Лазарев Антон Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Антон Лазарев
Антон Лазарев.jpg
Позиция

һөжүмсе

Буйы

176 см

Ауырлығы

80 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

29 май 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (29 йәш)
СССР, Силәбе ҡалаһы

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2006—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
Халыҡ-ара миҙалдары

Лазарев Антон Павлович (29 май 1990 йыл, Силәбе) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Силәбенең «Трактор» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Витязь» хоккей клубы уйынсыһы. 2011 йылғы Ҡышҡы Универсиада чемпионы.

Карьера[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мытищила (2006—2011)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Силәбелә хоккей менән шөғөлләнә башлай. Шунда уҡ профессиональ карьераһын башлай — «Трактор-2» өсөн беренсе лигала өс уйында ҡатнаша. 2006 йылда Мәскәү өлкәһендәге Мытищи ҡалаһынан булған «Химик» хоккей клубына күсә. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының 2006/2007 йылдар даими миҙгелендә Антон туғыҙ осрашыуҙа бер гол керетә. «Химик» плей-оффтың сирекфиналында «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Шул миҙгелдә ул күбеһенсә йәштәр составында уйнай ине. Беренсе лиганың 28 осрашыуында 15 (10+5) мәрәй йыя, тик командаһы плей-оффҡа эләгә алмай ҡала. 2007/2008 йылдар миҙгелендә Суперлигала Антон 22 уйында өс гол керетә һәм өс һөҙөмтәле пас бирә. Плей-оффта иһә ул ике уйында ғына ҡатнаша. Ә «Химик-2» өсөн беренсе лигала 21 уйында 23 (7+16) мәрәй йыя.

2008 йылда Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, ә Мытищиның командаһы исемен «Атлант» тигәнгә алмаштыра. 23 сентябрҙә СКА хоккей клубына ҡаршы уйында ул яңы лигала тәүге шайбаһын индерә. Даими миҙгелдә «Атлант» бишенсе урынды ала, ә Гагарин кубогының плей-офф уйындарында тәүҙә Антон өсөн туған «Трактор» хоккей клубын үтә, артабан сирекфиналда Магнитогорскиҙан «Металлург» хоккей клубына отола. 2009/10 йылдар миҙгеленең 34 уйынында ул өс мәрәй генә йыя. Шул йылда Йәштәр хоккей лигаһы булдырыла. Шунда «Мытищинские Атланты» өсөн 23 осрашыуҙа 22 мәрәй йыя. Мытищинан ике командала үҙҙәренең лигаларында плей-оффҡа эләкмәй.

Киләһе йылда «Атлант» өсөн Антон уйнамай, ә команда Гагарин кубогының финалы һәм Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарына етә. Был ваҡытта Лазарев Юғары хоккей лигаһында «Рязань» өсөн ун ике уйында ике мәрәй йыя. Ә «Мытищинские Атланты» составында ул 26 уйында 29 (13+16) мәрәй йыя. Ә плей-оффта конференция сирекфиналында буласаҡ чемпионға «Красная Армия» хоккей клубына отола. Шулай уҡ Антон «Ҡыҙыл йондоҙҙар» ЙХЛ йыйылма командаһы составында Төньяҡ Америкалаға турнела капитандың ассистенты булараҡ ҡатнаша[1][2]. Шунда ул 5 уйында 8 (2+6) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Тағы ла Антон Лазарев ЙХЛ Саҡырыу кубогы — лиганың иң яҡшы уйынсылары араһында уйында ҡатнаша һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. Өфө-Аренала булған сарала Көнсығыш конференцияһы командаһы еңә.

Новокузнецк һәм Екатеринбург[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан ике йылға «Атлант» менән Антон контракт төҙөй[3]. Әммә 2 сентябрҙә ул Новокузнецкиҙан «Металлург» хоккей клубына күсә[4]. 5 ноябрҙә ул «Торпедо» командаһына ҡаршы уйында яңы командаһы өсөн тәүге шайбаһын керетә һәм КХЛ-да тәү тапҡыр хет-трик (бер уйында өс гол) яһай[5]. Даими миҙгелдә ул бөтәһе 42 уйында 7 (5+2) мәрәй йыя. ЮХЛ-да «Ермак» өсөн дүрт осрашыу уҙғара һәм бер гол керетә. ЙХЛ-да «Кузнецкие Медведи» менән плей-оффта конференциялар ярымфиналына етә.

