Латвияны нацист Германияһының баҫып алыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Латвияны нацист Германияһының баҫып алыуы
Дәүләт Flag of Latvia.svg Латвия
Герман һалдаттары Ригала

Нацист Германияһының Латвияны баҫып алыуы — 1941 йылдың июнь-июлендә, Икенсе донъя һуғышы барышында, герман армияһының Латвияны оккупациялауы. Ошонан һуң Латвия территорияһында Латвия Генераль округы булдырыла — Остланд рейхскомиссариатының дүрт генераль округының береһе.

Оккупация хакимиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Террор һәм репрессиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герман властары оккупация башланыу менән 1941 йылдың июль башынан йәһүд һәм сиғандарҙы бөтөрөү кампанияһын башлай. Румбуле (Рига ҡалаһының сите) — күпләп кеше үлтерелгән төп төбәк. Үлтереүҙәрҙе А айнзацтөркөмө һәм вермахт башҡара. Латыш коллаборационистары, шул иҫәптән Арайс командаһының 500—1500 ағзаһы (улар берәмләп 26 меңгә яҡын йәһүдте үлтерә[1]) һәм СД-ның башҡа латыш подразделениелары ла был акцияларҙа ҡатнаша[2][3].

1941 йыл аҙағына Латвия биләмәһендә йәшәгән йәһүдтәрҙең бөтәһе лә тиерлек үлтерелә. Бынан тыш Германия, Австрия һәм Чехиянан 25 меңгә яҡын йәһүд килтерелә, уларҙың 20 меңгә яҡыны үлтерелә.

Латвияны нацистар оккупациялаған йылдарҙа бөтәһе 90 меңгә яҡын кеше һәләк була, шул иҫәптән 70 меңгә яҡын йәһүд һәм 2 меңләп сиған нацистарҙың «раса теория»һы сиктәрендә юҡ ителә. Сәйәси ҡараштары һәм эшмәкәрлеге яңы власт тарафынан танылмаған ябай граждандар ҙа репрессия ҡорбандарына әйләнә.

Ҡаршылыҡ хәрәкәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оккупацияға ҡаршылыҡ күрһәтеү төрлө формаларҙа була. 1941 йылдың көҙөндә үк йәшерен гәзиттәр һәм листовкалар сығарыла башлай: (Латыш милли союзы гәзите Tautas Balss («Голос народа», баш мөхәррире. Артурс Каминскис), «Перконкрустс» лидеры Густавс Целминьш гәзите Vestijums («Хәбәрҙәр», 1943 йылдың йәйенән сыға), тиҙҙән ул Latvju raksti. Brīvā Latvija («Латыш мәҡәләләре. Азат Латвия») аҫтында сыға, Daugavas Vanagi («Даугавы ҡарсығалары») листовкалары, уларҙы ошондай уҡ исемдәге йәшерен ойошма вәкилдәре тарата, йәштәр төркөмөнөң Latvijas Vanagu Organizācija («Латыш ҡарсығалары ойошмаһы», элегерәк Melnais Vanags — «Ҡара ҡарсыға») листовкалары һәм башҡалар.) Был киң мәғлүмәт сараларында совет һәм нацист режимдары сағыштырып күрһәтелә, оккупация учрежденияларында, ярҙам итеүсе полицияла эшләүгә һәм аҡса эшләү өсөн Германияға барыуға байкот иғлан итеүгә саҡырыу баҫыла, милли үҙаңды күтәреүгә йүнәлтелгән саҡырыуҙар, Das Schwarze Korps һәм BBC-тан материалдар баҫтырып сығарыла. «Халыҡ тауышы» гәзитен сығарған һәм таратҡан өсөн 1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың апреленә тиклем генә 102 кеше ҡулға алына һәм 73 кеше тотола; 1944 йылдың яҙында Целминьш ҡулға алына һәм Флоссенбюрг концлагерына ебәрелә, шунан Дахауға күсерелә, һуғыш тамамланғансы шунда тотола. 1942 йылдың апрелендә 15-18 йәшлек үҫмерҙәрҙән Мартинс Янсонстың Jaunpulki («Яңы отряд») йәштәр ойошмаһын нацистар иң хәүефлеһе тип иҫәпләй. 1942 йылдың июнендә Янсонс менән бергә был ойошманың 7 әүҙем ағзаһы ҡулға алына.

