Эстәлеккә күсергә

Кутинчев Васил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кутинчев Васил
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Болгария
Хеҙмәт итеүе Болгария
Тыуған көнө 25 февраль (9 март) 1859
Тыуған урыны Русе[d], Болгария
Вафат булған көнө 30 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны София, Болгария
Туған тел Болгар теле
Һөнәр төрө офицер, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Национальный военный университет имени Васила Левского[d]
Хәрби звание генерал[d]
Һуғыш/алыш Беренсе Балҡан һуғышы, Икенсе Балҡан һуғышы, Беренсе донъя һуғышы һәм Сербско-болгарская война[d]
Архивы хранятся в Центральный государственный архив Болгарии[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Святой Александр» орден «За храбрость» орден «За военные заслуги» орден «Стара планина»
 Кутинчев Васил Викимилектә

Васил Кутинчев (болг. Васил Кутинчев, тулы исеме Васил Иванов Кутинчев; 18591941) —болгар хәрби эшмәкәре, пехота генералы (1918).

1859 йылдың 25 февралендә Рущукта (хәҙерге Русе) Иван һәм Стоянка Кутинчевтар ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә беренсе бала була, уның тағы өс энеһе һәм бер һеңлеһе була.

Рус башланғыс мәктәбен тамамлай, шунан һуң уҡыуын класс мәктәбендә дауам итә. 1877—1878 йылдарҙа Рус-төрөк һуғышы һөҙөмтәһендә Болгарияның бер өлөшө азат ителгәндән һуң болгар армияһы формалаша башлай. Шул уҡ йылда Васил Кутинчев Софиялағы хәрби училищеға уҡырға инә. Офицерҙарға ихтыяж ҙур булғанлыҡтан, йәш болгар армияһы өсөн хәрби училищела курс тиҙләтелә, һәм тәүге сығарылыш уҡыусылары 1879 йылдың майында прапорщик дәрәжәһе бирелә һәм ғәскәрҙәргә ебәрелә.

Кутинчев Силистринский 24-се пехота батальонына эләгә, унда кесе офицер сифатында хеҙмәт итә. Бер нисә айҙан һуң икенсе лейтенант дәрәжәһен ала. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң 1880 йылдың 18 октябрендә Рахов 12-се пехота батальонына командировкаға ебәрелә һәм 1882 йылдың 30 авгусында лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. Васил Кутинчев хәрби училищела рус телен өйрәнә һәм рус офицерҙары менән хеҙмәт итә. 1882 йылда рус командованиеһы рус полктарына 30-ҙан 40-ҡа тиклем болгар офицерын ебәрергә ҡарар итә. Лейтенант Кутинчев улар араһында була, әммә хеҙмәтен Болгарияла дауам итеүен һорай. 1883 йылда командование уны 23-сө пехота ротаһы командиры итеп тәғәйенләй. 1884 йылда болгар структураһын яңы структураға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә, һөҙөмтәлә лейтенант Кутинчев 5-се Дунай пехота полкының (Пети пехотен дунавски полк) рота командиры була. 1885 йылдың 5 ноябренән 15 ноябренә тиклем капитан дәрәжәһендә полк командиры вазифаһын башҡара.

1885 йылғы Серб-болгар һуғышында ҡатнаша. Һуғыш тамамлағандан һуң, 5-се пехота полкы Софияға, ҡайта, һәм Кутинчев 1-се батальон командиры итеп тәғәйенләнә. 1887 йыл башында Ул Родоп 10-сы пехота полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың 1 апрелендә ул майор, ә киләһе йылда София 1-се пехота полкы (Първи пехотен софийски полк) командиры итеп тәғәйенләнә. 1888 йылда Васил Кутинчев болгар армияһының яңы — Фердинанд Манлихер етештергән атыу ҡоралдарына күсеүе буйынса Махсус комиссия ағзаһы итеп тәғәйенләнә, һәм шул уҡ йылда ул армияның Дисциплинар уставын ҡайтанан ҡарауҙа ҡатнаша. 1888 йылда ваҡытлыса Стара Загора хәрби суды рәйесе итеп тәғәйенләнә. Һуңыраҡ ваҡытлыса София хәрби суды ағзаһы, шулай уҡ София ялан хәрби суды рәйесе була. 1890 йылдың 2 авгусынан — подполковник.

1893 йылдың 1 ғинуарына Васил Кутинчев полковник дәрәжәһендә 1-се София пехота дивизияһыныңкомандир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 1894 йылдың көҙөндә Сливенға 3-сө Балҡан пехота дивизияһы штабына күсерелә. 1899 йылдың 20 ғинуарында 5-се Дунай пехота дивизияһы (Пета пехотна дунавска дивизия) 1-се бригада командиры итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан — 1-се София пехота дивизияһының 1-се бригадаһы командиры. 1903 йылдың 31 декабрендә Кутинчев 6-сы Бдин пехота дивизияһы (Шеста пехотна бдинска дивизия) командиры итеп тәғәйенләнә. 1904 йылдың 1 ғинуарына — генерал-майор. 1905 йылдың 20 майында ҡабаттан Софияға күсерелә, һәм 1-се София пехота дивизияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Һуңынан Васил Кутинчев хәрби-суд һәм хәрби-административ эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1912 йылдың 2 авгусында, Болгарияға килеүенең 25 йыллығына бәйле, батша Фердинанд I алты төп генералды генерал-лейтенант дәрәжәһенә күтәрә, улар араһында Кутинчев та була. Бынан һуң Кутинчев Беренсе һәм Икенсе Балҡан һуғыштарында ҡатнаша. Беренсе донъя һуғышы башында Кутинчевҡа хәрби министр вазифаһын биләү тәҡдиме килә, әммә ул батшаның Никола Жековты болгар армияһы командующийы итеп һайлауын оҡшатмауын белдереп, унан баш тарта 1915 йылдың 27 ноябрендә яуланған ерҙәрҙән Морав хәрби инспекция районы (Моравска военноинспекционна област) ойошторола һәм уның начальнигы (генерал-губернаторы) итеп Васил Кутинчев ҡуйыла. Был вазифала 1917 йылдың 6 майына тиклем була һәм запасҡа ебәрелә. 1918 йылдың 22 октябрендә ул яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм икенсе көндө пехота генералы итеп тәғәйенләнә. Әммә 1918 йылдың 24 декабрендә тулыһынса отставкаға ебәрелә.

1941 йылдың 30 мартында Софияла вафат була.

1902 йылда Васил Кутинчев Бөйөк Тырнованан Анастасия Витановаға өйләнә. Был уның икенсе никахы була, уларҙың балалары булмай. Икенсе никахынан улдары Иван тыуа, һуңынан тағы ике улы (Михаил һәм Стефан) һәм ҡыҙы тыуа.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2-се класлы II һәм IV дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» ордендары
  • ҡылыстар менән I һәм V дәрәжә «Изге Александр» ордены
  • ҡылыстарһыҙ Ҙур тәре ордены
  • II дәрәжә «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • Ҡылыстар менән I дәрәжә «Стара планина» ордены (үлгәндән һуң)[1].
  • Список генералов Третьего Болгарского царства
  • Мусаков, И. «Генерал от пехотата Васил Кутинчев», София, 1941, Печатница «Стопанско развитие».
  1. Указ № 436 от 20 декември 2012 г. Обн. ДВ. бр.2 от 8 януари 2013 г.