Күмертау электр бүлеү селтәрҙәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Күмертау электр бүлеү селтәрҙәре — Күмертау, Мәләүез, Салауат ҡалаларын һәм Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Фёдоровка райондары ҡулланыусыларын электр энергияһы менән тәьмин итә.

Мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оператив-диспетчер хеҙмәте Күмертау ҡалаһы, район диспетчер пункттары күрһәтелгән бөтә райондарҙа һәм Мәләүездә урынлашҡан. 2012 йыл составына дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 858 МВ•А булған 35—220 кВ көсөргәнешле 60 электр подстанцияһы, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 8127,8 км) һәм 35—110 кВ (1639,6 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары ингән. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 36379,5 шартлы берәмек тәшкил иткән. 2012 й. 694 кеше эшләгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1964 йыл «Башкирэнерго» электр селтәрҙәренең һәм «Сельэнерго» селтәрҙәренең Үҙәк һәм Мәләүез райондары базаһында нигеҙ һалына, 1992 йылдан алып «Башкирэнерго» филиалы, 2005 йылдан — «БашРЭС—Стәрлетамаҡ»тың структур бүлексәһе — «Башкирэнерго» ААЙ бүлендек йәмғиәтенең «Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре» ЯСЙ филиалы, 2012 йылдан — «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» ААЙ бүлендек йәмғиәтенең «Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре» ЯСЙ производство бүлеге.

Күмертау электр бүлеү селтәрҙәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.