Эстәлеккә күсергә

Лазаренко Виктор Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лазаренко Виктор Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Сумы, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Эшмәкәрлек төрө хирургия[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Виктор Анатольевич Лазаренко (26 апрель 1956, Сумы) — Рәсәй ғалимы, хирургия өлкәһендә белгес, медицина фәндәре докторы, профессор, 2009 йылдан Курск дәүләт медицина университеты ректоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы. Рәсәй ангиолог һәм ҡан тамырҙары хирургтары йәмғиәте, Европа ҡан тамырҙары хирургтары йәмғиәте, Рәсәй Федерацияһы хирург-гепатологтары ассоциацияһы ағзаһы. Халыҡ-ара экология фәндәре, кеше һәм тәбиғәт хәүефһеҙлеге академияһы, Рәсәй медик-техник фәндәр академияһы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы академигы.

Лазаренко Виктор Анатольевич 1956 йылда Сумы ҡалаһында тыуған. 1979 йылда Курск дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Белгород өлкәһенең Шебекинский ҡала дауаханаһында балалар хирургы булып эшләй. 1988 йылда «Функциональное состояние глубоких вен при первичной варикозной болезни и послеоперационных рецидивах этого заболевания» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. Ул варикоз ауырыуын диагностикалау һәм уны дауалау ысулының бер нисә классификацияһын тәҡдим итә, ул беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә киң ҡулланыла. Клапандарҙы экстравазаль коррекциялауҙың тәкдим ителгән ысулы 1990 йылда СССР ВДНХ-да күрһәтелә[2].

1996 йылда «Клапанная недостаточность глубоких вен нижних конечностей, диагностика и хирургическое лечение» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

1996 йылдан — хирургик ауырыуҙар кафедраһы профессоры.

2001 йылдан 2003 йылға тиклем — өлкә клиник дауаханаһының йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире, Курск өлкәһенең төп йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы.

2002 йылдан  — дипломдан һуң белем биреү факультеты деканы.

2004 йылдан — ғилми - тикшеренеү эштәре буйынса проректор

2009 йылдың авгусында Курск дәүләт медицина университетының ректоры вазифаһына тәғәйенләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: варикоз һәм тромбоздан һуң авыру проблемалары; критик артериаль ишемияны дауалау; йөрәк ритмын, деструктив панкреатитты, бауыр, сепсис, обтурациялы һары ауырыуын, ҡорһаҡ ҡыуышлығының локаль елкенһенеүенең; бешеү ауырыуҙарын дауалау. Өс фәнни асыш, 900-ҙән ашыу фәнни баҫма, 95 уйлап табыу авторы. В. А. Лазаренко етәкселеге аҫтында 23 кандидатлыҡ һәм 7 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» (2003 й.) маҡтаулы исеме
  • «Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» түш билдәһе.
  • «Малайзия халыҡ-ара университет колледжының почетлы докторы» (2012 г.)
  • Курск өлкә Думаһының почет грамоталары  — күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары профессионаллеге һәм мәғәриф үҫешенә шаҡтай зур өлөш индереүе өсөн (2013 г.)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһы почет грамотаһы — Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн (2013 г.)
  • «GEOMATIKA университет колледжы фәндәре докторы » (Куала-Лумпур, Малайзия) маҡтаулы исеме (2014 й.)
  • Бейрут MATN университетының почетлы профессоры (Ливан) (2015 г.)
  • 2014 йылда «Сочи ҡалаһындағы ҡышҡы XXII олимпия уйындарына һәм ҡышҡы XI паралимпия уйындарының» иҫтәлекле миҙалы (2014 г.)
  1. Лазаренко В. А. Функциональное состояние глубоких вен при первичной варикозной болезни и послеоперационных рецидивах этого заболевания // диссертация ... кандидата медицинских наук..
  2. Лазаренко Виктор Анатольевич - Известные ученые. famous-scientists.ruДата обращения: 4 марта 2021.
  3. Лазаренко В. А. Клапанная недостаточность глубоких вен нижних конечностей, диагностика и хирургическое лечение // автореферат диссертации ... доктора медицинских наук. Дата обращения: 4 март 2021.