Кучумова Людмила Ивановна
Кучумова Людмила Ивановна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 3 май 1954 |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Пермь өлкәһе, Пермь районы, Сылвенское сельское поселение[d], Малая[d] |
Вафат булған көнө | декабрь 2012 (58 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кучумова Людмила Ивановна (1954 — декабрь 2012) — совет тракторсыһы. Пермь өлкәһенән 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы Союз Советы депутаты (1984—1989). ВЛКСМ-дың XVII съезы делегаты. Бер нисә биш йыллыҡтың «Коммунистик хеҙмәт ударнигы».
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кучумова Людмила Ивановна 1954 йылдың 3 майында Малая ауылында (хәҙер Пермь крайының Пермь районы Сылва ауылы) тыуған. Ляды мәктәбен, шунан 68-се Кунгур СПТУ-һын тамамлай. 1971 йылда Бөтә Союз һабансылар ярышында бронза миҙал ала, ә бер йылдан СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалын яулай. 1973 йылда ул Берлинда Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә делегат була
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында Ляды биләмәһе башлығы итеп һайлана, был вазифаһында ун йылдан ашыу эшләй.
Земство йыйылышы ҡарары менән 2012 йылда Людмила Ивановна Кучумоваға «Пермь муниципаль районының почетлы кешеһе» юғары исеме бирелә. Награданы 21 декабрҙә Земствоның сираттағы йыйылышында тапшырып китергә тейеш булалар, әммә Людмила Ивановнаның ғүмере был датаға тиклем бер нисә көн ҡалғас өҙөлә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ВДНХ-ның бронза миҙалы.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Статья в газете «Нива»(недоступная ссылка)