Күмертау флагы
Күмертау | |
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
3237 [2] |
Флагтың авторы |
Салауат Ғиләжетдинов |
Күмертау ҡалаһы ҡала огругы флагы 2006 йылдың 21 сентябрендә раҫланған һәм Рәсәй Федерацияһы геральдика реестрында 3237-се һан менән теркәлгән.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флаг тура мөйөшлө, арҡырынан буйға 2:3 нисбәтендә, өс вертикаль һары, күк, һары һыҙаттан тора (һәр таҫманың киңлеге таҫма оҙонлоғоноң 1/6 дәүмәле). Урталағы күк таҫмала флаг һабы яғына ҡараған һәм ҡанаттарын йәйгән һары төҫтәге ыласын-сапсан һыны.
Символиканың аңлатмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флаг ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән. Символдар Күмертау ҡалаһының тарихин, географик һәм социаль-иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдыра һәм Бабай һоро күмер ятҡылығын асыу һәм эшкәртеү менән бәйле.
Флаг уртаһында һүрәтләнгән ыласын-сапсан ҡала төҙөлгән башҡорт далаларын символик һүрәтләй. Ыласын-сапсан образы шулай уҡ ҡалала авиатөҙөлөштөң үҫешен, юғары ынтылышын һәм күмертауҙарҙың ниәтен кәүҙәләндерә..
Алтынһыу (һары) төҫ — ҡеүәт, миһырбанлылыҡ, абруй, байлыҡ символы.
Зәңгәрһыу төҫ — камиллыҡ, йомартлыҡ, тыныслыҡҡа ынтылыу.