Кәрим Абдул-Джаббар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәрим Абдул-Джаббар
ғәр. كريم عبد الجبار
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары[1][2][3]
Представляет страну в спорте Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Ferdinand Lewis Alcindor, Jr.
Псевдоним The King һәм Cap
Тыуған көнө 16 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[4][5][6][7][8] (72 йәш)
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк[4][9][10]
Балалары Kareem Abdul-Jabbar, Jr.[d]
Һөнәр төрө баскетболсы, баскетбольный тренер, актёр, кинопродюсер, автор, сценарий яҙыусы, телевидение актёры
Позиция в команде центровой[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Новичок года НБА[d] (1970)

Сборная новичков НБА[d] (1970)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1971)

Самый ценный игрок финала НБА[d] (1971)

Самый ценный игрок НБА[d] (1971)

Самый ценный игрок НБА[d] (1972)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1972)

Сборная всех звёзд защиты НБА[d] (1974)

Самый ценный игрок НБА[d] (1974)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1974)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1973)

Сборная всех звёзд защиты НБА[d] (1975)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1976)

Самый ценный игрок НБА[d] (1976)

Самый ценный игрок НБА[d] (1977)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1977)

Сборная всех звёзд защиты НБА[d] (1979)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1980)

Самый ценный игрок НБА[d] (1980)

Сборная всех звёзд защиты НБА[d] (1980)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1981)

Сборная всех звёзд защиты НБА[d] (1981)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1984)

Спортсмен года по версии Sports Illustrated[d] (1985)

Самый ценный игрок финала НБА[d] (1985)

Сборная всех звёзд НБА[d] (1986)

NAACP Image Award за лучшую литературную работу[d] (2013)

Президентская медаль Свободы

Калифорнийский зал славы[d] (2014)

Уҡыу йорто Калифорнийский университет в Лос-Анджелесе[d]
Power Memorial Academy[d]
Спорт командаһы ағзаһы УКЛА Брюинз[d], Милуоки Бакс[d] һәм Лос-Анджелес Лейкерс[d]
Масса 102 Килограмм[11]
Квалифицирован для мужской баскетбол[d]
Спорт төрө Баскетбол
Задрафтован Милуоки Бакс[d]
Милке музыкальный альбом[d]
Бейеклек 218 сантиметр[11]
Рәсми сайт kareemabduljabbar.com
Commons-logo.svg Кәрим Абдул-Джаббар Викимилектә

Фердинанд Льюис Алсиндор (кесе) (ингл. Ferdinand Lewis Alcindor,Jr.; 16 апрель 1947 йыл, Нью-Йорк, АҠШ), Кәрим Абдул-Джаббар (Kareem Abdul-Jabbar) — Американың профессиональ баскетболсыһы. Милли баскетбол ассоциацияһы (НБА) тарихында даими чемпионаттарҙа тупланған мәрәйҙәр һаны буйынаса (38 387) лидер. НБА-ның иң мөһим уйынсыһы тип тә иң күп тапҡыр танылыу алған (6 ҡабат). Бөтә йондоҙҙар матчтарында ла иң күбе ул ҡатнашҡан (19 тапҡыр), 15 мәртәбә бөтә йондоҙҙҙарҙың шартлы йыйылма командаһына индерелгән, 11 ҡабат шартлы һаҡ йыйылма командаһына алынған. Алты тапҡыр НБА чемпионы титулына эйә булған, ике мәртәбә финалдың иң мөһим уйынсыһы тип танылған. 1995 йылда Баскетбол Дан залына, 1996 йылда ассоциация тарихындағы иң яҡшы 50 уйынсы иҫәбенә индерелгән.

НБА-лағы бөтә карьераһы дауамында ике клуб — «Милуоки Бакс» һәм «Лос-Анджелес Лейкерс» өсөн генә уйнаған. Ислам динен ҡабул иткәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс, 1971 йылда исемен алмаштыра. Баскетболсы карьераһын 42 йәшендә тамамлай.

Уйынсы карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фердинанд Алсиндор 1947 йылдың 16 апрелендә Гарлемда тыуа, Манхэттенда (Нью-Йорк) үҫә. Магазин хеҙмәткәре Кора Лиллиан (Cora Lillian) менән полицейский һәм джазмен Фердинанд Льюис (өлкән) Алсиндорҙың (Ferdinand Lewis Alcindor, Sr.) берҙән-бер улы була. Фердинанд ҙур булып донъяға килә — тыуғанда ауырлығы 5,73 килограмм, буйы 57,2 сантиметр була. Малайҙы католик дине ҡағиҙәләре буйынса тәрбиәләп үҫтерәләр, әммә был артабан уға ислам диненә күсергә ҡамасауламай.

Мәктәптә Льюис кәүҙәһе, буй-һыны менән айырылып тора. Ун йәшендә буйы — 185, ун ике йәштә — 193, ун биш йәштә 208 сантиметрға етә.

