Лаппеэнранта
Ҡала | |||
Лаппеэнранта фин. Lappeenranta, швед. Vilmanstrand | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Регион | |||
Провинция | |||
Координаталар | |||
ҡала башлығы |
Киммо Ярва | ||
Нигеҙләнгән | |||
Майҙаны |
1756 км² | ||
Рәсми теле | |||
Халҡы |
72 000 кеше (2010) | ||
Тығыҙлығы |
41, кеше/км² | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Почта индексы |
53100 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Рәсми сайт |
lappeenranta.fi | ||
Лаппеэнранта[1] (фин. Lappeenranta), йәки Вильманстранд (швед. Villmanstrand) — Финляндиялағы ҡала һәм муниципалитет. Көнсығыш Финляндия губернаһында (фин. lääni) урынлашҡан, Көньяҡ Карелия провинцияһының иҡтисади, сәйәси (административ) һәм мәҙәни үҙәге. Карелия тигән тарихи өлкәнең хәҙерге Финляндиялағы яғында, Сайма күле көньяҡ ярында, Рәсәй һәм Финляндияның дәүләт сиге янында урынлашҡан. Муниципалитетта 72 000 кеше йәшәй. Ҡала халыҡ һаны буйынса Финляндияла 13-сө урында тора.
Исем[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фин һәм швед телендә (илдең ике дәүләт телендә) ҡаланың исемдәре айырыла. Фин исеме ике тамырҙан тора: lappee (сик, аръяҡ, ситтәрәк урынлашҡан ер) һәм ranta (яр). Швед исеме шулай уҡ ике тамырлы: vildman (ҡырағай), strand (яр).[2]. Ҡалала швед теле киң ҡулланылмауына ҡарамаҫтан, уның гербындағы һүрәт (ҡырағай кеше) тап швед исеме менән бәйле.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
Эске бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Муниципалитет 46 районға бүленә, составына шулай уҡ 11 ауыл биләмәһе инә.
Муниципалитет ҡарамағындағы ауылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вайниккала
- Кансола
- Конту
- Лоуко (Финляндия ҡарамағында ҡалған өлөшө)
- Мойсио
- Нуйямаа
- Рауха
- Руокола
- Симола
- Ханхиярви
- Хииваниеми
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Санкт-Петербургтан 220 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1961 йылдан ҡалала технология университеты эшләп килә.
Ҡәрҙәш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Раквере, Эстония
Стиккисхоульмюр, Исландия
Драммен, Норвегия
Эребру, Швеция
Швебиш-Халль, Германия
Сомбатхей, Венгрия
Кольдинг, Дания
Клин, Рәсәй
Выборг, Рәсәй
Лейк-Ворт, АҠШ
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Лаппеэнранта яҙылышы ошо китапта ҡулланыла: «Финляндия, общегеографическая карта». М.: ФСГиКР, 1994. (© Роскартография). Киң мәғлүмәт сараларында Лаппеенранта тигән яҙыу ҙа осрай.
- ↑ My town Lappeenranta 2011 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсми сайт 2013 йылдың 8 июнь көнөндә архивланған.
- Представительство Лаппеенранты в Санкт-Петербурге
- Лаппеенранта. Фоторепортаж. 2013 йылдың 12 ноябрь көнөндә архивланған.
- Лаппеэнранта — большой финский город около границы с Россией, фотографии (рус.)
- Информация о регионе Лаппеэнранта и Иматра
- Достопримечательности Лаппеенранты 2013 йылдың 23 ғинуар көнөндә архивланған.