Эстәлеккә күсергә

Кульчицкая Елена Львовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кульчицкая Елена Львовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Австро-Венгрия
 Польша
 СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1877({{padleft:1877|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Бережаны[d], Королевство Галиции и Лодомерии[d], Австро-Венгрия[1]
Вафат булған көнө 8 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (89 йәш)
Вафат булған урыны Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[1]
Ерләнгән урыны Лычаков зыяраты[d][2]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Olha-Melaniia Kulchytska[d]
Һөнәр төрө рәссам, деятель изобразительного искусства, художник-график, педагог по рисованию
Эшмәкәрлек төрө Һынлы сәнғәт[d][3], живопись[3], графика[d][3] һәм Китап графикаһы[3]
Биләгән вазифаһы депутат Верховного Совета УССР[d]
Уҡыу йорто Вена һынлы сәнғәт академияһы[d]
Уҡыусылар Q115734967?, Q116672324? һәм Q126920378?
Жанр графика[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
народный художник Украинской ССР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Кульчицкая Елена Львовна Викимилектә

Кульчицкая Елена Львовна (15 сентябрь 1877 йыл8 март 1967 йыл) — СССР рәссамы, график, педагог. 1945—1954 йылдарҙа Иван Федоров исемендәге Украина полиграфия институты уҡытыусыһы, профессор (1948).

Елена Львовна Кульчицкая 1877 йылдың 15 сентябрендә Бережаны ҡалаһында (хәҙерге Тернополь өлкәһе,Украина), юрист ғаиләһендә тыуған. Уның художество һәләте үҫешенә үҙе рәсем сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған атаһы, матур тыуған тәбиғәте, архитектура ҡомартҡылары, халыҡ йырҙары, әкиәттәре, легендалары поэтикаһы ҙур йоғонтоһо яһай. Беренсе уҡытыусыһы — урта мәктәп инспекторы Стефанович була. Ваҡыт үтеү менән Елена реализм йүнәлешендәге рәссамдарҙың Львов студияһына инә. 1907 йылда ул Венала Сәнғәт академияһын тамамлай.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылда Елена Кульчицкая Львовта тәүге тапҡыр эштәрен ҡуя һәм ҙур уңыш ҡаҙана. Ун халыҡ тормошоноң үҙенсәлекле йылъяҙмаһын һынландыра. Уның «Ураҡ», «Шәм тотҡан балалар», «Прощаға» портреты, күп һанлы пейзаждары, натюрморттарышундайҙарҙан була. 1912 йылда ул беренсе тапҡыр Киев украин художество күргәҙмәһендә ҡатнаша.

«Лампа эргәһендә», «Ҡоҙоҡ янында» офорттары, «Довбуш», «Ҡыш» ксилографиялары, «Кенәзлек ваҡыты тарихы» циклы, күп һанлы линогравюралары, улар араһынан «Украин яҙыусылары» циклы Львов украин сәнғәтен Европа һынлы сәнғәтенә һиҙелерлек яҡынайта.

1945 — 1954 йылдарҙа Иван Федоров исемендәге Украина полиграфия институтында графиканан уҡыта, 1948 йылдан — профессор.

Файл:ВП комната кульчицкой 2.jpg
Елена Кульчицкая фатирындағы бүлмә (хәҙер уның исемендәге музей)

«Украинаның көнбайыш өлкәләренең халыҡ архитектураһы» һәм «Украинаның көнбайыш өлкәләре халҡы кейеме» акварель альбомдары ҙур художество һәм фәнни ҡиммәткә эйә. Елена Кульчицкая биҙәгән китаптар Украинаның китап иллюстрацияларының алтын фондына инә («Слово о полку игореве», «Тени забытых предков», «Лис Никита»). Ул Көнбайыш Украина ерҙәрендә балалар китаптарын художестволы ҡаймалауҙың пионеры була.

Рәссам келәм һуғыу һөнәренә күп көсөн бирә. Уның эмалдан, бронзанан, майоликанан әҫәрҙәр эшләй. Үҙ әҫәрҙәрендә ул халыҡ рухын үҙе нисек тоя, шулай тергеҙә.

Елена Кульчицкая үҙенең эштәрендә Гуцульщинаның үҙенсәлекле тәбиғәтен һәм архитектураһын, Украинаның үткәнен һәм хәҙергеһен кәүҙәләндерә. Уның биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендәге ижады халыҡ ижады традицияларын тәрән белеүгә нигеҙләнгән. Әҫәрҙәре донъяның күп ҡалаларында уңыш менән күрһәтелә.

Елена Кульчицкая 1967 йылдың 8 мартында вафат була. Львовта Лычаков зыяратында ерләнгән. 1971 йылда фатирында, элекке Львов милли музейына васыят иткән 6 меңгә яҡын әҫәр нигеҙендә, уның исемендәге мемориаль музей асыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кульчицька Олена Львівна [Текст] // Друковані праці науково-педагогічних співробітників Українського поліграфічного інституту ім. Івана Федорова, опубліковані в 1930—1970 рр. : біобібліогр. покажчик у 2-х чч. / уклад. : Б. В. Дурняк, О. В. Мельников, О. М. Василишин, С. Г. Янчишин, В. В. Стасенко. — Ч. 1. — Львів : Укр. акад. друкарства, 2009. — С. 329—330