Кәлән манараһы
Кәлән манараһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1127 |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан |
Административ-территориаль берәмек | Бохара |
Мираҫ статусы | oбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d] |
Указания, как добраться | “I. Buxoriy” MFY, X. Nurabod koʻchasi |
Кәлән манараһы Викимилектә |
Кәлән манараһы, Бохара манараһы булараҡ та билдәле, (рус. Минаре́т Каля́н, үзб. Minorai Kalon; фарс. مناره کلان — «Мөһәбәт манара») — Бохара манараһы ҡалаһының тарихи үҙәгендәге йома мәсете (Үзбәкстан), ҡарахани Арыҫлан-хан (1102-1130) 1127 йылда төҙөткән, был хан ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге менән танылған [1].
Кәлән манараһы Бохараның символы булып тора; ҡаланың иң бейек һәм иң боронғо архитектура ҡомартҡыларының береһе; мосолман шәреғенең ошондай ҡоролмалары араһында иң күренеклеләренең береһе.
Иртә Урта быуат манараһы, ул Мири Ғәрәп һәм Әлим-хан мәҙрәсәләре менән берҙәм архитектура ансамбле тәшкил итә. Бохараның тарихи үҙәгендәге башҡа ҡомартҡылар менән бергә нә Үзбәкстандың ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлегенә индерелгән [2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәлән манараһы ҡарахани Арыҫлан-хан ваҡытында төҙөлгән йәмиғ мәсете, уны Баҡо оҫта етәкселегендә һалғандар. Башта уға ағас манара ҡуялар, әммә ул ни сәбәптәндер төҙөлөш бөтөү менән үк йығылып төшә. . 1127 йылдың уны ҡабаттан төҙөйҙәр, был юлы тулыһынса береһе яндырылған кирбестән һалалар. Манараһы үҙгәрешһеҙ һаҡланған тиерлек.
Бер нисә функцияны үтәгән: унан аҙан ҡысҡырғандар, ҡарауыл да шунда торған, ситтән килгәндәргә юл күһәтеүсе "маяк", йәшәргә ҡалғандар, күрәһең та булған.
1920 йылда ҡыҙыл армия һөжүме ваҡытында манара уттан зыян күрә. Ул тиҙ арала тергеҙелә.
1924 йылда стенаһының бер өлөшө һәм кәрәҙле манараһы яңынан тергеҙелә. 1960 йылда Очил Бобомуродов оҫта ер аҫты өлөшөн һәм нигеҙҙе нығыта. 1997 йылда Бохараның 2500йыллығына манара тергеҙелә, иң яҡшы оҫталар капиталь реконструкция үткәрә. Артабанғы йылдарҙа ла ҙур булмаған реставрация үэштәре үткәрелә тора[3].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Пои-Кәлән ансамбленең өлөшө: Кәлән манараһы һәм мәсете
-
Пои-Кәлән ансамбле күренеше: манара һәм Кәлән мәсете, Мири-Ғәрәп мәҙрәсәһе
-
Боронғо Бохараның бер күренеше
-
Манараның тышҡы күренеше
-
Кәлән манараһы 1913 йылда. Фотография авторы- Вильгельм Гартевельд
-
Кәлән манараһы 1909 йылда. Фотография авторы - Прокудин-Горский Сергей Михайлович
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всемирная история архитектуры в 12 томах / под ред. Н. В. Баранова. — М: Изд-во литературы по строительству, 1969. — Т. 8. — С. 307 — 309. — 491 с.
- ↑ Мухаммед Наршахи. История Бухары. перевод И. С. Лышина. Ташкент. 1897. цит. по Л. И. Ремпель. Искусство среднего Востока
- ↑ Воронина В. Л. История народов Узбекистана.. — 1-е изд. — Ташкент: Изд. АН УзССР, 1991. — Т. 2. — С. 63. — 514 с.