Бәләкәйҙән Фердинанд баскетболды һәйбәт уйнай, шул арҡала уның мәктәбенең командаһы 71 уйын рәттән еңеү яулай. Өс йылда малай 2067 мәрәй йыя, 2002 тапҡыр тупты эләктерә/подбор.

1965 йылда мәктәпте тамамлағас, АҠШ армияһына хеҙмәткә саҡырыла[12], ул саҡта АҠШ Вьетнамда һуғыш алып бара. Кәрим хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм үтә оҙон буйлы булғанға хәрби бурысты башҡарыуҙан азат ителә[13].

Колледж[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алсиндор UCLA университетына (Лос-Анджелестағы Калифорния университеты) тренер Джон Вуденға уҡырға инә. Унда Студенттар спортының милли ассоциацияһында өс тапҡыр чемпион була. Ул заман ҡағиҙәләре буйынса, яңы килгәндәргә баскетбол ҡамасауламаһын өсөн төп командала уйнау тыйыла, шунлыҡтан Льюис беренсе йылда уйнамай. Ләкин 1965 йылдың 27 ноябрендә яңылар йыйылмаһы менән төп команда араһында үткән матчта еңеүҙе Алсиндорҙың яңылары яулай. Алсиндор үҙе 31 мәрәй ала. 1966 йылдың 3 декабрендә UCLA өсөн дебют уйынында ул командаһының 32 һөҙөмтәле ташлауының 23-өн индерә. UCLA-ла үткән өс йылда уның командаһы 88 тапҡыр еңә, 2 осрашыуҙа ғына еңелә. 1966-67 йылғы миҙгелдән һуң NCAA етәкселеге, Алсиндорҙың үтә оҙон буйлы булыуы арҡаһында, уға өҫтән ташлау алымын ҡулланыуҙы тыя. Льюис ырғаҡлап ташлау («скайхук») алымын ҡуллана башлай.

Колледжда уҡығанында Алсиндор ике тапҡыр Йыл уйынсыһы (1967, 1969) тип таныла, өс тапҡыр бөтә йондоҙҙар командаһына индерелә (1967-69), NCAA-ның иң яҡшы уйынсыһы була (1967, 1968, 1969) һәм 1969 йылда студенттар араһында иң яҡшы уйынсы булараҡ беренсе булып Нейсмит призына лайыҡ була.

1968 йылда Льюис Алсиндор (21 йәш), илендә ҡара тәнлеләрҙе дискриминациялауға ҡаршы булыуын белдереп, Олимпия уйындарында АҠШ йыйылма командаһы өсөн уйнауҙан баш тарта.

НБА[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артабан «Гарлем Глоубтроттерс» Льюисҡа миллион долларлыҡ контракт тәҡдим итә; спортсы баш тарта һәм НБА-ның 1969 йылғы драфтында ҡатнаша. Абдул-Джаббарҙы «Милуоки Бакс» һайлап ала. Шул уҡ йылды Америка Баскетбол Ассоциацияһының драфтында ла ҡатнаша. Уны беренсе булып һайлаған «Нью-Йорк Нетс» командаһы Льюис уларға килер тип уйлай, әммә «Милуоки Бакс» агенттары ҙурыраҡ сумма тәҡдим итә, был спортсының артабанғы яҙмышын хәл итә.

Оҙаҡ ваҡыт Кәрим команданың төп көсө булып ҡала — дүрт йыл буйы «Бакс» дивизиондың алмаштырғыһыҙ лидеры була. 1975 йылға тиклем Кәрим өс тапҡыр НБА-ның иң мөһим уйынсыһы тип таныла, шулай уҡ НБА-ның иң яҡшы биш уйынсыһы иҫәбенә инә.

Дөйөм алғанда һөҙөмтәләр арыу булһа ла һәм Милуокиға, көйәрмәндәргә мөнәсәбәте яҡшы булһа ла, тиҙҙән Урта Көнбайыш Кәримгә оҡшамай башлай; ул Нью-Йоркҡа йә Лос-Анджелесҡа күсереүҙәрен талап итә. Талабы ҡәнәғәтләндерелә — 1975 йылда Абдул-Джаббар «Лейкерс»ҡа күсә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса спортсы дүртенсе миҙгелдең иң мөһим уйынсыһы премияһына лайыҡ була.

Бер аҙҙан Абдул-Джаббарҙа күҙ мөгөҙсәһе эрозияһы синдромы барлыҡҡа килә — уның күҙҙәре тейешле тиҙлек менән еүешләнмәй һәм тиҙ кибә, шунлыҡтан Кәрим күҙлек кейеп йөрөй башлай. Күҙлек уйын сифатына йоғонто яһамай — артабанғы өс миҙгелде ул тейешле бейеклектә үткәрә. Кәрим карьераһын 1989 йылда ғына тамамлай. Хушлашыу матчында бөтә спортсылар майҙанға уныҡы кеүек күҙлек кейеп сыға һәм һәр береһе бер тапҡыр булһа ла тупты Абдул-Джаббарса «һауалағы ырғаҡ» ысулы менән һуғырға тырыша.

