Эстәлеккә күсергә

Илеш районы флагы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илеш муниципаль районы флагы
Илеш районы
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй Федерацияһы

Раҫланған

14 июль 2006

Пропорция

2:3

ДГР номеры

2984

Флагтың авторы

Салауат Ғиләжетдинов

Илеш районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы символдарының береһе.

Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 14 июлендәге 10-2-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Башҡортостан Республикаһында Дәүләт символика регистрына 021 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 2984 регистрацион номер бирелеп индерелгән.

Флагтың авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Флаг дүртмөйөшлө күк келәм булып тора, уның киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте — 2:3. Ситке яҡтарҙан һары төҫтәге ике ветикаль буйҙат урынлашҡан, уларҙың һәр береһенең киңлеге келәм оҙонлоғоноң 1/5 өлөшөн тәшкил итә. Флагтың уртаһында алтын (һары) яллы, ҡойроҡло һәм тояҡлы алтын икмәк башаҡтары өҫтөнән йүгереүсе көмөш ат төшөрөлгән.

Символиканың нигеҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флаг композицияһы нигеҙендә тыуған ерҙе данлау, халыҡтың батырлығы һәм эшһөйәрлеге ята. Хәҙерге Илеш районы Ҡырғыҙ һәм Йылан ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Оҙайлы тарих эсендә халыҡ күп һынауҙар аша үткән: иреккә һәм ергә үҙ хоҡуҡтарын һаҡлап күп тапҡыр ихтилалдар күтәргән, 1805, 1806—1807 йылдарҙағы рус-француз һуғыштарында һәм 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым кампанияһында ҡатнашҡан, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ватанды һаҡлаған. Илешлеләр һуғыш яланында ла, тыныс хеҙмәттә лә үҙҙәрен данлаған.

Шунлыҡтан йүгереүсе көмөш ат гербтың үҙәк фигураһы булып тора, ул Тыуған илгә мөхәббәттең һәм тоғролоҡтоң, ҡаһарманлыҡтың, ышаныслыҡтың һәм тәүәкәллектең символы.

Борондан Илеш ере уның эшһөйәр халҡы тарафынан үҫтерелгән сикһеҙ икмәк баҫыуҙары һәм юғары уңыштар менән дан тота. Тап ауыл хужалығының юғары үҫеше райондың хәҙерге иҡтисади һәм социаль именлеген билдәләй.

Алтын фон һәм урталағы күк төҫлө ҡабарынҡы ромб райондың төп байлығын — сикһеҙ бойҙай баҫыуҙарын һәм улар өҫтөндәге тыныс күк йөҙөн символлаштыра.

Икмәк башаҡтарынан уралған төйөнрайон халҡына хас булған тормош көсө, эшһөйәрлек, үҫешкә һәм алға барырға ынтылышты сағылдыра.

Үҙ тарихын, мәҙәни традицияларын хөрмәт итеү һәм һаҡлау өсөн гербтың осонда Йылан һәм Ҡырғыҙ башҡорт ырыуҙарының тамғалары төшөрөлгән: ике ҡабырға һәм әүернә, уларҙың вариҫтары әле лә ошо ерҙә көн итә.

  • Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 193—196.