Эстәлеккә күсергә

Көнбайыш Двина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Көнбайыш Двина (йылға) битенән йүнәлтелде)
Көнбайыш Двина
белор. Заходняя Дзвіна, латыш. Daugava
Ригала Даугава
Ригала Даугава
Характеристика
Оҙонлоғо 1020 км
Бассейн 87 900 км²
Һыу сығымы 678 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше Охват
 · Урынлашыуы Валдай ҡалҡыулығы
Андреаполь районы
 · Бейеклеге 215 м
 · Координаталар 56°44′16″ с. ш. 32°18′17″ в. д.HGЯO
Тамағы Рига ҡултығы
 · Урынлашыуы Рига ҡ.
 · Координаталар 57°03′43″ с. ш. 24°01′33″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Балтик диңгеҙе

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Беларусь Беларусь, Латвия Латвия
Регион Тверь өлкәһе
РДҺР 01020000112199000000010
Көнбайыш Двина (Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Көнбайыш Двина Викимилектә

Көнбайыш Двина (бел. Заходняя Дзвіна, Латвияла — Да́угава, латыш. Daugava, латг. Daugova, лив. Vēna) — Көнсығыш Европалағы йылға. Рәсәй, Белоруссия һәм Латвия территориялары буйлап аға.

Балтика бассейны схемаһында Көнбайыш Двина бассейны
Көнбайыш Двина бассейны

Көнбайыш Двина оҙонлоғо — 1020 км: 325 км — Рәсәй Федерацияһы, 328 км — Белоруссия һәм 367 км — Латвия территорияларына ҡарай[1].

Көнбайыш Двина йылғаһы Охват күлендә башлана һәм көньяҡ-көнсығышҡа табан йүнәлә, Витебсктан һуң төньяҡ-көнбайышҡа борола. Көнбайыш Двина Балтик диңгеҙенең Рига ҡултығына дельта барлыҡҡа килтереп ҡоя.

Бассейн майҙаны — 87,9 мең км². Йылға селтәренең тығыҙлығы — 0,45 км/км².

Үрге ағымында киңлеге 0,9 км-ға тиклем, урта ағымында — 1—1,5 км, түбәнге ағымында — 5—6 км.

Төп ҡушылдыҡтары: Улла, Нетесьма, Велеса, Межа, Каспля, Ушача, Дисна, Лауцеса, Илуксте, Кекавиня, Волкота, Торопа, Лучоса, Оболь, Полота, Дрисса, Дубна, Айвиексте, Персе һәм Огре.

Йылға буйындағы ҡалалар: Андреаполь, Көнбайыш Двина, Велиж, Витебск, Бешенковичи, Полоцк, Новополоцк, Дисна, Верхнедвинск, Друя, Краслава, Даугавпилс, Ливаны, Екабпилс, Плявиняс, Айзкраукле, Яунелгава, Лиелварде, Кегумс, Огре, Икшкиле, Саласпилс һәм Рига.

Йылғалағы эшләүсе ГЭС-тар: Плявиняс, Рига, Кегумс. Шулай уҡ йылғала Полоцк, Витебск, Үрге Двина, Даугавпилс ГЭС-тары төҙөлә.

  • Сапунов А. Река Западная Двина. — Витебск: Типо-литография Г. А. Малкина, 1893.
  • Природа Белорусии: Популярная энциклопедия / Редкол.: И. П. Шамякин (гл. ред.) и др. — 2-е. — Мн.: БелСЭ имени Петруся Бровки, 1989. — С. 163. — 599 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-85700-001-7.
  • Энцыклапедыя прыроды Беларусі. У 5-і т. Т.2 / Рэдкал.: І. П. Шамякін (гал. рэд.) і інш. — Мн.: БелСЭ, 1983. — Т. 2. — 522 с. — 10 000 экз.
  • Белорусская ССР: Краткая энциклопедия. В 5-ти т. / Ред. колл.: П. У. Бровка и др. — Мн.: Гл. ред. Белорус. Сов. Энциклопедии, 1979. — Т. 2. — 768 с. — 50 000 экз.


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