Лаврентьев Николай Григорьевич
Лаврентьев Николай Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 март 1921 |
Тыуған урыны | Подлесный, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы |
Вафат булған көнө | 1992 |
Вафат булған урыны | Муром, Владимир өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Муром |
Һөнәр төрө | директор |
Уҡыу йорто |
Владимир Даль исемендәге Көнсығыш Украина милли университеты Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d] Дәүләт идара итеү университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лаврентьев Николай Григорьевич (4 март 1921 йыл — 1992 йыл) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, VIII саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты (1971—1975), Муромдың почетлы гражданы (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаврентьев Николай Григорьевич 1921 йылдың 4 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Подлесный ауылында (1922 йылдан Башҡорт АССР-ы составына индерелә) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1931 йылда ғаилә кулактарҙы эҙәрлекләүгә дусар була һәм Йүрмәтауға һөргөнгә ебәрелә.
1935 йылда Николай ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Белорет педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны отличие менән тамамлай. Кулактарҙы эҙәрлекләүгә тиклем РККА сафына алынған өлкән ағаһы арҡаһында Ворошиловоград машиналар төҙөү техникумына күсерелә. Уҡыу йортон 1940 йылда тамамлап, йүнәлтмә буйынса Орджоникидзе исемендәге Муром машиналар эшләү заводына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын технолог булып башлап, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, производствоның баш диспетчеры булып эшләй.
1944 йылдан КПСС ағзаһы. 1956—1958 йылдарҙа Муром машиналар эшләү заводының партия ойошмаһы менән етәкселек итә.
Һуңыраҡ шул уҡ предприятиела директорҙың финанстар һәм матди-техник тәьмин итеү буйынса урынбаҫары булып эшләй.
1961 йылдың 12 сентябрендә завод директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
1967—1971 йылдарҙа Бөтә Союз финанс-иҡтисади ситтән тороп уҡыу институтында уҡый, 1974 йылда менән идара итеү институтының махсус курсын тамамлай.
1987 йылдың 8 декабрендә үҙ теләге менән предприятие директоры вазифаһынан китә һәм иғтисади анализ лабораторияһы начальнигы вазифаһында дауам итә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Григорьевич әүҙем йәмәғәт-сәйәси тормош алып бара: КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы итеп һайлана, 1964 йылдан Владимир өлкә советы депутаты була, 1966 йылда — профсоюздарҙың Өлкә Комитеты президиумы ағзаһы, 1971 йылда — партия Өлкә Комитетының ревизия комиссияһы ағзаһы. 1971—1975 йылдарҙа VIII саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылда 3-сө музыка мәктәбе бинаһында уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[1].
2013 йылда Николай Лаврентьев, вафат булғандан һуң, Муром ҡалаһының Почетлы гражданы итеп һайлана[2], ә 2016 йылда Халыҡ депутаттары советы бер тауыштан үҙе йәшәгән Лев Толстой урамы, 74 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу өсөн тауыш бирә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин ордены (ике тапҡыр бүләкләнә)
Октябрь Революцияһы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
«РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе»
«Заводтың атҡаҙанған хеҙмәт ветераны»
«Муром ҡалаһында почетлы төҙөүсеһе»
«Муромдың почетлы гражданы» (үлгәндән һуң, 2013[4])
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — Григорий Петрович Лаврентьев (1888 — ?), крәҫтиән, 1931 йылдарҙа кулактарҙы эҙәрлекләүгә эләгә һәм Белорет районының Йүрмәтау ауылына һөргөнгә ебәрелә. Иҫпәтән 1947 йылда төшөрөлә[5].
- Әсәһе — Лаврентьева Феврония Захаровна, крәҫтиән, һигеҙ балаға ғүмер бирә.
- Ҡатыны — Нина Николаевна Лаврентьева
- Улы — Алексей Николаевич Лаврентьев
- Ҡыҙы — Галина Николаевна Лаврентьев, 1981 йылда Владимир музыка училищеһын тамамлап, Муромдың 3-сө балалар музыка мәктәбендә уҡыта[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Четвертого марта исполняется 90 лет со дня рождения нашего выдающегося земляка — Н. Г. Лаврентьева (1 март 2011). Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ Почётные горожане . Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ Почетный гражданин города: на доме Николая Лаврентьева установлена мемориальная доска (25 сентябрь 2017). Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ В Муроме вспомнили Николая Лаврентьева (4 март 2016). Дата обращения: 7 июнь 2020. 2020 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Лаврентьев Григорий Петрович . Дата обращения: 7 июнь 2020.
- ↑ Лаврентьева Галина Николаевна . Дата обращения: 23 декабрь 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Человек-эпоха |