«Металлург» составында

2012/13 йылдар миҙгелендә Антон КХЛ-да ғына уйнай. Даими чемпионаттың 52 уйынында 25 (11+14) мәрәй йыя, ә «Металлург» плей-оффҡа эләкмәгән командалар өсөн булған Өмөт кубогында тәүге раундта «Амур» хоккей клубына еңелә. Антон турнирҙа 4 уйында 4 һөҙөмтәле пас бирә. Миҙгел тамамланғас, 8 майҙа Лазарев Екатеринбургтан «Автомобилист» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[6]. Даими чемпионатта ул 53 осрашыуҙа 10 гол керетә һәм 26 һөҙөмтәле пас бирә — был уның статистикаһы буйынса иң яҡшы миҙгеле була. «Автомобилист» плей-оффта 4 уйында «Барыҫ» командаһына отола. Киләһе миҙгелдә Антон 48 осрашыуҙа 29 (14+15) мәрәй йыя. Екатеринбург клубы Гагарин кубогы өсөн көрәштең тәүге раундында «Аҡ Барс» клубына еңелә.

«Салауат Юлаев» (2015—2017)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2015 йылдың 24 апрелендә «Автомобилист» Лазаревҡа квалификацион тәҡдим яһай[7]. 6 майҙа Антон клуб менән ике йылға контракт төҙөй[8]. Ә икенсе көнөнә ул Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубына күсә. Уның күсеүенә Өфө клубының генераль менеджеры Леонид Вайсфельд булыуы ярҙам иткәндер, сөнки Антон уның менән бергә төрлө клубтарҙа бергә эшләй. 20 сентябрҙә Антон яңы клубы өсөн тәүге шайбаһын керетә. Әммә ул ваҡытта «Салауат Юлаев» үҙ уйынын таба алмай, күп еңелә. Шуның өсөн тренерҙарҙы ла алмаштыралар. Лазарев даими чемпионаттың 54 уйынында 15 мәрәйгә өлгәшә. Плей-оффта бер осрашыуҙы ла ҡалдырмай һәм ике гол керетә. Ә «Салауат Юлаев» конференция финалына етә һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә.

Киләһе йыл уңышһыҙыраҡ килеп сыҡты. Антон даими чемпионаттың 57 уйынында 10 мәрәй генә йыя, ә «Салауат Юлаев» плей-оффҡа конференциянан тик алтынсы урындан ғына эләгә. Шунда «Аҡ Барс» хоккей клубына отола. Миҙгел бөткәс, команданы Эркка Вестерлунд етәкләй, ә Антон Лазарев 28 мартта клуб менән 2019 йылға тиклем контрактын оҙайта[9].

«Витязь» (2017—ә.в.)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Лазарев «Салауат Юлаев» өсөн 26 октябрҙә һуңғы тапҡыр уйнай, ә 13 ноябрҙә уны клуб етәкселеге «Витязь» хоккей клубына алмаштыра[10]. Ә 15 ноябрҙә яңы командаһы өсөн тәүге уйынын үткәрә. Антон Лазарев даими миҙгелдең 22 осрашыуында 6 (3+3) мәрәй йыя. Тик «Витязь» Гагарин кубогының плей-офф уйындарына эләгә алмай.

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәү тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһына Антон 2006 йылда Чехиялағы халыҡ-ара турнирға саҡырыла. Шунда ул 3 уйында бер гол керетә, ә Рәсәй икенсе урынды ала. Шул миҙгелдә Төмәндә үткән тағы бер турнирҙа Рәсәй беренсе урынды яулай, ә Антон өс осрашыуҙа 1 гол керетә. Испанияла 2007 йылдың февралендә үткән Европа юниорҙар олимпия фестивалендә ҡатнашырға Рәсәйҙең 16 йәштән йәшерәк булған уйынсыларҙан торған йыйылма командаға саҡырыла. Шунда Рәсәй үҙ төркөмөндә беренсе урынды ала, ә финалда Финляндияна отоп, турнирҙың чемпионы итеп таныла. Лазарев 3 уйында 2 (1+1) мәрәй йыя.

2007/08 йылдар миҙгелен Антон юниорҙар йыйылма командаһы составында Иван Глинка меморириалында бронза миҙалын еңеү менән башлай. Ноябрҙә Канадала үткән Донъя Саҡырыу кубогында Рәсәй йыйылма командаһы дүртенсе урынды ала, ә Антон дүрт уйында ике гол керетә. Ул йәштәр донъя чемпионатына әҙерлектә лә ҡатнаша, әммә турнирҙа ҡатнашырға уны баш тренер исемлеккә керетмәй, сөнки ул башҡаларҙан ике йылға йәшерәк була. Әммә ул юниорҙар донъя чемпионатында ҡатнашырға бәхетенә эйә була. 2008 йылдың апрелендә Ҡазанда үткән донъя форумының төркөм этабында Рәсәй беренсе була, ярымфиналда АҠШ командаһын ота. Тик финалды Канада юниорҙарына 8:0 иҫәбе менән отола. Антон алты осрашыуҙа 7 (3+4) мәрәй йыя.

