Эстәлеккә күсергә

Сапсан Арена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Күмертау-Арена битенән йүнәлтелде)
Сапсан-Арена
Файл:Күмертау-Арена.jpg
Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Күмертау

Нигеҙләнгән

4 сентябрь 2014

Төҙөлгән

15 декабрь 2018

Төҙөлөш хаҡы

334 млн һум

Архитектор

«Башкиргражданпроект» ЯАЙ

Һыйҙырылышлығы

600

Майҙан размеры

26×56 м

Сапсан-Арена — Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында күп функциялы спорт комплексы, ҡалала тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. 2014 йылда төҙөлә башлай, ә эксплуатацияға декабрҙә 2018 йылда бирелә. Аренала шайбалы хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеп буласаҡ.

2014 йылдың 22 июлендә Күмертау ҡалаһында яңы арена өсөн урын һәм уны төҙөүгә бюджет билдәләнә. Бөтә төҙөлөш эштәренә 315 миллион һум китәсәк, был аҡса «АНК „Башнефть“» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәйриә фондынан биреләсәк. Күмертау-Аренаның проектын «Башкиргражданпроект» ЯАЙ яһай[1]. Ә дүртенсе сентябрҙә спорт комплексының нигеҙенә тәүге таш һалына[2]. 2016 йылдың сентябрендә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов Күмертау-Аренаның төҙөлөүө барыуын тикшерә һәм ҡәнәғәт ҡала[3]. Эштәр 2017 йылдың июнь айҙарында бөтөргә тейеш ине. Әммә аҙаҡтан эштәрҙең бөтөүө 2018 йылға күсерелә[4].

2018 йылдың 15 декабрендә республиканың ваҡытлыса етәксеһе Радий Хабиров ҡатнашлығында тантаналы асыла[5]. 2019 йылдың яҙында аренала республиканың «Алтын шайба» турнирының финал уйындары[6] һәм дзюдо буйынса регион-ара ярыштар[7] үтә.

Характеристикалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 600 тамашасы өсөн булған трибуналы хоккей майҙансығы
  • VIP-ложалар
  • 6 раздевалка керә.