Эстәлеккә күсергә

Латипов Марат Мөьмин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Латыпов Марат Мөьмин улы битенән йүнәлтелде)
Латипов Марат Мөьмин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Ҡоръятмаҫ, Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Эшмәкәрлек төрө страхование[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Удмурт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Латипов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 1-2 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты,19922000 йылдарҙа Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены һәм 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордендары кавалеры[1], иҡтисад фәндәре кандидаты (2008).

Марат Мөьмин улы Латыпов 1958 йылдың 15 апрелендә Башҡортостан АССР-ы Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1973 йылда Ҡоръятмаҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһының 27-се һанлы ауыл хужалығы һөнәри-техник белем биреү училищеһына (хәҙер Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы филиалы) уҡырға инә.

1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1978—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый, инженер-механик һөнәрен ала.

1984 йылда Дәүләкән районы «Россия» колхозында инженер булып эш башлай.

1984—1986 йылдарҙа Дәүләкән район комитеты комсомол ойошмаһының 2-се секретары.

1986—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Асылыкүл» колхозы рәйесе.

1990—1991 йылдарҙа Дәүләкән районының агросәнәғәт берекмәһе советы рәйесе.

1991—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте Башлығы.

« Марат Мөьмин улы етәкселегендә Дәүләкән районы әүҙем үҫеш алды. Иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе — ауылдарҙы тулы масштаблы газлаштырыу тормошҡа ашырылды. Етәксенең халыҡ тураһында ҡайғыртыуы юл төҙөлөшөндә лә сағылыш тапты. Бер-бер артлы асфальт һәм грунт юлдар сафҡа инде. Халыҡты һыу селтәрҙәре менән тәмин итеү проблемалары хәл ителде. Ул етәкселек итеү осоронда Дәүләкән районында яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт-сәләмәтләндереү комплексы, мөһим социаль обьекттар файҙаланыуға тапшырылды.

Хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм эшкә яуаплы ҡараш уға өҙлөкһөҙ үҫеш һәм алға этәргес тәьмин итә.Удмурт дәүләт университетын тамамлай,2008 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

»

10 артыҡ фәнни баҫмаһы, шул иҫәптән бер монографияһы бар.

2000 йылдан Марат Мөьмин улы Латыпов Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡара.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Почёт ордены (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ()
  • Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы (2006)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордены (2008)
  1. Латыпов Марат Мөьмин улы — Рәсәй Социаль Страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы
  2. «Иңдәрендә — үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ» Дәүләкән районы «Балҡантау» ижтимағи-сәйәси гәзите 13 апрель 2018 йыл
  3. Латыпов Марат Мөьмин улы
  4. Латыпов Марат Мөьмин улы