Киләһе миҙгелдә Антон йәштәр йыйылма командаһы составында өс бик мөһим булмаған турнирҙа ҡатнаша. Шунда 10 уйында 7 (2+5) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Киләһе тапҡыр Антон Рәсәй йыйылма командаһына 2011 йылда Төркиәләге ҡышҡы Универсиадала хоккей турнирына саҡырыла. Шунда Антон командаһы менән бергә бер дәғүәсе командаға ла мөмкинлек ҡалдырмай, бөтә алты уйында еңә һәм алтын миҙалдарҙы яулай.

2014/15 йылдар даими миҙгеленең аҙағында «Автомобилист» плей-оффҡа эләгер өсөн көрәш алып бара ине. Шул ваҡытта Еврохоккейтурҙа Чехия менән уйындарға саҡырыла. Команданың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд Лазаревты саҡырмаҫҡа һорай, әммә йыйылма команданың менеджеры Сафронов йыйылма команда КХЛ клубтарынан мөһимерәк булыуын белдерә. Антон шундағы ике уйында бер гол керетә. Был миҙгел тамамланғас, Антон йыйылма командаға йәрәхәте булғанға саҡырылмай[11].

Статистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы яңыртыу: 27 июль 2018

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/− У Г П М Штр +/−
2005/06 Трактор-2 Беренсе лига 3 0 0 0 0
2006/07 Химик-2 Беренсе лига 28 5 10 15 36
2006/07 Химик Суперлига 9 1 0 1 0 -2 2 0 0 0 0 -1
2007/08 Химик Суперлига 22 3 3 6 2 0 2 0 0 0 0 1
2007/08 Химик-2 Беренсе лига 21 7 16 23 32
2008/09 Атлант КХЛ 26 3 2 5 2 2 7 0 2 2 27 4
2008/09 Атлант-2 Беренсе лига 21 10 10 20 30 2 1 0 1 2
2009/10 Атлант КХЛ 34 1 2 3 4 -5
2009/10 Мытищинские Атланты ЙХЛ 23 13 9 22 10 -4
2010/11 Рязань ЮХЛ 12 1 1 2 6 -7
2010/11 Мытищинские Атланты ЙХЛ 26 13 16 29 30 12 6 2 4 6 4 4
2011/12 Металлург Нк КХЛ 42 5 2 7 14 0
2011/12 Ермак ЮХЛ 1 1 0 1 0 1 3 0 0 0 0 -1
2011/12 Кузнецкие Медведи ЙХЛ 7 3 5 8 0 7
2012/13a Металлург Нк КХЛ 52 11 14 25 39 1 4 0 4 4 0 1
2013/14 Автомобилист КХЛ 53 10 26 36 18 8 4 0 2 2 0 2
2014/15 Автомобилист КХЛ 48 14 15 29 16 -4 5 0 1 1 0 1
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 54 6 9 15 6 -2 19 2 0 2 2 -4
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 57 4 6 10 6 -6 3 0 0 0 0 -1
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 16 2 3 5 6 -1 Команданан китә
2017/18 Витязь КХЛ 22 3 3 6 4 -2 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
Бөтәһе Суперлигала 31 4 3 7 2 -2 4 0 0 0 0 0
Бөтәһе КХЛ-да 404 59 82 141 115 -9 38 2 5 7 4 2

Халыҡ-ара карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр +/−
2007 Рәсәй U16 ЕЮОФ Gold medal with cup.svg 3 1 1 2 4 3
2007 Рәсәй U18 ИГМ Bronze medal with cup.svg 4 0 2 2 6 -1
2007 Рәсәй U18 ДСК 4 4 2 0 2 2
2008 Рәсәй U18 ЮДЧ 2 6 3 4 7 6 2
2011 Россия (студ.) Универсиада 1 6 3 5 8 6 11

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале чемпионы — 2007.
  • Иван Глинка Мемориалының бронза миҙалсыһы — 2007.
  • Юниорҙар донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2008.
  • Универсиада чемпионы — 2011.
  • КХЛ һәм Рәсәй чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Виктория исемле ҡатыны менән 2014 йылда өйләнешә. 2015 йылда уларҙың улдары тыуа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]