Күмәс (һырт)
Уҡыу көйләүҙәре
Күмәс | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 14 км |
Киңлеге | 2 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 708 м |
Урынлашыуы | |
54°00′35″ с. ш. 56°55′33″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Күмәс — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Учалы районы буйлап Илсеғол ауылы киңлегенән алып Ҡорама ауылының киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 14 км, киңлеге 2 км, абсолют бейеклеге 708 м. 5 түбәһе асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүендә бер нисә ҡалҡыу урын бар. Аҫҡы һәм урта девон ҡатламдарынан тора.
Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡайын урманы үҫкән таулы урман‑далаларҙан һәм төрлө үлән, ҡыяҡлылар үҫкән далаларҙан ғибәрәт.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмәс (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.