1941 йылдың аҙағынан подполье ойоша башлай. Башында үҙәктең Демократик партияһы ағзаһы Константинс Чакст торған һәм 300-ҙән ашыу кешене берләштергән төркөм беренселәрҙән булып барлыҡҡа килә, улар Рига, Елгав, Лиепая, Вентспилста һәм ауыл райондарында эшмәкәрлеген йәйелдерә. 1942 йылдың февралендә Латвия социал-демократик эшселәр партияһы (етәкселәре Паулс һәм Бруно Калныньшамдар), 1922 йылдағы Конституция нигеҙендә бойондороҡһоҙ Латвияны тергеҙеүгә иҫәп тотоп, үҙ эштәрен башлап ебәрә. Был партия Эстония, Литва, Финляндия һәм Швеция социал-демократтары менән бәйләнеш тота. 1943 йылдың 13 авгусында Чаксте, Калниньш, шулай уҡ Крәҫтиән союзы һәм Христиан фермерҙары партияһы, Латгалия католиктары бергә осрашып һөйләшә. Һөҙөмтәлә Латвия үҙәк советы — латыш ҡаршылығының координацион органы барлыҡҡа килә. Совет Германиянан һәм СССР-ҙан азат демократик Латвия булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, һәм АҠШ һәм Бөйөк Британияның ярҙамына иҫәп тота. Совет ағзалары көнбайыш союзниктарға меморандум әҙерләй. Тиҙҙән был меморандум тураһында нацистар белеп ҡала, һәм 1944 йылдың апрелендә Советтың күп кенә ағзалары ҡулға алына, шул иҫәптән 12 июлдә Бруно Калныньш та төрмәгә ултыртыла. Советҡа генерал Вернерс Тепферс етәкселек итә башлай. Советтың һуңғы ултырышы 1944 йылдың 8 сентябрендә үткәрелә. Унда Паулс Калныньш Латвияның бойондороҡһоҙлоғон терегеҙеү тураһында декларацияға ҡул ҡуя; Латыш үҙәк советы ваҡытлы хөкүмәт тип иғлан ителә. Әммә Калныньш икенсе көнөнә үк сит илгә сығып китергә мәжбүр була.

Советтың башында генерал Янис Курелис һәм уның штаб начальнигы капитан Кристапс Упелниекс торған хәрби комиссияһы ла әүҙемлек күрһәтә. 1944 йылдың июлендә, Остланд рейхкомиссариаттағы СС начальнигы Фридрих Еккельн Рига, Скривери, Слоке и Доле ҡалаларында дүрт айзсаргтар батальоны ойоштороу тураһында приказ сығара. Советтың хәрби комиссияһы бынан файҙаланып ҡалырға тырыша: айзсаргтар командованиеһын, аҙағыраҡ Еккельндың үҙен дә батальондар етәксеһе итеп Курелисты ҡуйырға ышандыра. 1944 йылдың йәйендә Курземда бер нисә мең кешенән торған отряд ойошторола, уларға СС-тың Латыш легионы һәм ярҙам итеүсе полициян дезертирҙары ла ҡушыла. Отряд Латвияға һәм Латвия контитуцияһына тоғро булыуҙарына ант итә; антта Германия һәм Гитлер телгә алынмай. Әммә Курелис менән Упелниекс әүҙем хәрби эш башламай. 1944 йылдың 12 ноябрендә нацистар отряд ағзаларын ҡулға ала. Курелисты эшенән азат итәләр һәм Германияға оҙаталар; Упелниекс менән бергә һигеҙ офицер Лиепаяла атып үлтерелә; тағы ла өсәүһе Штуттгоф концентрацион лагерына оҙатыла. Тик лейтенанта Рубенис батальоны ғына зыян күрмәй, әммә 5-9 декабрҙә нацистар менән һуғышта ҡыйратыла. Курилестың ҡулға алыныуҙан ҡотолоп ҡалған һалдатттары СС, совет партизандары, «урман кешеләре» төркөмдәрен тулыландыра; 1945 йылдың февралендә Латвия үҙәк советының радиотапшырыуында «ике мең партизан»[4].тураһында һүҙ бара.

Йәһүдтәрҙе ҡотҡарыу менән шөғөлләнгән латыштар ҙа була. Мәҫәлән, Жанис Липке, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 50-нән ашыу йәһүдте ҡотҡара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Andrew Ezergailis The Holocaust in Latvia, 1941-1944 — Historical Institute of Latvia, Riga ; United States Holocaust Memorial Museum; Washington, DC., 1996.
  2. The Holocaust in Latvia Ҡалып:Webarchive, Andrievs Ezergailis ISBN 978-9984-9054-3-3
  3. The German Occupation and the First Wave of Murder The Simon Wiesenthal Center.
  4. Vineta Rolmane. The Resistance in Latvia during the Nazi Occupation (July 1941 — May 1945) // The Anti-Soviet Resistance in the Baltic States / Arvydas Anušauskas. — Vilnius: Pasauliui apie mus, 2006. — С. 136—145.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Zunda A. Vācu okupācijas varas politika Latvijā: nostādnes vēstures literatūrā // LVKR, 3, 186.—207. lpp.
  • Zunda A. «Vācu laiks» Latvijā (1941.—1945.): izvērtējums historiogrāfijā // LV, 2003, 3. nr., 107.—115. lpp.
  • Zunda A. Vācijas okupācijas politika Latvijā (1941—1945): vērtējums historiogrāfijā // LVKR, 11, 17.—29. lpp.
  • Evarts E. Nacistu ekonomiskā politika okupētajā Latvijā: historiogrāfisks apskats // LVKR, 10, 352.—370. lpp.
  • Zunda A. Kolaborācija vācu okupētajā Latvijā: nostādnes vēstures literatūrā // LVKR, 7, 141.—164. lpp.
  • Feldmanis I. Nacistu okupācijas politika Latvijā (1941—1945): pētniecības problēmas, iespējamie risinājumi un varianti // Latvijas Vēsture, 2005, 5. nr., 87.—89. lpp.
  • Heinrihs Strods. Latvijas pirmās padomju okupācijas aktīvistu vajāšanas (1941. gada 23. jūnijs — 1945. gads). // LVKR, 16, 106.—190. lpp.
  • Strods H. Zem melnbrūnā zobena. — Rīga, 1994.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]