Эстәлеккә күсергә

Күлйорттамаҡ мәмерйәһе

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күлйорттамаҡ мәмерйәһе
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
Тәрәнлеге150 м
Амплитуда43 м
Оҙонлоғо280 м
Күләме9040 м³
Асылған йылы1961 
Типкарст  
һыйҙырышлы тоҡомдарэзбизташ 
Мәмерйәгә инеү юлы
Доступно для посетителей280 м
Яҡтыртыуюҡ 

Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Космонавтар мәмерйәһеБашҡортостандың Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылынан көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында Шүлгәнташ мәмерйәһенән 2 км түбәндәрәк урынлашҡан[1]. 1965 йылдар тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлап ителгән.

Мәмерйәнең икенсе исеме лә бар. Мәмерйә урындағы халыҡҡа күптәнән билдәле булған, спелеологтар был мәмерйә хаҡында 1961 йылдың 12 апрелендә, кеше беренсе тапҡыр космосҡа осҡан көндә, белеп ҡала һәм шуға ла уға Космонавтар мәмерйәһе тигән исем бирә.

Мәмерйәнең ике ауыҙы бар. Беренсеһе — 5 метр бейеклектә, 7 метр киңлектә. Икенсеһе шыуышып ҡына инә торған 0.4 метр бейекләктә һәм 1,3 метр киңлектә. Ике инеү юлы ла эзбизташтан торған ҡая битләүендә, һыу өҫтөнән 25—51 метр бейеклектә урынлашҡан.

Карст мəмерйəһе, өҫкө девон һəм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгəн. Көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш һəм көнбайыш йүнəлешле горизонталь, вертикаль һəм ауыш коридорҙарҙан тора.

Коридор аҙағында 21 метр тәрәнлек ҡойо бар. Оҙонлоғо 280 м, уртаса киңлеге 4 м, уртаса бейеклеге 8 м, тəрəнлеге 24 м, амплитудаһы 43 м, майҙаны 1130 м2, күлəме 90×40м3

Өҫкө ауыҙҙын киткән коридорҙа 2 зал бар. Мәмерйә түшәме кальцит һарҡымдары, сталактиттар менән ҡапланған. Мәмерйә эсендә температура 6°С.

Мәмерйә кроманьон кешеләре йәшәгән урын буларыҡ билдәле. Бынан 30—40 мең йыл элек мәмерйә кешеләре һунар иткән хайуандарҙың итеп ашаған, һөйәктәрен ҡойо төбөнә ташлаған. Хайуан һөйәктәрен хәҙер ҙә табырға була[2].