәт белгесе. Мордва әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фёдор Маркелович Чесноков 1896 йылдың 7 майында Һарытау губернаһының Лопатинский улусы Петр өйәҙе (хәҙер Пенза өлкәһенең Лопатинский районы) Пылково ауылында тыуған. Сығышы менән крәҫтиәндәрҙән.

Земство мәктәбен тамамлай, һуңынан 1912 йылда ике йыллыҡ Кутьинский училищеһын тамамлай. 16 йәшенән башланғыс мәктәптә уҡыта.

Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнаша. Көнсығыш фронтта Ҡыҙыл Армия сафтарында һуғыша.

Һуғыштан һуң бөтә көсөн туған халҡының мәғариф эшенә, мәҙәни төҙөлөш эштәренә һала. 1922 йылдан Чесноков Мәскәүҙә йәшәй, бында юғары белем ала: 1924 йылда Ҡыҙыл профессура институтында әҙәби бүлекте, Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең Коммунистик университетында аспирантураны тамамлай.

1932 йылға тиклем СССР халыҡтары үҙәк нәшриәтендә мордва секцияһы мөхәррире, "Учпедгиз"дың мордва секцияһы мөхәрририәтендә эшләй.

Мәскәү тормошо осоронда Ф. Чесноков билдәле мордва ғалимдары А.Рябов, Т. Даниловтар авторҙашлығында мордва мәктәптәре өсөн дәреслектәр төҙөй, ижади эш менән шөғөлләнә, шулай уҡ «Якстере теште» («Ҡыҙыл йондоҙ») гәзитендә хеҙмәттәшлек итә, беренсе әҙәби аҙымдарын уның менән бәйләй. 1933 йылдан — Саранскиҙа мордва мәҙәниәте ғилми-тикшеренеү институтының әҙәбиәт секторында өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1934 йылда Беренсе Бөтә союз совет яҙыусылары съезының делегаты, унда мордва әҙәбиәте тураһында доклад менән сығыш яһай.

1938 йылда репрессиялана һәм шул уҡ йылда атып үлтерелә. КПСС-тың XX съезынан һуң реабилитациялана.

1922 йылда тәүге «Сыр учитель» хикәйәһе баҫыла («Старый учитель»), ауыл Совет власының тәүге йылдарында уҡытыусының күңел торошо тураһында һөйләнә. Тиҙҙән хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығы баҫылып сыға («Село раскололось», 1926), («Другим путем», 1927), («Первые огни», 1932), «Избранные рассказы» (1959), «Гул нового времени» (1974) һәм башҡалар, уларҙа яҙыусының реалистик таланты асыҡ сағыла.

Хикәйәләр, очерктар, юл яҙмалар, пьесалар, әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр һ. б. авторы.

Уның әҫәрҙәренең геройҙары булып хеҙмәт кешеһе тора, ә өҫтөнлөк иткән темаһы — революция, граждандар һуғышы, коллективлаштырыу, яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарындағы синфи көрәш, Совет власының урынлашыуы, дин ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәш, мәҙәни революция.

Хикәйәләүҙең дөрөҫлөгө шул йылдарҙағы документаль материалдарҙы, үҙе һәм башҡалар шаһит булған ваҡиғаларҙы ҡулланыу иҫәбенә өлгәшелә. Төп иғтибарҙы геройҙың ҡарашы формалашыу проблемаларына бирә.

Ф. Чесноков исеме менән мордва әҙәбиәтендә драматургия жанрының барлыҡҡа килеүе бәйле. 1924 йылда Мәскәүҙә, Үҙәк нәшриәттә Е.Окин һәм Т. Васильев менән авторҙашлыҡта «Эрзянь пьесат» («Моҡша» пьесалары) йыйынтығы баҫылып сыға, улар «Кавто киява» («Два пути»), «А мон кедензэ палынь» («А я его руки целовал»), «Роки туво» («Хрюкающая свинья»), «Велув» («Совместно»), «Барщинань шкасто» («Во времена барщины»), «Калдоргауть ташто кайтнэ» («Расшатан старый быт», рус теленә тәржемә ителгән), революциянан һуң мордва ауылының көнкүрешен һүрәтләүгә арналған.

Драматик мираҫы революцион-агитациялы, тарихи, көнкүреш пьесалар, сатирик комедиялар рәтенә инә.

Уның драматик әҫәрҙәрендә тарихи осорҙа көнүҙәк, киҫкен һәм актуаль булған проблемалар сағыла. Мөһим социаль проблемалар, конфликттың киҫкенлеге, тәрән психологизм — Чесноковтың драма әҫәрҙәренә хас һыҙаттар. Ул шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр авторы булараҡ билдәле. Юғары сәнғәт кимәле авторҙың балалар өсөн яҙылған «Тетяк левкс» («Весь в папу», 1929), һәм башҡа йыйынтыҡтарға ингән әҫәрҙәренә хас

Әҙәбиәт ғилеме буйынса эштәр авторы. Чесноков мордва әҙәби-сәнғәт тәнҡите үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның «Аволь ансяк кастано» («Не только растем», 1931), «Мокшэрзянь драматургиядонтя» («О мордовской драматургии», 1934), «Эрзянь фольклордонтя» («Об эрзянском фольклоре», 1934) мәҡәләләре ижади ҡыйыулыҡ, объективлыҡ һәм дәүмәллек менән айырыла.

1933 йылда Ф. Чесноков офография, синтаксис һәм мордва теленең терминологияһы мәсьәләләре буйынса Саранскиҙа үткән тел конференцияһы ойоштороусыларының береһе була.

Чесноков әҫәрҙәре республика милли мәктәптәр өсөн хрестоматия һәм дәреслектәргә ингән.