Куманово (община)
Куманово | |
макед. Куманово сер. Куманово | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Куманово |
---|---|
Дәүләт | Төньяҡ Македония |
Административ үҙәк | Куманово |
Административ-территориаль берәмек | Төньяҡ Македония |
Статистическая область | Северо-Восточный регион[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:Macedonia/Kumanovo.map |
Халыҡ һаны |
105 484 кеше, 98 104 кеше (5 сентябрь 2021)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 286 метр |
Ҡулланылған тел | Албан теленең гег диалекты, Македон теле, Серб теле һәм арумынский язык[d] |
Майҙан | 509,48 км² |
Почта индексы | 1300 |
Рәсми сайт | kumanovo.gov.mk |
Куманово Викимилектә |
Куманово (макед. Општина Куманово) — Македония республикаһындағы община. Илдең Сербия менән төньяҡта сиктәш ерендә урынлашҡан. Халыҡ һаны- 105 484 кеше (2002 йыл)[2].
Административ үҙәге — Куманово ҡалаһы.
Общинаның майҙан биләмәләре- 509,48 км²[3].
Община Македония Республикаһының түбәндәге общиналары менән сиктәш:
- төньяҡ-көнбайышта — Липково общинаһы;
- көнбайышта — Арачиново общинаһы;
- көньяҡ-көнбайышта — Илинден общинаһы ;
- көньяҡта — Петровец общинаһы
- көньяҡ-көнсығышта — Свети-Николе общинаһы;
- көнсығышта — Кратово общинаһы;
- төньяҡ-көнсығышта — Старо-Нагоричане общинаһы
Төньяҡта Сербияның Пчиньский идаралыҡ округының Трговиште общинаһы меәнән сиктәш.
Община составына Куманово ҡалаһынан башҡа 47 ауыл инә[3]: Агино-Село, Бединье,Беляковце, Биляновце, Брзак, Вакав, Винце, Габреш, Горно-Коняре, Градиште, Далга, Доброшане, Довезанце, Долно-Коняре, Живинье, Зубовце, Ячинце, Карабичане, Клечевце, Кокошинье, Колицко, Косматац, Кутлибег, Кучкарево, Кашанье, Лопате, Любодраг, Мургаш,Ново-Село, Новоселяне, Орашац, Пезово, Проевце, Пчиня, Режановце, Речица, Романовце, Скачковце, Студена-Бара, Сушево, Табановце, Тромегя, Умин-Дол, Черкези, Четирце һәм Шупльи-Камен.
Тарихи яҙмышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала исеме төркиҙәрҙең куман ҡәбиләләренә барып тоташҡан — ул шулай уҡ ҡыпсаҡтар ҡәбиләһе тип тә йөрөтөлә. 1241 йылда Венгрияға монголдарҙың баҫып инеүе алдынан мадьяр дворяндары Пешт ҡалаһында йәшәгән ҡыпсаҡ ханы Котян Тертерҙе һәм уның улдарын үлтерә (улар, күрәһең, бер ниндәй нигеҙһеҙ, Котяндың Батый яғына сығыуынан ҡурҡалар). Яратҡан юлбашсылары үлтерелгәндән һуң, кумандар Венгрияны ташлап, Болғар батшаһы Коломан I ҡулы аҫтына сығып китә. Риүәйәттәр булынса, кумандарҙың ҙур булмаған фратрияһы ул ваҡыттағы Жеглигово ауылынан алыҫ түгел ерҙә төпләнгән.
Куманово ҡалаһы 1519 йылда беренсе тапҡыр бары тик төрөк документтарының береһендә Нагорицкая нахияһы составындағы 52 йортло һәм 300 кешеле ауыл булараҡ телгә алына. XVII быуатта Куманово ауылы ҡалаға әүерелә (XVI быуат аҙағында — нахияның административ үҙәге була). 1660 йылда, Эвлия Челеби яҙыуы буйынса, Кумановола 600-гә яҡын кеше йәшәй, унда мәсет һәм мәҙрәсә була.
1689 йылдарҙа Балҡанға Австрия һөжүме ваҡытында , ҡалала үҙен Куманово короле итеп иғлан иткән баш күтәреүсе македондарҙың геройы Карпоштың яҡты йондоҙо балҡып сыға. Баш күтәргән короллектең баш ҡалаһы булып Куманово һайлана, баш күтәреүселәр яғына Табановце, Нагоричане, Стрезовце һәм Клечовце ҡалалары инә. Австрия ғәскәре сигенгәндән һуң, Карпош ихтилалсылар менән бергә яңғыҙ бер үҙе ғосман армияһына ҡаршы торорға тырыша, әммә уның гайдуктары төрөктәрҙең һәм Сәлим-Гәрәйҙең ҡырым татарҙары берләшкән ҡыйратҡыс көстәренән ҡыйратыла. Карпоштың артабанғы яҙмышы тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы белешмәләр бар. Шуларҙың береһе буйынса, ихтилал баҫтырылғандан һуң, ул ғосман властары тарафынан Скопье үҙәгендә ҡаҙыҡҡа ултыртып һәләк ителә.