Спорт карьераһы тамамланғас[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кәрим Абдул-Джаббар (һулда) һәм Джордж Буш (кесе) (2006 йыл)

Абдул-Джаббар оҙаҡ ваҡыт миелоидлы лейкемия менән көрәшә. Абдул-Джаббарға диагноз 2008 йылдың декабрендә ҡуйыла[14]. 2011 йылдың 4 февралендә үҙенең твиттерында былай тип яҙа: «Медицина тикшереүе үттем. 100 процентҡа сәләмәтмен»[15]. Бер нисә көндән Абдул Джаббар аныҡлыҡ индерә: «Рактан бер ҡасан да тулыһынса ҡотола алмайһығыҙ һәм мин быны белергә тейеш инем. Әммә минең рак хәҙер минималь кимәлдә»[16]

Баскетболдан тыш яу алыштары менән ҡыҙыҡһына, «Игра смерти», «Аэроплан!» фильмдарында, бер нисә сериалдың эпизодтарында төшә. 2005 йылдан Кәрим "Лейкерс"та тренер ярҙамсыһы булып эшләп ала. Стивен Синджеле менән бергә Кәрим «A Season on the Reservation» — юғары мәктәп баскетболсыларын күнектереү буйынса уның тәжрибәһе тураһындағы китапты яҙа. Шулай уҡ «Black Profiles in Courage» (2000), «Brothers in Arms» (2004) тигән китаптарҙың да авторҙашы була. 2012 йылда ул Америка мәҙәни илсеһе була[17] .

Мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1995 йылдың 15 майында Кәримде Нейсмит исемендәге Баскетбол Дан залына индерәләр[18]. 2012 йылдың 16 ноябрендә «Лос-Анджелес Лейкерс» баскетбол клубы етәкселеге Кәрим Абдул-Джаббар статуяһын «Стэйплс-центр» аренаһы эргәһенә ҡуя. Уға тиклем «Лейкерс» бындай хөрмәтте Мэджик Джонсон менән Джерри Уэстҡа ғына күрһәтә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каримдең ҡатыны Хәбибә Абдул-Джаббар (ингл. Habiba Abdul-Jabbar) була, тыуғанда ҡушылған исеме — Дженис Браун (ингл. Janice Brown); өс балалары бар — ҡыҙҙары Хәбиба (ингл. Habiba) менән Султана (ингл. Sultana) һәм улдары кесе Кәрим (ингл. Kareem Jr.). Кесе Кәрим атаһы юлынан китә һәм баскетбол менән шөғөлләнә. 1978 йылда Кәрим менән Хәбибә айырылыша. Билдәле булыуынса, Абдул-Джаббар ғүмер баҡый баш өйәнәгенән йонсой; башы ауыртыуын ул тарма нигеҙендә эшләнгән препараттар менән баҫа, ошо арҡала Кәримдең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән дә мөнәсәбәттәре боҙола.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://espn.go.com/high-school/boys-basketball/story/_/id/7939736/rucker-park-legends
  2. http://espn.go.com/nba/story/_/id/8645081/los-angeles-lakers-great-kareem-abdul-jabbar-gets-statue
  3. https://espn.go.com/sportscentury/features/00014022.html
  4. 4,0 4,1 http://espn.go.com/nba/player/bio/_/id/4145/kareem-abdul-jabbar
  5. SNAC — 2010.
  6. Encyclopædia Britannica
  7. (unspecified title)
  8. Discogs — 2000.
  9. http://espn.go.com/nba/player/gamelog/_/id/4145/kareem-abdul-jabbar
  10. http://espn.go.com/nba/player/stats/_/id/4145/kareem-abdul-jabbar
  11. 11,0 11,1 (unspecified title)
  12. Kareem Abdul Jabbar - NBA All-Time Leading Scorer  (инг.).
  13. Draft Deferment: Vietnam Kareem Abdul-Jabbar  (инг.).
  14. Абдул-Джаббар лечится от лейкемии — «Спорт-Экспресс», 10 ноября 2009
  15. Mark Medina Kareem Abdul-Jabbar tweets that he's 100% cancer free. Los Angeles Times (February 4, 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011. 13 апрель 2011 тикшерелгән.
  16. Kareem Abdul-Jabbar updates health, ESPN (February 10, 2011).
  17. Beck, Howard. «U.S. Drafts Abdul-Jabbar as a Cultural Ambassador». January 18, 2012. The New York Times.
  18. Hall of Famers. Basketball Hall of Fame. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 июль 2013. 2 август 2009 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]