Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы
урыҫ Восточно-Уральский радиационный заповедник
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны16616 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1968
Урынлашыуы
55°48′52″ с. ш. 60°53′58″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы
Силәбе өлкәһе
Точка
Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы

Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы — дәүләт ҡурсаулығы. Халыҡты радиациянан һаҡлау һәм тере организмдарға радиация йоғонтоһон өйрәнеү өсөн тәбиғи шарттарҙа ойошторолған дәүләт ҡурсаулығы. Силәбе өлкәһенең Ҡәҫле һәм Ҡоншаҡ райондары биләмәһендә, урманлы-далалы зонала урынлашҡан. Уның майҙаны 16 616 гектар тәшкил итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ВУРС картаһы

Көнсығыш Урал ҡурсаулығы 1966 йылда ойошторолған. Уның барлыҡҡа килеүенә 1957 йылдағы Ҡыштым эргәһендәге Силәбе-40 ҡалаһының «Маяҡ» химик комбинатында булған авария сәбәпсе. Был авария масштабы менән Чернобыль аварияһына тиң.

Был авария һөҙөмтәһендә Силәбе, Свердловск һәм Төмән өлкәләре биләмәләренең бер өлөшө радиактив зарарланыуға дусар була. Был зарарланыу Көнсығыш Урал радиоактив эҙе тигән атама ала (ВУРС).

150х9 саҡрым самаһы биләмәлә 2 млн кюри радионуклид саңы яуа. Радиация кимәле 2 тапҡырға артып киткән майҙан яҡынса 15 000 км²-ға тиң.

Бөтәһе 270 000-гә яҡын кеше йәшәгән 217-се тораҡ пункты менән 23 000 км² самаһы биләмә зарарлана.

Эҙемтәләрҙе бөтөрөү барышында Көнсығыш Урал радиоактив эҙенә (ВУРС) дусар булған ерҙәрҙән халыҡ эвакуациялана. Иң ныҡ зарарланған өлөштәренән 23 ауылға ҡараған 12 000-гә яҡын кеше күсереп алып кителә. Төҙөлөш объекттары, бөтә мөлкәт, мал юҡ ителә һәм траншеяларҙа күмелә.Ҡайһы бер урындарҙан грунттың өҫкө ҡатламы алып күмелә, урыны менән ҡайһы бер участкаларҙа тупраҡ махсус реагенттар менән эшкәртелә.

Көнсығыш Урал радиоактив эҙенең көньяҡ (баш) өлөшөндә 1,5 км² майҙанда стронций-90 тарафынан ер өҫтө зарарланыуы 700 Ки/км² ашыу тәшкил иткән, урыны менән 3000 Ки/км² -ҙан ашҡан. Зарарланған биләмәләрҙән радионуклидтарҙың ситкә таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 1959 йылда санитар-һаҡлау зонаһы булдырыла.

Аҙаҡ был зона (баш) урынында 1966—1968 йылдарҙа Көнсығыш Урал радиация ҡурсаулығы ойошторола. ВУРС йүнәлеше буйлап 24х9 саҡрым самаһы биләмәне үҙ эсенә ала.

Ҡурсаулыҡ составында Ырыҫкүл һәм Берҙәнеш күлдәре бар.

1957 йылда радиация һәләкәттәренән һуң байтаҡ ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, ҡурсаулыҡ биләмәһенең 85 процентын юғары радиация һөҙөмтәһендә ғалимдар экологик афәттәр зонаһына индерә.

Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ биләмәһе Росатом корпорацияһының «МАЯК» производство берекмәһе федераль дәүләт унитар предприятиеһы контроле аҫтында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ биләмәһе халыҡ килеү өсөн ябыҡ.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылғы торош буйынса ВУРС зонаһында грунттың өҫкө ҡатламында стронций-90 концентрацияһы норманан 200-15.000 тапҡырға һәм цезий-137 буйынса микдары 5—225 тапҡырға артыҡ булған. Был изотоптар үҙҙәре барлыҡҡа килтергән радиация кимәле генә лә тәбиғи кимәлдән 2-4 тапҡырға күберәк.

Ҡурсаулыҡ биләмәһендә радиация һәм радиоэкологик мониторинг даими башҡарыла. Ҡурсаулыҡта радиобиология, тере организмдарға радиация кимәленең оҙаҡ тәьҫир итеүен баһалау, тәбиғи йәшәү мөхите шарттарында популяциялар һәм экосистемалар, тере организмдарҙың тәбиғи миграцияһы һөҙөмтәһендә радионуклидтарҙың таралыуы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Ҡурсаулыҡ флораһының яҡынса исемлегенә көпшәле үҫемлектәренең 455 төрө инә. Ҡурсаулыҡтың умыртҡалыхайуандары 50 төр һөтимәрҙе, 219 төр ҡошто (шул иҫәптән осоу төрө), 15 балыҡ төрөн, 5 төр амфибияны һәм 5 төр рептилияны үҙ эсенә ала.

Һаҡланған территорияла ҡоштарҙың һирәк төрҙәре лә йәшәй: бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, балабан, сапсан, ҡарабаш шарҡылдаҡ сарлаҡ һәм бөҙрә берғаҙан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чернобыль атом электр станцияһынан ситләшеү зонаһы
  • Полесский дәүләт радиация-экологик ҡурсаулығы
  • Ҡарасәй — Силәбе өлкәһендәге радиоктив зарар алған һәм ябыҡ (законсервирован) күл.
  • Тинес — Силәбе өлкәһендә радиоация менән ағыуланған йылға.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡарар рсфср министрҙар советының 1966 йылдың 29 апрелендә № 384-20 «ойошмаһы тураһында Көнсығыш Урал ҡурсаулығы силәбе өлкәһе территорияһында».
  • Ҡарар силәбе өлкәһе хөкүмәтенең 2008 йылдың 21 февралендә № 34-П. «айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларын үҫтереү һәм урынлаштырыу схемаһын раҫлау тураһында 2020 йылға тиклемге осорға силәбе өлкәһе».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]