ХХ быуат башында төрөктәрҙең иҙеүенән ҡотолған Македонияла болгар-серб ҡаршылыҡтары башланып китә. 1905 йылда Македонияның милли геройы Крыстю Лазаров Куманово ҡалаһындағы бөйөк серб етәксеһен юҡ итә. Лазаров 1907 йылдан алып — Куманово районының воеводаһы. Дөрөҫ, уның ҡулы аҫтындағы четала барлығы 8 кеше торған[4]. Йәш төрөк түңкәрелешенән һуң Крыстю Лазаров 1908 йылдың 16 июлендә легалһеҙ хәлгә күсә. Был ҡыҫҡа ғына осорҙа христиандар төрөктәр менән туғанлаша[5]. Киләһе 1909 йылда инде воевода Лазаров Болгарияға күсеүҙе иң яҡшы сара тип һанай. Унан айырмалы рәүештә, Македонияның икенсе воеводаһы — Яне Санданский — йәшерен уйлы йөш төрөктәр менән енәйәтсел хеҙмәттәшлеккә инеп, үҙ исемен бысрата.
Кумановонан алыҫ түгел ерҙә , 1912 йылдың 23 октябрендә Куманово алышы була, уның барышында серб һәм болгар-әрмән көстәре төрөк ғәскәрҙәрен еңә һәм уларҙы ҡасырға мәжбүр итә. Был алыш Беренсе Балҡан һуғыштарының береһе була. Был алыштағы геройҙарҙың береһе тап Крыстю Лазаров була ла инде, ул сербтар менән ҡулға-ҡул тотошоп төрөктәргә ҡаршы һуғыша. Икенсе балҡан һуғышында сербтар Куманово общинаһын баҫып ала.
1919—1931 йылдарҙа Лазаров — ЮгославиялаКумановоның воеводаһы була, ул серб власттарына ҡаршы македония болгарҙарын милли иҙеүҙән азат итеү өсөн көрәшә. Тарихсы Любомир Милетич әйтеүенсә,
Македонские болгары принуждены силой защищаться от насилия. Это священное право всякого угнетённого народа[6]. |
1941 йылда Болгария оккупацион ғәскәрҙәре составында Лазаров тыуған еренә ҡайта, халыҡ легендар воеводаны ҙур хөрмәт менән ҡаршы ала. Куманово контрачеты воеводаһы сифатында Лазаров Югославия халыҡ-азатлыҡ армияһының коммунистик паризандарына ҡаршы көрәшә[7], был саҡта партизандарҙың штабы албандарҙың Матейча ауылында урынлашҡан була[8]. 1941 йылдың 17 октябрендә Лазаров Козячский партизан отрядын селпәрәмә ҡыйрата. Титовсылар бының өсөн Лазаровты ғәфү итмәй.
1944 йылдың сентябрь айында, коммунист-титовсы Светозар Вукманович-Темпо приказы буйынса Кумановола судһыҙ-ниһеҙ македон милли геройҙары — воевода Крыстю Лазаров, Тодор Сопотский һәм Игнат Мангыровтар (Мангъров) үлтерелә[9].
2015 йылдың 10 майында албан боевиктары ҡалаға һөжүм итә һәм һөҙөмтәлә ҡаланың 8 полиция хеҙмәткәре һәм 1 гражданы, шулай уҡ һөжүмселәрҙең 14 кешеһе үлтерелә, ә тағы ла 30 боевик македон властары ҡулына бирелә. Македония Эске эштәр министрлығы ҡоралланған боевиктарҙы дәүләт учрежденияларына һөжүм итер өсөн күрше илдәрҙән килгән «яҡшы әҙерләнгән террористик төркөм» тип атай[10].
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса общинаның этник структураһы[2]:
- македондар — 63 746 кеше;
- албандар — 27 290 кеше;
- сербтар — 9062 кеше;
- сиғандар — 4256 кеше;
- төрөктәр — 292 кеше;
- арумындар — 147 кеше;
- боснийҙар — 20 кеше;
- ҡалғандар — 671 кеше;
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://makstat.stat.gov.mk/PXWeb/pxweb/en/MakStat/MakStat__Popisi__Popis2021__NaselenieVkupno__Naselenie__VozrastiPol/T1020P21.px/table/tableViewLayout2/
- ↑ 2,0 2,1 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре (макед.), (инг.), (PDF)
- ↑ 3,0 3,1 Община Куманово на сайте министерства местного самоуправления 2007 йыл 30 сентябрь архивланған. (макед.)
- ↑ Георгий, Величко, Стайко Трифонов, документи. българит 1878—1944 тарихы, шул 1878—1912 1, йыш ҡына втор, 475—481 стр., «Македония һәм А. н. революционни българскит Д. изповеданият според министъра доклад четь Тошев Станчовый рабощать външнивать тиклем»
- ↑ Д. и. Вдовиченко Энвер паша // тарих Мәсьәләләре. 1997. № 8. 44. с.
- ↑ Журнал «Македония». Перевод Кирилла Козубского.
- ↑ Павловски, Јован. Судењата пораз како последный, Центар һәм издавачка дејност информирање өсөн «Ҡунаҡсыллығы», Тетово, 1977, 217 стр.
- ↑ Акция ваҡытында һәм косово һәм нивнуть на македонија британск албанскит вооружень поддршок группи војната буйынса, ватан Кисәләр, 05.09.2006 г.
- ↑ Ә улар менән бергә — 44 һәм македон болгар тағы.
- ↑ Биш полицейскийҙы атып үлтерелгән боевиктар македония — донъя яңылыҡтары 1+1 — ТСН.иа
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Община сайты 2007 йыл 31 декабрь архивланған.